Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
18 Февраль 2025, 12:05

Башҡортостанда иң йәш һәм иң оло әсәнең йәше билдәле булды

2024 йылда Башҡортостандың бала табыу йорттарында 31 028 сабый донъяға килгән. Был хаҡта республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Башҡортостанда иң йәш һәм иң оло әсәнең йәше билдәле булдыБашҡортостанда иң йәш һәм иң оло әсәнең йәше билдәле булды
Башҡортостанда иң йәш һәм иң оло әсәнең йәше билдәле булды

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, иң йәш әсәгә — 14, ә иң олоһона 52 йәш. Сабыйҙарҙың күбеһе Өфөлә тыуған — 9679, икенсе урында — Стәрлетамаҡ (2149 сабый), өсөнсөлә иһә Нефтекама (1371 бала).

«Ныҡ бәләкәй ауырлыҡта (490 грамм) һәм баһадир (5330 грамм) балалар республиканың клиник перинаталь үҙәгендә донъяға килгән», — тип белдерҙеләр министрлыҡта.

Автор:
Читайте нас