Р-240 трассаһында күп машина ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. Ауырғазы районының Яңы Кәлсер ауылы янында 14 автотранспорт бәрелешкән.
Ваҡиға урынына Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре килгән. Аварияла һәләк булыусылар юҡ, өс кеше, шул иҫәптән 8 йәшлек бала зыян күрҙе, тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.
Зыян күреүселәрҙең барыһы ла дауалау учреждениеларына оҙатыла. Урында табиптар, дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ КАМАЗ базаһында ҡаргиҙәр менән күсмә йылыныу пункты бара. ГАИ хеҙмәткәрҙәре бер һыҙат буйынса хәрәкәт ойошторҙо.
Был хәл контролгә алынған.