Йыл һайын сығарылыш класс уҡыусылары алдында Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу һынауы тора. Мәктәпте тамамлаусы балаларҙың да, уларҙың ата-әсәләренең дә тулҡынланыу, ҡурҡыу, борсолоу кисергән мәле. Шуға ла башҡа йылдарҙағы кеүек ата-әсәләргә лә, балалары һымаҡ, имтихан биреп ҡарау мөмкинлеге булдырылған.
1 март Стәрлетамаҡ сығарылыш уҡыусыларының ата-әсәләре база математикаһы буйынса һынау Берҙәм Дәүләт Имтиханын яҙа ала. Сара Полевая урамы, 29 адресы буйынса 5-се мәктәптә үтәсәк. Теркәлеү 09:30-ға тиклем. Башлана -10:00 сәғәттә. Ҡатнашыу өсөн бала уҡыған мәктәптә алдан ғариза бирергә кәрәк.
Ниндәй форматта үтәсәк?
Өлкәндәр имтихандың бөтә процедураларын үтә: теркәлә, телефон һәм шәхси әйберҙәрен тапшыра, имтихан алдынан контроль үтә, бланктарҙы тултыра. Улар дәүләт имтиханында контролдең нисек башҡарылыуын, имтихан материалдарының нисек баҫылыуын һәм эшкәртелеүен күрәсәк. Ҡатнашыусылар БДИ-ла булған заданиеларҙан имтихан эшен яҙасаҡ. Был ғәҙәти 3-4 сәғәткә түгел, ә ҡыҫҡараҡ ваҡытҡа иҫәпләнгән эш, әммә төрлө типтағы заданиелар менән таныштыра.
БДИ-ға әҙерләнгәндә имтихандарға килгән белемдәр генә түгел, дөрөҫ психологик ҡараш, үҙ көсөңә ышаныс бирә.
Мәғариф бүлеге мәғлүмәттәре буйынса