Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
25 Февраль 2025, 08:24

Янғындарҙы иҫкәртеү — ярты бәлә

Ҡышҡы осорҙа торлаҡ йорттарҙа янғындар һаны арта. Бындай ваҡиғаларҙың сәбәптәре булып йылытыу системаларын файҙаланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоу тора.

Янғындарҙы иҫкәртеү — ярты бәләЯнғындарҙы иҫкәртеү — ярты бәлә
Янғындарҙы иҫкәртеү — ярты бәлә

Ҡышҡы осорҙа торлаҡ йорттарҙа янғындар һаны арта. Бындай ваҡиғаларҙың сәбәптәре булып йылытыу системаларын файҙаланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоу тора.

Янғынды булдырмаҫ өсөн һәр кем үҙ өйөндә хәүефһеҙлек сараларын тикшереп торорға бурыслы. Ут сығыу сәбәбе — янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәү, вайымһыҙлыҡ күрһәтеү. Күптәр, бигерәк тә ололар көнкүреш техникаһын һүндерергә онота. Ҡышҡы осорҙа электр системаһына көсөргәнеш төшөү, йылытҡыстар ҡулланыу арҡаһында ут сыға. Мейестәрҙең дөрөҫ сығарылмауы, иҫке электр үткәргестәр, электр ҡорамалдарын файҙаланыу ҡағиҙәләрен үтәмәү янғын сығыуға килтерә. Ут менән һаҡһыҙ эш итеү арҡаһында һәләк булыусыларҙың эске менән мауығыуҙары билдәле.

Шуға күрә үҙәк белгестәре балаларға һәм өлкәндәргә тағы бер тапҡыр янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәү кәрәклеген иҫкәртә: электр ҡорамалдарын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Электр селтәренә артыҡ көсөргәнеш тыуҙырмағыҙ, бер юлы бер нисә ҡеүәтле көнкүреш техникаһын эшләтмәгеҙ. Йылытҡыстарҙы ҡорған, йыһаздарға яҡын ҡуймағыҙ, өҫтөндә кейемдәр киптермәгеҙ. Йортоғоҙҙа электр селтәрен даими тикшереп тороғоҙ. Нимәлер эштән сыҡһа, ярҙам артынан квалификациялы белгестәргә мөрәжәғәт итегеҙ. Газ мейестәрен йортто йылытыу өсөн файҙаланмағыҙ, бының фажиғә менән тамамланыуы ихтимал. Өйҙө мейес менән йылытһағыҙ, уның төҙөклөгөн, төтөн сығарыу юлдарын тикшереп торорға, ҡоромдан таҙартырға, ярыҡтарын һыларға кәрәк. Хәүефһеҙлек өсөн мейес ауыҙы алдына тимер түшәү мотлаҡ. Эргәһендә тиҙ янып китеүсән материалдан эшләнгән йыһаз булырға тейеш түгел. Кер киптерергә ярамай.

Йорттарға ут сығыуҙы иҫкәртеүсе ҡорамалдар ҡуйыу мөһим. Ул төтөн еҫенә көслө тауыш бирә һәм янғынды тиҙ арала һүндерергә мөмкин. Ҡорамалдарҙың файҙаһы ҙур. Хаҡы ла ҡулай. Уны махсус магазиндарҙа һатып алырға мөмкин. Күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, шулай уҡ яңғыҙ йәшәгән өлкән йәштәгеләргә ул бушлай бирелә. Шулай уҡ, янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма бала табыу йортонда яңы тыуған сабыйға бирелә торған бүләк менән ҡуша бирелә.

Янғынды иҫкәртеүсе ҡоролманы ҡайҙа ҡуйырға мөмкин? Уға урынды нисек дөрөҫ һайларға? Тәү сиратта, уны ҡуйыу урыны итеп, йоҡо бүлмәһенә яҡын булған коридорҙы һайларға тырышығыҙ. Аш-һыу бүлмәһендә таба ҡыҙҙырғанда, һыу боҫрап ҡайнағанда ҡоролма эшләп китеүе ихтимал.

Ут сыҡҡан осраҡта «112» һандары буйынса хәбәр итегеҙ. Шылтыратыу бушлай. Йортоғоҙҙоң һәм яҡындарығыҙҙың хәүефһеҙлеге ябай ҡағиҙәләрҙе үтәүгә ҡайтып ҡалыуын онотмағыҙ. Үҙегеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың ғүмере берәү генә!

Фото - Стәрлетамаҡ районы хакимиәтенән.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас