“Яугирҙарҙың күбеһе эткә ғүмере менән бурыслылыр...”
– Мин уны махсус хәрби операция зонаһынан алып ҡайттым, – тип һүҙ башланы “Борода” ҡушаматлы әңгәмәсем Виктор овчаркаға ымлап. – Бер ваҡыт солярка эҙләп сығып киттем. Эҙләнеп йөрөгән мәлдә яланда эт йүгереп йөрөй. Хужалары, моғайын, эвакуацияланғандарҙыр, йә мәрхүмдер. Саҡырып алдым. Тешенә ҡарап, уға ике генә йәш икәнен белдем. Мин эттәрҙе бик яратам. Подразделениеға алып ҡайттым. Яуҙаш дуҫтарым:
“Нимәгә ул һиңә? Ебәр. Әйҙә үҙаллы йөрөһөн” тинеләр. Ҡайҙандыр сылбыр табып алдым, уның өсөн оя урынына ябай палатка ҡуйҙым. Сылбырҙы ағасҡа бәйләп ҡуйҙым. Һәм ул беҙҙең подразделение составына инде.
Бер ваҡыт тик торғандан аяҙ күккә төбәлеп өрә башланы. Ә унда дрондар түгел, ҡоштар ҙа осмай ине. Уға ҡарап: “Нера, һин нимә, хыялландыңмы әллә? Ниңә өрәһең!” тинек. Беҙ күберәк әрләгән һайын, эт нығыраҡ өрә башланы. Ә биш-ете минуттан дошман дроны ла килеп етте. Шунан алып Нера өрә башлаһа, беҙ үҙебеҙҙең операторҙар менән бәйләнешкә инеп, беҙҙең дрондар булыу-булмауын белешәбеҙ. Әгәр “беҙҙекеләр” булмаһа тиҙ генә йәшенергә йүгерәбеҙ. Яугирҙарҙың күбеһе эткә ғүмере менән бурыслылыр, моғайын.
Ауыр күнекмәләр хеҙмәтте еңеләйтә
2023 йылдың август айында Виктор алты айға (хәҙер бындай форма юҡ инде) контракт төҙөгән ваҡытта уның иңдәрендә Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығы эске ғәскәрҙәрҙең 601-се кинология уҡыу үҙәгендә хеҙмәте ята. Оборона министрлығының 74-се айырым мотоуҡсылар бригадаһында санитар-уҡсы булып хеҙмәт итә.
Виктор инструкторҙан да уңа. Хәрби хеҙмәткә уларҙы элекке “Вагнер” шәхси хәрби компания яугирҙары өйрәтә.
– Беҙҙе, аңды юғалтҡансы, тип әйтергә мөмкин, эшкә ектеләр, – ти ул. – Ай ярым бер туҡтауһыҙ күнегеүҙәр.
Иң күбе дүрт кенә сәғәт йоҡларға бирәләр ине. Әммә һуңынан был күнегеүҙәр бик күптәрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалды. Бөтөнләй мөмкин булмаҫлыҡ шарттарҙа үлемдән ҡасырға өйрәндек. Заданиеға барғанда ике килограмм ҡоро паек урынына, бер нисә “Сникерс” ала инек. Тәүлегенә икәү етә.
Бер мәл мине дошман дроны күреп ҡалды. Һәм өс тәүлек ағас тамырҙары аҫтында, миңә тиклем яугирҙарҙың береһе соҡоған соҡорҙа ултырҙым. Көндөҙ ҙә, төндә лә, тәүлек әйләнәһенә парлап мине эҙләнеләр. Бәләкәй генә, һәр береһендә миномет минаһы беркетелгән. Беҙҙең позицияларға тиклем бер саҡрым асыҡ ялан. Тороп ҡына китерлек тә түгел. Уларҙан кеше түгел, машина ла ҡасып өлгөрмәй.
Мина яланы аша һуҡмаҡ
Әйткәндәй, ғәҙәти булмаған фекерләү тураһында...
Яралыларға барып етер өсөн утҡа тотолған участка аша үтергә кәрәк була. Тағы ла хәүефлерәк юл була – мина яланы аша. Әммә, унда дошман дрондары юҡ, тиерлек. Ғәжәп түгел. Кем инде үҙ аҡылында мина яланы аша үтә?..
– Комбат Коршун беҙҙе тормоштоң көтөлмәгән бөтә осраҡтарына ла өйрәтте, – тип дауам итә һүҙен Виктор. – Өйрәнергә саперҙар бирҙе. Тегеләре беҙҙе киреү менән нимә эшләргә өйрәтте. Ҡырҡырға ярамай. Әгәр ул аҫылмалы булһа, шунда уҡ шартлаясаҡ. Һырғалаҡ буйлап үтергә кәрәк. Әгәр алып ташларға ярамаһа – аҡ таҫма менән мөмкин тиклем һаҡ ҡына урарға ла, яйлап үтергә. Ә шыуышып йөрөгәндә һәр сантиметрҙы тиерлек бысаҡ йәки шнур менән иғтибарлап ҡарау зарур. Шулай итеп, мина яланы аша һуҡмаҡ һалдым һәм ике аҙна буйы уның аша яралыларҙы сығарҙыҡ. Бер көн эсендә ун тапҡыр йөрөнөк. Һәр задание һайын беҙҙең санитар пункты аша төрлө подразделениеларҙан йөҙҙән ике йөҙгә тиклем яу яланында яраланған кеше үтә ине. Был үҙҙәре ҡотола алғандарҙан тыш...
Алты ай эсендә ул үҙе йөҙгә яҡын яралы яугирҙы ут аҫтынан сығара. Штурмдарға ла йөрөргә тура килә. Первомайскийҙан төньяҡтараҡ урынлашҡан Водяное ҡасабаһы өсөн ҡаты, оҙайлы алыштар бара.
“2024 йылдың 31 мартында 1-се армия корпусының 9-сы гвардия мотоуҡсылар бригадаһы дошманды позицияларынан бәреп сығара һәм Водяное ауыл пунктын тулыһынса яулап ала”, тип хәбәр итә социаль селтәрҙәр. Бында алыштар оҙайлы һәм ауыр була.
– Ауылға беҙ йыл ярым элек үк индек һәм уның халҡының күп өлөшө беҙҙең контролдә ҡалды. Әммә Водяной ауылы оҙон булыу сәбәпле, уның тулыһынса азат ителеүе Авдеев операцияһының уңышлы башҡарылыуына бәйле ине. Авдеевка ауылы беҙҙең ғәскәрҙәр контроле аҫтына күскәндән һуң, уға яҡын урынлашҡан ауылдарҙы азат итеү дауам итте һәм бөгөн Водяной өҫтөндә ДНР флагы тора! – ти Борода.
Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!
Бындай алыштарҙы МХО тер-минологияһы буйынса “маятниктар” тип атайҙар. Ҡасаба бер нисә тапҡыр ҡулдан-ҡулға күсә. Шулай итеп, беҙҙең яугирҙар яйлап дошманды урман һыҙаты артына ҡыҫырыҡлай.
– Беҙ был позицияға ике аҙна һөжүм иттек, – тип дауам итә ул. – Һөҙөмтәлә, дошманды ике-өс километрға ситкә ырғыттыҡ. Һуңынан беҙҙе икенсе подразделение алмаштырҙы һәм шунда нығынды.
Контракт ваҡыты тамамлана. Виктор өйөнә ҡайта. Әммә ул йәне-тәне менән хәрби иптәштәре араһында, шул иҫәптән, Стәрлетамаҡтан да. Хәҙер “Каркадан”да электр монтажсыһы булып стажировка үтә, эттәрҙе өйрәтеү менән шөғөлләнә. Эштән буш ваҡытта Дон казактарынан гуманитар ылау әҙерләргә әүҙем ярҙам итә. Ни өсөн тап Дон тигән һорауыма, ғорурлыҡ менән: “Минең Дон казагы тигән таныҡлығым бар. Өйгә ҡайтҡас, Ростов өлкәһенең Миковская станицаһында казаклыҡҡа индем. Минең атаманым Виктор Анатольевич Миков”, – тине.
Виктор Украина хәрби көстәре экипировкаһының көнбайыш стандарттары буйынса ҡыҙыҡ трофей ҙа күрһәтте. Тәү ҡарашҡа, ябай ғына бау кеүек. Баҡтиһәң, уңайлы һәм күп нимәгә ҡулланырға мөмкин. Компаслы, ут һәм сыбыртҡы менән. “Һыбыҙғы – яраланған осраҡта ярҙамға саҡырырға була”, – тип аңлата ул.
– Һуғышта үҙеңдекеләргә ҡыс-ҡырғансы, тауышһыҙ ҡалырға мөмкин. Был бик уңайлы. Һәм алыҫтан ишетелә. Ә бауҙы яраланғанда ҡулланырға ла була. Әйткәндәй, был трофейҙың хужаһы ҡара тәнле кеше булған.
Әсирҙәр һәм мәрхүмдәр араһында немецтар, поляктар, латыштар була... Тик уларға Көнбайыштың “гуманитаркаһы” ярҙам итмәгән. Һәм ярҙам итмәйәсәк тә. Дөрөҫлөк, беҙҙең яҡта. Еңеү ҙә беҙҙең яҡта буласаҡ!
Ошондай патриотик рухта һәм өмөттәр менән тамамланы һүҙен әңгәмәсем. Уның был һүҙҙәренә ихлас ҡушылып, егеттәребеҙҙең Еңеү менән имен-аман әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп ҡалабыҙ!
Фаяз ЙОМАҒУЖИН.
Фото яугирҙың шәхси архивынан алынды.