Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
19 Февраль 2025, 12:07

“Ашҡаҙар” гәзите проекты

“Беҙгә бергә!” – шиғырҙар көтәбеҙ!“Ашҡаҙар” гәзите редакцияһы Стәрлетамаҡ үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы һәм Башҡортостан Республикаһы Ватан яугирҙары ғаиләләре комитетының Стәрлетамаҡ бүлексәһе менән берлектә яҡташыбыҙ, шағир, махсус хәрби операция зонаһында һәләк булған яугир Валентин Волочаев исемендәге “Беҙ бергә!” асыҡ ҡала шиғыр конкурсын иғлан итә. Быйыл конкурс икенсе йыл ойошторола.

“Ашҡаҙар” гәзите проекты“Ашҡаҙар” гәзите проекты
“Ашҡаҙар” гәзите проекты

Шиғыр бәйгеһендә Стәр-летамаҡ ҡалаһында һәм унан ситтә йәшәгән һәм һәүәҫкәр шағирҙар (БР һәм РФ Яҙыусылар союздары ағзаһы булмаған) – алты йәштән алып шиғыр яҙыусылар ҡатнаша ала. Әҫәрҙәр махсус хәрби операцияға, унда ҡатнашыусы яугирҙарға, һәләк булған батырҙарға арналырға тейеш. Эштәр 2025 йылдың 5 мартына тиклем (һуңғы ҡабул итеү көнө, 17:00 сәғәткә тиклем) өс телдә (башҡортса, русса, татарса) ashkadar-st@yandex.ru электрон адресы буйынса ҡабул ителә.

Шиғырҙарҙы БР һәм РФ Яҙыусылар союздары ағзалары, профессиональ шағирҙар баһалай. Еңеүселәр бер нисә номинацияла билдәләнә, шулай уҡ жюри махсус номинация булдыра ала. Иң яҡшыһы тип табылған эштәр матбуғат биттәрендә донъя күрәсәк, еңеүселәргә ҡиммәтле бүләктәр тапшыраласаҡ. Бүләкләү тантанаһы 13 мартта Стәрлетамаҡ китапханалар системаһында уҙа.

Эштәрҙе мотлаҡ күрһәтелгән электрон адресҡа ғына ебәреү һорала, Конкурс Положениеһы “Ашҡаҙар” гәзитенең электрон сығанаҡтарында беркетелгән. Белешмә өсөн телефон: +7-987-601-14-18 (Гөлнара Турабай ҡыҙы Зәйнетдинова).

Белешмә: шиғри конкурс “Ашҡаҙар” гәзитенең махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙаға арналған “Беҙ бергә!” спорт-мәҙәни фестивале сиктәрендә үтә. Фестиваль шулай уҡ көрәш һәм шахмат буйынса турнирҙар, йәш быуын менән махсус хәрби операция яугирҙары ҡатнашлығында “түңәрәк өҫтәл”де үҙ эсенә ала. Фестиваль ағымдағы йылдың март айында үтә.

Валентин Волочаев махсус хәрби операция башланғанға тиклем ҡалала йәшәй, Башҡорт сода компанияһында эшләй, йәш сағынан шиғырҙар яҙа, бейеү менән шөғөлләнә, ҡатыны Янина Волочаева менән өс балаға ғүмер бирәләр. Махсус хәрби операцияға үҙ ирке менән А.Доставалов исемендәге батальон составында тәүге айҙарҙа уҡ ҡушыла. Ҡаты яраланғандан һуң 2022 йылдың 7 октябрендә батырҙарса һәләк була. Уның исеме Стәрлетамаҡта мәңгеләштерелә.

“Беҙ бергә!” шиғыр конкурсы ҡәләм тирбәтеүселәр араһында һәләтле авторҙарҙы асыҡлау, йәш быуында илһөйәрлек рухы тәрбиәләү, махсус хәрби операцияла ҡанташыусыларға ҡарата хөрмәт арттырыу һәм һәләк булған яугирҙар исемен мәңгеләштереү маҡсатында ойошторола.

“Ашҡаҙар” гәзите.

“Ашҡаҙар” гәзите проекты
“Ашҡаҙар” гәзите проекты
“Ашҡаҙар” гәзите проекты
“Ашҡаҙар” гәзите проекты
“Ашҡаҙар” гәзите проекты
Автор:
Читайте нас