Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
20 Февраль 2025, 09:43

Рәсәйҙә апрелдән социаль пенсиялар 14,75 процентҡа индексациялана

1 апрелдән пенсиялары артҡан граждандар араһында 3,5 миллион самаһы социаль пенсия алыусы бар...

Рәсәйҙә апрелдән социаль пенсиялар 14,75 процентҡа индексацияланаРәсәйҙә апрелдән социаль пенсиялар 14,75 процентҡа индексациялана
Рәсәйҙә апрелдән социаль пенсиялар 14,75 процентҡа индексациялана

Ағымдағы йылда Рәсәйҙә социаль пенсиялар индексацияһы 14,75 процент тәшкил итәсәк, тип хәбәр итә Хеҙмәт министрлығы.  Әлеге ваҡытта 2025 йылда индексация кимәле тураһында ҡарар проекты йәмәғәт фекер алышыуҙары үтә.

Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Антон Котяков билдәләүенсә, социаль пенсияларҙы индексациялау йыл һайын 1 апрелдән үткәрелә. 2025 йылда был маҡсатҡа федераль бюджетта 85 миллиард һум самаһы ҡаралған.

Социаль пенсия етерлек хеҙмәт стажы булмаған граждандарға страховка пенсияһын алыу өсөн түләнә.

«1 апрелдән пенсиялары артҡан граждандар араһында 3,5 миллион самаһы социаль пенсия алыусы бар, шулай уҡ 700 мең самаһы дәүләт пенсия тәьминәте буйынса пенсия алыусы – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, «Блокадалы Ленинградта йәшәүсе», «Ҡамауҙа ҡалған Севастополдә йәшәүсе» һәм «Ҡамауҙа ҡалған Сталинградта йәшәүсе» билдәләре менән бүләкләнгән граждандар, радиация йәки техноген һәләкәттәр һөҙөмтәһендә зыян күргән граждандар һәм уларҙың ғаилә ағзалары, осоу-һынау составы хеҙмәткәрҙәре иҫәбенән граждандар һәм башҡалар», — тип өҫтәнеләр министрлыҡта.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас