Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
25 Февраль 2025, 10:21

Йәнә лә мөхәббәт хаҡында

Хөрмәтле дуҫтар! Белеүегеҙсә, 1 март Етегән – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ байрамы билдәләнә. Ошо уҡ көн – Башҡорт ғаиләһе көнө лә һәм йәнә лә был байрамдың төп һәм сағыу ваҡиғалары Стәрлетамаҡта үтә!

Йәнә лә мөхәббәт хаҡындаЙәнә лә мөхәббәт хаҡында
Йәнә лә мөхәббәт хаҡында

Шулай итеп, 1 март 15:00 сәғәттә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенә (Ленин проспекты, 30В) рәхим итегеҙ! Унда һеҙҙе “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе – 2025” республика конкурсының гала-концерты көтә.

Конкурстың финалистары, яҡташтарыбыҙ – Ҡарасуриндар һәм Сәйфуллиндарҙы дәртләндереп, көйәрмән булып, республика сәнғәт йондоҙҙарының матур концерттарын ҡарап, бай күргәҙмәләрҙә милли кейемдәр, башҡа предметтар менән танышып, фотоға төшөп, концерттан һуң шунда уҡ “Ритайым” йәштәр кисәһендә бейеп, күңел асып, милләттәштәр менән аралашып, ял итеп ҡайтығыҙ!

Ә 27 февралдә иһә ҡалабыҙҙың А. Инан исемендәге башҡорт татар әҙәбиәттәре үҙәгендә (Дуҫлыҡ урамы, 37А йорто) “Етегән” байрамына арналған сағыу кисә үтә. Был әҙәби кисә 15:00 сәғәттә башлана.

Инеү бушлай. 0+

Әйткәндәй, ошо ("Бәйләнештә" төркөмөндә сыҡҡан) яҙманы үҙенең сәхифәһенә күсереп, комментарийҙарҙа мөхәббәт тураһында ике юллыҡ шиғыр ҡалдырыусыларҙы уйын көтә. Уйын шарттары буйынса, иң матур шиғыр юлдары авторын бүләк көтә. Еңеүсене 1 март билдәләйбеҙ!

Йәнә лә мөхәббәт хаҡында
Йәнә лә мөхәббәт хаҡында
Йәнә лә мөхәббәт хаҡында
Йәнә лә мөхәббәт хаҡында
Йәнә лә мөхәббәт хаҡында
Йәнә лә мөхәббәт хаҡында
Йәнә лә мөхәббәт хаҡында
Йәнә лә мөхәббәт хаҡында
Йәнә лә мөхәббәт хаҡында
Автор:
Читайте нас