Стәрлетамаҡта ағымдағы йылда “Мәңгелек ут”тан Голиков урамы киҫешкән ергә тиклем Ленин проспектындағы аллея төҙөкләндереләсәк. Подрядсыны һайлау буйынса конкурс иғлан ителгән.
Аукцион мәғлүмәттәренә ярашлы, эштәрҙең башланғыс хаҡы 51 635 662,60 һум тәшкил итә. Төҙөкләндереүҙең 2025 йылдың октябрь аҙағына тиклем тамамланыуы көтөлә. Шулай уҡ, аллеяла түбәндәге эш төрҙәре планлаштырылған проект документтары ла баҫылған:
- тротуарҙарҙы ремонтлау; - брусчатканан яңы юлдар һалыу; - өҫтәмә ял майҙансыҡтары, эскәмйәләр, урналар, велосипедтар өсөн парковкалар урынлаштырыу; - тротуарҙар буйына бордюрҙар ҡуйыу; - велосипед юлы буласаҡ; - яҡын-тирәләге юлдарҙы һәм майҙансыҡтарҙы ремонтлау; - яҡтылыҡ таяуҙарын алмаштырыу.
Шулай уҡ, балалар майҙансыҡтарын урынлаштырыу, йәшелләндереү эштәре, авария хәлендәге ағастарҙы бысыу, газон булдырыу, ҡыуаҡлыҡтар ултыртыу өсөн урындар ҡаралған. Ҡырҡылған ағастар урынына ҡайын һәм йүкә ултыртасаҡтар.