Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
21 Февраль 2025, 09:19

Һинән хата – мэрҙан бүләк!

“Ашҡаҙар” гәзитенең “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөнә (https://vk.com/ashkadarstr) хәбәр итеп йәки +7-927-342-27-09 телефон һандарына бөгөндән үк ебәрә башларға мөмкин....

Һинән хата – мэрҙан бүләк!Һинән хата – мэрҙан бүләк!
Һинән хата – мэрҙан бүләк!

Юҡ-юҡ, ҡәҙерле дуҫтар, хата тигәс тә, һеҙ хата эшләргә тигәнде аңлатмай. Киреһенсә, һеҙ урамда алтаҡталарҙа ойошма йәки учреждение, урам исемдәре башҡорт теленә тәржемә ителгән һәм башҡа атамаларҙа хата табырға тейеш, ә ҡала етәксеһе иң күп хата табыусыларға бүләк әҙерләгән.

Ғөмүмән, 21 февраль – Халыҡ-ара туған телдәр көнө айҡанлы һәм гәзитебеҙҙең 35 йыллыҡ юбилейына бәйле яңы конкурс иғлан итәбеҙ. Эйе, “Хатаһыҙ ҡала” быға тиклем дә ойошторолдо, әммә ул быйыл яңы кимәлгә сыға!

Уҙған йыл аҙағында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезынан һуң рухланып, Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов “Хатаһыҙ ҡала” проектына шәхсән өлөшөн индереп, “Ашҡаҙар” гәзите менән берлектә ошондай конкурс ойошторорға ҡарар итте.

Хаталары булған башҡорт телендә яҙыуҙарҙың фотоларын редакцияның электрон почтаһына (ashkadar-st@yandex.ru), “Ашҡаҙар” гәзитенең “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөнә (https://vk.com/ashkadarstr) хәбәр итеп йәки +7-927-342-27-09 телефон һандарына бөгөндән үк ебәрә башларға мөмкин.

Иң күп хаталар йыйыусылар араһынан 1-се, 2-се, 3-сө урындарҙы ағымдағы йылдың сентябрь аҙағында барлаясаҡбыҙ. Еңеүселәрҙе бүләкләү октябрь айында “Ашҡаҙар” гәзите юбилейына арналған кисәлә үтәсәк.

Иҫегеҙгә төшөрөп үткәндә, бынан бер нисә йыл элек еңеүсебеҙ Гөлсөм Иралина алтмыштан ашыу хаталы яҙыу (алтаҡта) табып, фотоға төшөрөп ебәргәйне. Быйыл хаталар аҙайҙымы икән?..

Телебеҙҙең үҫеше, киләсәге тик үҙебеҙҙән тора. Башҡорт телендә атамаларҙағы хаталарҙы бергәләп төҙәтәйек, ҡала башлығы приздарына иғлан ителгән шәп конкурстан ситтә ҡалмағыҙ!

“Ашҡаҙар”ҙар.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас