Инвалидтар нисек ял итә ала?
Ирина Суханова:
– “Ҡайынҡай” шифаханаһында Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге дәүләт ҡаҙна учреждениеһы сертификаты нигеҙендә, II һәм III төркөм инвалидтарҙы (18 йәштән пенсияға тиклемге, йәғни эшкә яраҡлы йәштәгеләрҙе) һәм махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт иткәндә йәрәхәтләнеү йә инвалидлыҡ алған кешеләрҙе йылына бер тапҡыр реабилитациялау ҡаралған. Әлеге ваҡытта, 2025 йылдың 1 ғинуарынан 30 авгусына тиклем 52500 һум күләмендә сертификат бирелә, уның ғәмәлдә булыу ваҡыты – ике ай. Дауаланыу ваҡыты төрлөһөндә төрлөсә, һәр кешенең диагнозына бәйле. Сертификат алыу өсөн тәүҙә участка терапевынан кешенең реабилитацияға мохтажлығы тураһында белешмә алғас, ғариза менән Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә кәрәк, ҡыҙыу линия телефоны +7 347 246-55-33. Шулай уҡ һеҙ +7 989 955-82-35 һандары буйынса мөрәжәғәт итә алаһығыҙ һәм беҙҙең белгестәр һеҙгә тура килгән халыҡҡа ярҙам итеү үҙәге бүлексәһенең адресын һәм телефонын табырға ярҙам итәсәк.
18 йәшкә тиклемге инвалид балаларҙы йылына бер тапҡыр реабилитациялау ҙа бар. Сертификат алыр өсөн дәүләт ҡаҙна учреждениеһына, дәүләт йәки муниципаль хеҙмәттәр күрһәткән Күп функциялы үҙәккә (йәшәү урыны буйынса иң яҡыны) йәки Республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Балалар сертификатының ваҡыты ярты йыл. Был ваҡыт эсендә улар реабилитация үтергә тейеш. Уның суммаһы 48000 һум тәшкил итә. (Өфө ҡалаһы, Менделеев урамы, 136/2) 8 (800) 775-00-14, +7 (347) 286-51-05, +7 (347) 286-51-06;
+7 989 955-82-35 – Ирина Александровна Суханова, дауахананың иҡтисад бүлеге белгесе.
Яугирҙарҙы ла көтөп ҡалабыҙ!
Шулай уҡ, шифаханала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн БР Хөкүмәтенең 2023 йылдың 7 авгусындағы 477-се ҡарары нигеҙендә шифахана-курортта ике аҙналыҡ дауаланыу һәм ял итеү ҡаралған. Улар өсөн мотлаҡ шарт – Башҡортостанда теркәлеү. Сертификаттың күләме – 60200 һум. Шифаханала дауаланырға теләүселәр беҙгә туранан-тура мөрәжәғәт итә ала. Кәрәкле документтар тапшырылғас, Өфө менән килешеп, ҡабул итеү көнөн билдәләйбеҙ. 2024 йылдан ҡатыны йәки ата-әсәһе файҙаһына һауыҡтырыу хоҡуғын тапшырыу тураһында ҡарар сыҡты. Бының өсөн МХО-ла ҡатнашыусы һауыҡтырыу хоҡуғын тапшырыу тураһында ғариза яҙа һәм беҙ уның туғандарының береһен рәсмиләштерәбеҙ.
Беҙҙең белгестәр бөтә һорауҙарға яуап бирәсәк һәм документтарҙы рәсмиләштереүҙә ярҙам итәсәк.
Юлламаны түбәндәге телефон һандары буйынса бронләргә мөмкин:
иҡтисад бүлеге 8 (3473) 312600;
8-989-955-82-35 Суханова Ирина Александровна, иҡтисадсы;
бухгалтерия 8 917 480 65 16;
Революцион урамы, 4А һанлы йорт.
“Ҡунаҡсыл ҡайынҡай”
Динә Шафиҡова:
– Беҙҙә “Башҡортостан Республикаһында социаль туризм” программаһы нигеҙендә сертификат буйынса “Ҡунаҡсыл ҡайынҡай” шифахана-курорт туры бар. Программала Башҡортостан Республикаһында йәшәүсе һәм “Дәүләт социаль ярҙамы тураһында”ғы Федераль закон менән ҡаралған пенсияға социаль өҫтәмә алған граждандар ҡатнаша ала. Улар:
- пенсионерҙар;
- инвалидлығы раҫланған кешеләр.
Атап әйткәндә:
- коляскала йөрөүсе инвалидтар;
- инвалид балалар;
- күреү буйынса I төркөм инвалидтар.
Ярҙамсы программала шулай уҡ, инвалидтарҙы оҙатып йөрөүселәр ҡатнаша.
8 (3473) 252140, +7-927-333-31-00 телефондары аша, Карл Маркс урамы, 103-сө йорт адресы буйынса, йәшәгән урын буйынса Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Рәсәй Федерацияһының Пенсия һәм социаль страховкалау фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе аша юллама буйынса инвалидтарҙың (граждандарҙың льготалы категорияһы) шифахана-курорт ялы бар. Улар 8-800-100-00-01 номеры буйынса мөрәжәғәт итә ала.
Пенсия алды йәшендәге граждандар өсөн улар эшләгән ойошма йүнәлеше буйынса шифахана-курорт ялы алыу мөмкинлеге лә бар. Был осраҡта ойошма эшсегә үҙ аҡсаһы иҫәбенә юллама ала, ә социаль страховкалау фонды һуңынан был аҡсаны түләнгән страховка иғәнәләре иҫәбенә ҡаплай. Бындай юллама хаҡы төрлө ойошмала төрлөсә.
Пенсионерҙарға ташламалар ҡаралған. Өс йылға бер тапҡыр Социаль страховкалау фонды программаһы буйынса улар ял итеү өсөн сертификат ала ала. Мотлаҡ шарттар – льготаларҙан баш тартмаҫҡа тейеш. Әгәр ҙә улар ташламаларҙан баш тартып, аҡсалата алырға уйлаһа, был осраҡта сертификат алырға мөмкин булмай.
Кедр мискәһе, гидромассаж һәм озокерит терапияһы...
Беҙҙә тар йүнәлешле белгестәр һәм терапевт бар. Шифаханаға юлланған һәр кемде башта беҙҙең табип ҡарай һәм дауалау тәғәйенләй. Сөнки, айырыуса инвалидтарҙа төрлө процедураларға һәм дарыуҙарға ҡаршы күрһәтмәләр булыуы ихтимал.
Шифаханала бихисап дауалау процедуралары бар һәм беҙҙең пациенттар тулы күләмдә ял итә, һаулығын нығыта ала. Һыу менән дауалау бүлегендә Шарко, циркуляр душ, күтәрелеүсе душ, гидромассаж, душ кеүек дауалау процедуралары тәҡдим ителә. Ылыҫлы, нафталин, батҡаҡ ванналары, кедр мискәһе бар. Тоҙ шахтаһы, батҡаҡ менән дауалау, озокерит терапияһы (йылытылған озокерит менән аппликациялар ҡулланып йылылыҡ менән дауалау), ҡул һәм механик массаж, атап әйткәндә, организмдан артыҡ шыйыҡса сығарыуҙы стимуллаштырыусы һәм матдәләр алмашыныуын тиҙләтеүсе лимфодренаж массаж төрө лә ҡулланыла. Атланта исемле яңы һыу аҫты аппаратында умыртҡа һөйәген һуҙыу ысулы, бынан тыш, карауатта ятҡан килеш ҡоро һуҙыу ысулы ла бар. Физкабинеттарҙың Электр менән дауалау, яҡтылыҡ менән дауалау, юғары йышлыҡлы терапия (УВЧ), бик юғары йышлыҡлы (КВЧ), синусоидаль модулләнгән токтар (СМТ) кеүек төрҙәре бар.
Килгән ҡунаҡтар өсөн беҙҙә дауалау физкультураһы, тренажер залы, ҙур йылы бассейн бар. Унда инвалидтар өсөн махсус күтәргес ҡоролған. Юғары ҡаттарға менеү өсөн лифт эшләй, бер корпустан икенсеһенә барыу өсөн күтәргестәр ҙә ҡаралған. Ғөмүмән алғанда, шифахана тейешенсә йыһазландырылған, аҙ хәрәкәтсәндәр өсөн беҙҙә ярайһы уҡ уңайлы мөхит булдырылған.
Түшәктә ятҡан инвалидтар өсөн айырым шарттар
Шифаханабыҙҙа умыртҡа һөйәге ауырыуҙары менән сирләүселәр өсөн махсус номерҙар ҙа бар, йәғни түшәктә ятҡан кешеләр өсөн. Улар бында оҙатып йөрөүсе менән дауалана ала. Ундай пациенттарҙың бүлмәһендә оҙаҡ ятыуҙан тән боҙолоуға ҡаршы матраслы махсус карауаттар бар. Ә уңайлы күтәргес ауырыуҙы күтәреп ваннаға алып бара һәм кире килтерә, ниһайәт, эште күпкә еңеләйтә.
100 кешегә иҫәпләнгән ашханала баланслы туҡланыу ҡаралған. Иртәнге аш, икенсе иртәнге аш, төшкө аш, киске аш һәм мотлаҡ ҡымыҙ бирелә. Йөрөй алмаған сирлеләр номерында туҡлана ала. Шулай уҡ, бында диета терапияһы ла бар.
Әүҙем ял итеү өсөн спорт, тренажер залдары бар. Шифаханала ятыусылар унда воллейбол, баскетбол, футбол уйнай ала. Шулай уҡ, спорт залын арендаға алыусылар ҙа бар.
Иң мөһиме, санаторийҙа психолог та эшләй. Был бигерәк тә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың туғандарына ҡағыла. Улар бында мотлаҡ психологик ярҙам ала ала. Өҫтәүенә, балалар өсөн психологик-медицина-педагогик тикшереү, коррекция-үҫтереү һәм компенсациялау дәрестәре лә үткәрелә.
Беҙгә дауаланырға күбеһенсә яҡын-тирә райондарҙан, Күмертау, Мәләүез, Салауат, Ишембай ҡалаларынан киләләр. Шифахана инвалидтарҙы ла, льготалыларҙы ла, ябай ял итергә теләүселәрҙе лә ҡабул итергә һәр саҡ әҙер. Йәштәр өсөн дә, оло йәштәгеләр өсөн дә (экономдан алып люксҡа тиклем) ял һәм дауаланыу ваҡыты файҙалы һәм күңелле үтә. Йәштәр күбеһенсә уңайлы люкс, ярым люкс номерҙарҙы өҫтөн күрә. Стандарт номерҙарҙа душ һәм бәҙрәф бар, ә эконом стандарт номерҙарҙа булмаһа ла, һәр ҡатта дөйөм душ һәм бәҙрәф бар.
Коляскала ултырған егет үҙ аяғында ҡайтып китте...
Рауил Шафиҡов:
– 2020 йылда беҙ шифаханала капиталь ремонт эшләнек, спорт һәм поликлиника корпустарын, йоҡо корпусын тергеҙҙек, ҡорамалдар һатып алдыҡ. Әлбиттә, коляскала йөрөүселәр, аҙ хәрәкәтсән һәм түшәктә ятҡан ауырыуҙарға өҫтөнлөк бирелә. Беҙ ғәҙәти шифаханаларҙа булмаған бөтә шарттарҙы булдырҙыҡ. Беҙҙә ишектәр киңәйтелде, палаталарҙа махсус санузелдар, махсус ванналар йыһазландырылды. Дүртенсе ҡатта, бығаса ваҡытлыса урынлаштырыу пунктында капиталь ремонт эштәре башҡарыла. Уның бер өлөшөн махсус хәрби операциянан ҡайтҡан егеттәргә бирәсәкбеҙ. Улар өсөн махсус палаталар, 1000 килограмм ауырлыҡты күтәрерлек махсус лифт йыһазландырыла. Ике оҙатып йөрөүсе менән ике коляскалы кеше һыйырлыҡ лифт буласаҡ. Насар йөрөүселәрҙе һәм коляскала йөрөүселәрҙе дауалау һәм реабилитациялау өсөн ҡорамалдар, был категория пациенттарҙы реабилитациялау өсөн кәрәкле әйберҙәр һатып алыу планлаштырыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ барыһын да эшләй алмайбыҙ. Әммә былтыр Өфө ҡалаһынан беҙгә коляскала ултырған егет килде һәм шифаханала дауаланғандан һуң үҙ аяғы менән атлап ҡайтып китте.
Шифахананың иң төп үҙенсәлеге шунда: Социаль страховкалау фонды юлламалары буйынса килгән пациенттар өсөн беҙҙә һауыҡтырыу һәм ял итеү менән шөғөлләнгән төп функцияларҙан тыш, башҡа шифаханаларҙан айырмалы рәүештә, бик ҡеүәтле амбулатор поликлиника ярҙам структураһы бар, һуңғы ваҡытта улар айырыуса махсус хәрби операция яугирҙары һәм уларҙың туғандары. Беренсе ҡатта поликлиника урынлашҡан, ул ял итеүселәргә генә түгел, ә беҙгә консультация алырға килгәндәргә лә тулы күләмдә ярҙам күрһәтә. Беҙҙә ике меңдән ашыу тикшеренеү төрө бар. Беҙ шул уҡ дарыуҙар, системалар, уколдар ярҙамында дауалайбыҙ.
Ҡала буйлап экскурсия һәм Торатауға сәйәхәт
Башҡарма директор Олег Гәрәев менән инвалидтар өсөн “Минивэн” автомобиле һатып алыу идеяһы ла тыуҙы беҙҙә. Был уларҙы махсус рәүештә автовокзалдан ҡаршы алып, кәрәк булғанда кире алып барыуҙы йә ҡала буйлап экскурсияларға йөрөтөүҙе күпкә еңелләштерер ине. Сөнки бында мәҙәни саралар етерлек. Льготалы һәм сертификат буйынса ял итеүселәр өсөн төрлө күңел асыу кисәләре, конкурстар уҙғарылып тора. Беҙҙә тап ошо категориялағы ялды ойоштороу менән шөғөлләнгән кисәләрҙе алып барыусы ла бар. Йыш ҡына ҡунаҡтарыбыҙҙы башҡорт филармонияһына йырҙар тыңларға, рус драма театрына тамаша ҡарарға һәм Торатауҙы күрһәтергә алып барабыҙ.
Мин быға тиклем оҙаҡ йылдар дауалау учреждениеһы етәксеһе булып эшләнем, үҙ ваҡытында 2-се ҡала дауаханаһында полиатив бүлек булдырҙым. Иинвалид кешеләрҙең проблемаларын беләм, һәм шуға күрә уларға ярҙам итеү теләге шунда уҡ барлыҡҡа килде. Минең йәнәшәмдә лайыҡлы кешеләр эшләй, беҙҙә дуҫ һәм әүҙем команда булдырылды, был да ҙур этәргес көс булып тора.
Шифахана-профилакторий директоры булараҡ, халыҡҡа әйтер һүҙем шул – үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, яратығыҙ, бигерәк тә Аллаһ Тәғәлә биргән һаулығығыҙҙы, мөмкинлектәрегеҙҙе ҡәҙерләгеҙ, уларҙы юҡҡа сарыф итмәгеҙ.
Гүзәл РӘМИЕВА.
Фотолар “Ҡайынҡай” санаторий-профилакторийы архивынан.