Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
24 Февраль 2025, 05:50

Радий Хәбиров “Башҡортостан геройҙары” программаһының башланыуын иғлан итте

Бөгөн, 24 февралдә, Башҡортостанда “Башҡортостан геройҙары” республика программаһы старт алды

Радий Хәбиров “Башҡортостан геройҙары” программаһының башланыуын иғлан иттеРадий Хәбиров “Башҡортостан геройҙары” программаһының башланыуын иғлан итте
Радий Хәбиров “Башҡортостан геройҙары” программаһының башланыуын иғлан итте

“Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса “Геройҙар ваҡыты” федераль проектын киңәйтәбеҙ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар араһынан дәүләт һәм муниципаль власть органдарында, предприятиеларҙа һәм ойошмаларҙа эшләү өсөн квалификациялы идарасылар әҙерләйәсәкбеҙ. Алғы һыҙыҡта уларҙың иң яҡшы сифаттары – яуаплылыҡ, намыҫ, Тыуған илгә тоғролоҡ, киҫкен хәлдәрҙә ҡарар ҡабул итә белеү кеүек сифаттары сыныҡты. Бындай сифаттар бөгөн етәксе өсөн бик мөһим. Программала ҡатнашыусылар тәжрибәле остаздар етәкселегендә уҡып сығырға, стажировка үтергә, һуңынан беҙҙең идара итеү командаһында лайыҡлы урын алырға тейеш”, - тине Радий Хәбиров Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантаналы йыйылышта.

Программала ҡатнашыу өсөн героибашкортостана.рф сайтында теркәлергә, анкета тултырырға, эссе яҙырға, онлайн-тест һәм әңгәмә үтергә кәрәк. Бынан һуң квалификация күтәреү курстары асыла. Иң юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкәндәр һөнәри әҙерлек программалары буйынса уҡый һәм эш тураһында тәҡдимдәр ала аласаҡ.

Башҡортостан Республикаһында Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгән осраҡта, бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр суммаһы 2 миллон һумға тиклем артҡан. Бер йыл эсендә яугир барлығы 4 520 000 һум аласаҡ. Шулай уҡ, хәрби хеҙмәткә контракт төҙөүселәрҙең барыһына ла 25 мең һумлыҡ хәрби форма кейеме бирелә.

Башҡортостан Республикаһында МХОла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә 50нән ашыу ярҙам сараһы ғәмәлдә.

Тулыраҡ мәғлүмәт – 8 (927) 310- 39-33; 8 (3473) 20-61-51 – Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы хәрби комиссариаты (Хоҙайбирҙин урамы, 118, 19-сы бүлмә).

Мәғлүмәт.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас