Халыҡ-ара туған тел көнө Башҡортостанда киң билдәләнә. Уның республика Хөкүмәте тарафынан раҫланған программаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың милли һәм полилингваль мәктәптәр директорҙары менән осрашыуы, туған телдәрҙе уҡытыуға арналған Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференция, “Торатау” конгресс-холында түңәрәк ҡор, мәктәптәрҙә “Тел – халыҡ тарихы” темаһына берҙәм синыф сәғәттәре, туған тел көнөнә арналған дөйөм мәктәп линейкалары, яҙыусылар менән осрашыуҙар һәм башҡа бик күп саралар ҡаралған.
Белем биреү учреждениеларында ла мауыҡтырғыс саралар үтә. Уларҙың күбеһе февраль буйы бара. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡтың Йәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө Башҡорт гимназияһы 17-се Кейекбаев уҡыуҙарын үткәргән.
“Планета” сауҙа үҙәгендә “Мөхит” тигән балалар күсмә тирмәһе эшләй, унда башҡорт телен өйрәнеп йөрөгән балаларҙы ылыҡтырырлыҡ уйындар үтә.
Октябрьский ҡалаһының 4-се гимназияһында “Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының теле һәм мәҙәниәте” республика фестиваль-конкурсы бара.
Дүртөйлө ҡалаһының Назар Нәжми исемендәге Башҡорт гимназияһы Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми ижадына бағышланған республика әҙәби ижад конкурсын йомғаҡлай.
Колледждарҙа башҡорт өҫтәл уйындары конкурсы үтә.
Мәктәптәрҙә яҙыусыларҙың юбилейҙарына арналған тематик аҙналар, китапхана дәрестәре, китап күргәҙмәләре бара.
Социаль селтәрҙәр бигерәк йәнле. Уларҙа башҡорт телен белеүгә конкурстар, флешмобтар, туған телдә китап уҡыу акцияһы, туған тел темаларына постар ҡуйыу һәм башҡа ҡыҙыҡлы саралар үтә.