Был хаҡта Стәрлетамаҡ ҡалаһының Башҡортостан йылылыҡ бүлеү селтәрҙәре (БашРТС) директоры Руслан Овчинников белдерҙе. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, “Уранина А” тип аталған махсус шыйыҡса йылытыу системаһында барлыҡҡа килгән аварияларҙы тиҙ асыҡларға ярҙам итәсәк.
Шулай уҡ эҫе һыуҙы йылытыу системаһынан урлаған ҡайһы бер “аҡыллы баштарҙың” эҙенә төшөргә лә мөмкинлек бирә. Әйткәндәй, бындай ысул Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы предприятиебыҙҙа республика кимәлендә беренсе булы ҡулланыла, тине Руслан Иванович.
Ағымдағы йылдың 1 мартынан 30 апреленә тиклем «БашРТС» компанияһы Стәрлетамаҡта махсус буяу – “Уранин А” ҡулланып ҡаланың йылылыҡ селтәрҙәренең етешһеҙлектәрен тикшерә. Ул һыуҙы сағыу йәшел төҫкә буяй, һәм белгестәр һыу ағыуҙың йәки йылытыуға законһыҙ тоташыуҙың ҡайҙа булыуын еңел белә ала. Һыу крандарға түгел, ә йылытыу радиаторҙарына ебәрелә.
Уранин кеше һәм тирә – яҡ мөхит өсөн бөтөнләй зарарһыҙ уны шампунь, тоҙ һәм ванна өсөн күбек өсөн буяу сифатында ҡулланалар. Был буяу гигиена сертификаттары менән раҫлана. Шул уҡ ваҡытта буялған һыуҙы аш әҙерләгәндә ҡулланыу кәңәш ителмәй.
«БашРТС» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Стәрлетамаҡ ҡалаһы халҡын урамдарҙа буялған һыу ағып сыҡҡанда йәки крандан буялған ҡайнар һыу сыҡҡан осраҡта, шунда уҡ 20-52-84 йәки +7-917-42-06-431 (тәүлек әйләнәһенә) телефон һандары буйынса хәбәр итеүҙәрен һорай.