Тарихтан да беләбеҙ, үҙебеҙ ҙә хәбәрҙарбыҙ – ниндәй генә ауыр замандарҙа ла халҡыбыҙ рухын һис төшөрмәгән. Әлеге сара аша ла беҙ ошо рухтың ныҡлығына йәнә бер тапҡыр инандыҡ.
Бөйөк аҡыл эйәһе әйтмешләй, тарих – ул үткәндәрҙе яҡтыртыусы, киләсәккә юл күрһәтеүсе сыраҡ. Беҙҙең әсәйҙәр, өләсәйҙәр ҙә бит Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында фронтҡа ойоҡбаштар, бирсәткәләр, шарфтар бәйләп, тәмәке өсөн янсыҡтар тегеп ебәргән, һал-даттарыбыҙҙың рухтарын күтәреү өсөн еңеүгә дәртләндергән өсмөйөшлө хаттар яҙған. Ҡайғыны ла, шатлыҡты ла бергә күтәреп йәшәгән. Шуға ла аслыҡҡа ла, яланғаслыҡҡа ла бирешмәгән.
Әлеге әҙәби-музыкаль кисәлә тап шул ғәрәсәтле йылдар һәм хәҙерге йәшәйешебеҙ сағылыш тапты.
Махсус хәрби операция башланғандан алып яу яланында йөрөүсе һалдаттары-быҙға кәрәкле булған әйберҙәр әҙерләү өсөн ҡалабыҙҙағы төрлө предприятиелар һәм ойошмалар әүҙем эшләп килә. Һәм ошо мөҡәддәс эшкә ағинәйҙәребеҙ ҙә дәррәү ҡушылды. Мәҫәлән, “Хазина” фольклор төркөмө ағзалары үҙҙәре бәйләгән йөн ойоҡтар, бирсәткәләр бәйләү, дрондарҙан йәшенеү өсөн юрғандар, маскировкалау селтәрҙәре, госпиталдәге һалдаттар өсөн мендәрҙәр әҙерләү кеүек эштәрҙә ҡатнаша.
– Ул ҡәһәрле һуғыш арҡаһында күпме ҡалалар, ауылдар яндырылған, күпме ҡатындар ирһеҙ, балалар атайһыҙ, ҡыҙҙар һөйгән йәрһеҙ, әсәләр улһыҙ ҡалған. Ир-егеттәребеҙ һуғышта саҡта тылдағылар ҙа Еңеү хаҡына үҙ өлөшөн индергән. Үгеҙ егеп ер һөргәндәр, балаларҙы астан үлтермәҫ өсөн баҫыуҙағы серек картуф, башаҡ эҙләүсе әсәйҙәр, өләсәйҙәр, ололар менән бер рәттән һабан һөргән, иген үҫтергән, урман ҡырҡып һал ағыҙған малайҙар, ҡыҙҙар хәҙер инде үҙҙәре олоғайған инәйҙәр һәм бабайҙар – һуғыш балалары алдында баш эйәбеҙ! – тип өндәште залдағы тамашасыларға кисәне алып барыусы Хәлиҙә Ҡотлошина. – Улар күргән ауырлыҡтарҙы, ҡайғы-хәсрәттәрҙе һөйләп кенә аңлатырлыҡ түгел. Әммә улар бирешмәгән. Һуғыш ваҡытында гел генә илашып ултырмағандар, эшен дә эшләгәндәр, йырлап-бейеп күңел асырға ла ваҡыт тапҡандар.
Ниһайәт, илебеҙгә 1418 көн, 1418 төн көткән Еңеү көнө килде!
Бына шундай тетрәндергес хәтирәләрҙе күҙ алдына баҫтырҙы әҙәби-музыкаль кисә.
Ир-егеттең батырлығы яуҙа һынала, тиҙәр. Был тарихи хәҡиҡәт – быуаттарҙан-быуаттарға күсә килгән халҡыбыҙ рухы. Илебеҙгә азатлыҡ даулап күпме ир-егеттәребеҙ башын һалған! Ни ҡылаһың, һуғыш ҡорбанһыҙ булмай шул.
Яуыз дошман нәфсеһен тыя белмәй, әле лә аңдып ҡына тора. Илебеҙҙе яҡлап батырҙарса ҡорбан булғандарҙы яҡындары ғына түгел, халыҡ та онотмаҫ. Үкенескә ҡаршы, махсус хәрби операция барышында һәләк булыусылар араһында Стәрлетамаҡ егеттәре лә бар. Уларҙың яҡты рухына арнап таҡтаташтар ҡуйыла.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәребеҙҙең ғаиләләренә ярҙам саралары исемлеген киңәйтеү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Был документта 50-гә яҡын ярҙам сараһы ҡаралған.
Тик нисек кенә булмаһын, бер ниндәй аҡса ла, ярҙам да кемдеңдер ғәзиз улын, һөйөклө ирен, атаһын алмаштыра алмай... Яу яланындағы егеттәр изге Ватаны өсөн һуғыша, беҙҙән аҡса ла, кейем дә, ризыҡ та һорамай. Улар бары “Беҙҙең өсөн доғалар уҡығыҙ” тип үтенә. Күңелегеҙҙә булған изге теләктәрегеҙҙе йөрәгегеҙ менән һорағыҙ” – был һүҙҙәрҙе кисәнең эпиграфы итеп алырға ла була. “Я Раббым, илебеҙҙе яҡла, еребеҙҙе яҡла, ҡан-ҡойоштарҙан, афәттәрҙән, юғалтыуҙарҙан һаҡла! Был һуғыштарҙың хәйерле ахырын бир! Етәкселәрҙең, кешеләрҙең күңеленә тыныслыҡ, дуҫлыҡ хистәрен тарат!” тип ялбара ағинәйҙәребеҙ. Хәйер, улар ғынамы?!.
Бына әле илдә өс йыл барған махсус хәрби операция беҙҙең барыбыҙҙы ла оло һынау алдына ҡуйҙы. Күпме ғаиләләрҙең тормошонда сағылыш тапты. Әлеге ағинәйҙәр төркөмөнә йөрөгән Рәмилә Нәзметдинованың улы Мараттан 2023 йылдың майынан бирле хәбәр юҡ. Инде хәҙер бер йыл да һигеҙ ай булып киткән. Һалдат әсәһенең яралы күңелен ниндәй һүҙҙәр менән генә йыуатырға?! “Һуңғы өмөт сатҡыларын йыйып тик Аллаһ Тәғәләгә генә ялбарабыҙ, Аллаһ Тәғәләнән һорайбыҙ, ҡорбан салабыҙ”, – ти яугир әсәһе. Бына нисә айҙар инде төндәрен йоҡлай алмай, тыны менән һурып алырҙай булып көтә ғәзиз балаһын Рәмилә ханым. Иҫән-һау әйләнеп ҡайтһа ғына ярар ине Марат! Ҡайғы түгел, шатлыҡ йәштәре генә тамһын ине күҙҙәрҙән.
Һуғыш бөтөр, илебеҙҙә тыныслыҡ урынлашыр, иншалла. Беҙҙең яҡты ки-ләсәгебеҙ хаҡына, сабыйҙарыбыҙ тыныс йоҡлаһын өсөн үҙ ғүмерҙәрен ҡорбан иткән аҫыл ил улдарын оло хөрмәт менән иҫкә алайыҡ! Улар һәйкәлдәр булып ҡалҡып, таҡтаташтар булып, Кешелекте иҫкәртеп торорҙар, ти ағинәйҙәр бер тауыштан.
Әлеге кисәгә йыйылған халыҡ һәләк булған батырҙарыбыҙ рухын бер минутлыҡ тынлыҡ менән аяғүрә баҫып иҫкә алды.
Бик фәһемле, тәрән мәғәнәле кисә булды. Ошондай матур сараны ойоштороусыларға – “Хазина” фольклор төркөмөнә һәм А.Инан исемендәге китапхана кол-лективына ҙур рәхмәт.
Роза ҠОБАҒОШОВА.
Фото “Хазина” фольклор төркөмө архивынан алынды.