Стәрлетамаҡ ҡалаһында Прибрежный микрорайонында яңы мәктәп төҙөлә. Эш барышы хаҡында ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов һөйләне.
Ҡала мэры һүҙҙәре буйынса, объект 2025 йыл аҙағында тапшырылырға тейеш. Дөйөм майҙаны 20 мең квадрат метрлыҡ дүрт ҡатлы мәктәп 1050 урынға иҫәпләнгән. Әлеге мәлдә өсөнсө ҡаты һалына, дөйөм төҙөлөш әҙерлеге 30 процент тәшкил итә.
“Уҡыусылар һәм уҡытыусыларға белем биреү усағы үҙенсәлекле һәм һәр яҡлап уңайлы булһын өсөн бинаның эске яғында нимәләр урынлашыуын планлаштырабыҙ. Барыһы ла килеп сығыр, тип ышанам”, - тип билдәләне Эмиль Шәймәрҙәнов.