Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
26 Февраль 2025, 10:37

Мунса – йыуыныу урыны ғына түгел, күп сирҙәрҙән дауа ла

Мунсаның файҙаһы һәм уның үҫешеү юлында проблемалары, киләсәккә пландары, башҡа мунсаларҙан нимәһе менән айырылыуы һ.б. тураһында 2020 йылдан алып ҡалабыҙҙағы бер нисә һауыҡтырыу комплексын етәкләгән һәм уларға йән өргән Бернадин Юрий Сельвестрович менән әңгәмәләштек.

Мунса – йыуыныу урыны ғына түгел, күп сирҙәрҙән дауа лаМунса – йыуыныу урыны ғына түгел, күп сирҙәрҙән дауа ла
Мунса – йыуыныу урыны ғына түгел, күп сирҙәрҙән дауа ла

Мунсаның файҙаһы күптәргә, күптән билдәле һәм фәнни яҡтан дәлилләнгән. Матдәләр алмашыныуы көсәйә, күпләп тир бүленеп сығыуы организмды шлактарҙан таҙарта, бөйөр эшмәкәрлеген еңеләйтә. Тире үлгән күҙәнәктәрҙән ҡотола, ә тән туҡымаһы әүҙемерәк кислород йота башлай. Ҡан әйләнеше лә яҡшыра, сөнки юғары температура арҡаһында тире капиллярҙары ҡан менән тула һәм эске ағзаларҙа ҡан йөрөшө тығыны булмай. Аҙнаһына бер булһа ла мотлаҡ мунса инергә кәрәк, дуҫтар.

Мунсаның файҙаһы һәм уның үҫешеү юлында проблемалары, киләсәккә пландары, башҡа мунсаларҙан нимәһе менән айырылыуы һ.б. тураһында 2020 йылдан алып ҡалабыҙҙағы бер нисә һауыҡтырыу комплексын етәкләгән һәм уларға йән өргән Бернадин Юрий Сельвестрович менән әңгәмәләштек.

 

- Хәйерле көн, Юрий Сельвестрович, үҙегеҙҙең мунса комплекстары тураһында һөйләп үтһәгеҙ ине.

- Мунса ҡала халҡы өсөн тәнен таҙартыр, йәнен сафландырыр өсөн төп һәм берҙән-бер урын булып тора. Беҙҙә ике төрлө – пар һәм электр менән йылытылған мунса бар. Парлы мунса, ҡороһона ҡарағанда, күпкә файҙалыраҡ. Ҡыҙған ташҡа һыу һибеп, йәғни эҫе һалып ебәрһәң, температура кинәт алмашына. Был, иһә, ҡан тамырҙарына бына тигән гимнастика, шулай уҡ тире күҙәнәктәре асыла башлай, тын алыуы еңеләйеп китә. Мунса - киң мәғәнәлә организмды тыштан да, эстән дә таҙартыу урыны.

Эйе, әгәр тарих төпкөлөнә төшөп китһәк, 14-се быуатта Европаны тағун эпидемияһы уттай ялмап ала, ә Рәсәйҙә ул бөтөнләй булмай тиерлек. Сөнки Европа халҡы йыуыныу тигән нимәне белмәй. Европанан айырмалы рәүештә, Рәсәй халҡының даими йыуыныу йолаһы була, һәм һәр ғаиләнең тиерлек үҙ мунсаһы булған, был тағун таратыусы бөрсәләр таралыу хәүефенә юл ҡуймаған.

- Эшмәкәрлектә проблемалар ҙа барҙыр?

- 2020 йыл. Ковид... Шул пандемия осоро беҙҙең бәкәлгә ныҡ һуҡты, тиһәк хата булмаҫ. Беренсенән, мунсаға йөрөүселәр һаны 70! процентҡа кәмене. Әле бына 2025 йыл, ә беҙ һаман да күрһәткестәрҙе ковид башланғанға тиклемге кимәлгә еткерә алмайбыҙ. Икенсенән, һуңғы йылдарҙа конкуренттар күбәйҙе. Әммә, уларҙың барыһы ла тиерлек сауна төҙөнө, ә беҙҙә социаль тәғәйенләнештәге мунса. Өсөнсөнән, кешеләр йыл әйләнәһенә йәмәғәт мунсаһына йөрөмәй. Беҙҙең эш миҙгелле – октябрь айынан март аҙағына тиклем генә. Ҡалған алты айҙа ҡала халҡы мунсаны үҙәренең баҡсаларында инә, үҙ мунсаһы булмағандар дуҫтарына, ауылға ата-әсәһенә ҡайтып инә. Әммә, йәйен йылы һыуҙы һүндерһәләр, кешеләр мунсаға күпләп йөрөй башлай. Ә клиенттар булмаған осорҙа беҙ киләһе миҙгелгә әҙерләнәбеҙ, халыҡҡа йөрөргә уңайлы булһын, оҡшаһын өсөн төрлө буяу-ремонт эштәре башҡарабыҙ.

- Клиенттар йәлеп итеү өсөн ниндәй ысулдар ҡулланаһығыҙ?

- Элегерәк абонементтар, ташламалар эшләнек, реклама бирҙек, буклеттар тараттыҡ. Әммә, был үҙен аҡламай. Әле уның менән шөғөлләнергә ваҡыт та юҡ. Юғарыла әйтеп үткәнсә, алда бик ҙур ремонт эштәре тора. Беҙгә даими рәүештә йөрөгән клиенттарыбыҙ ҙа бар. Улар хәҙер бик оҙаҡ ваҡыт беҙҙең менән.

- Киләсәккә пландарығыҙ ниндәй. Яңы мунсалар төҙөргә уйлайһығыҙмы, йәиһә булғанына көс һалып, тәртикә килтерергә планлаштыраһығыҙмы?

- Пландар, Наполендыҡы кеүек, әлбиттә. Тәү сиратта, Халтурин урамындағы мунсаның ҡаҙанлығын ремонтларға уйлайбыҙ. Сөнки нисәмә быуат элек Италиянан һатып алынған ҡорамалдар яйлап сафтан сыға башланы. Ә уларға ярашлы запас частар юҡ хәҙер. Ҡорамал сит илдән килтерелгәнгә күрә һәр ваҡыт нимәһендер модернизацияларға, уйлап табырға тура килә. Хатта “Кулибин” кеүек оҫтарҙыҡ тиһәк тә була. Башлыса, Ҡытай фабрикаһы етештергән сифталы запас частар һатып алабыҙ. Шулай уҡ, Дуҫлыҡ урамында урынлашҡан мунсала 5 һәм 6 урынлыҡ бүлмәләрҙе 2, 3 урынлыҡ итеп үҙгәртеп ҡорорға планлаштырабыҙ, бина ҡыйығын да алмаштырырға кәрәк. Ә былар, үҙ сиратында, әлбиттә, бик күп сығымдар талап итә. Өҫтәүенә, иҫ китмәле һалымдар түләйбеҙ...

- Мунсаға, башлыса кемдәр йөрөй?

- Беҙҙең мунсаларҙың барыһы ла бер-береһенә оҡшамаған. Мәҫәлән, Дуҫлыҡ урамында урынлашҡаны өлкән йәштәгеләр өсөн уңайлы һәм хаҡтар буйынса ла ҡулай. Өҫтәүенә, пенсионерҙар өсөн беҙҙә даими ташламалар ғәмәлдә – шишәмбенән йомаға тиклем. Дөрөҫөн әйткәндә, хаҡтарҙы күтәрергә тырышмайбыҙ, ҡала буйынса ҡараһаҡ, иң түбән хаҡтар беҙҙә. Ә бына Халтурин урамындағы мунсала ике ҙур бассейн бар. Унда, башлыса йәштәр йөрөй. Рәхәтләнеп, парланып мунса инергә лә, бассейнда йөҙөп, һаулығыңды нығытырға ла була - тәнгә сихәт, йәнгә дауа... Ҡалған өс мунсаны беҙ оҙайлы арендаға тапшырҙыҡ.

Өфө, Мәләүез, Күмертау ҡалаларынан килгән даими клиенттарыбыҙ мунсаларыбыҙҙан ҡәнәғәт, рәхәтләнеп саунала ҡыҙынып, мунса инеп, бассейнда йөҙөп ҡайтып китәләр. Һәм килгән һайын: “Һеҙҙең мунсағыҙ беҙҙең ҡалалағы мунсаларға ҡарағанда идеаль торошта, һәр ерҙә тәртип һәм таҙа. Ләүкәгә шикләнмәй ултырып йыуынырға мөмкин, бассейн да артыҡ хлорлы түгел”, - тип рәхмәттәр әйтә. Ә улар беҙгә аҙна һайын килә. Кешенең күңеле булһа беҙгә лә рәхәт, тимәк беҙ дөрөҫ юлдан барабыҙ!

Һәм уҙған йыл Стәрлетамаҡта үткән “Сауҙагәр 2.0” ҡунаҡсыллыҡ фестивале мәлендә Омск, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларынан, Ҡаҙағстан, Сыуашстан республикаларынан 160тан ашыу кеше беҙҙең мунсаларҙа инеп ҡайтып китте. Әлбиттә, бушлай. Һәм шул саҡтағы ҡала хакимиәте башлығы, әлеге ваҡытта РБ Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Ғәзизов, ҡунаҡтарҙан ҡалала нимә оҡшауын һорағас, улар бер тауыштан: “Мунса оҡшаны”, тигән.

- Эстәлекле әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Юрий Сельвестрович. Уй-ниәттәрегеҙ, ҡуйған пландарығыҙ тормошҡа ашһын. Эшегеҙҙә уңыштар һеҙгә.

- Рәхмәт. Беҙ дәүләт (ҡала) предприятиеһы. Алдыбыҙға байыу тигән маҡсат ҡуймайбыҙ. Беҙ төрлө социаль категория халыҡ өсөн эшләйбеҙ. Ауыр, әммә бөгөн, шөкөр, бынан ун, егерме, илле йыл элек һымаҡ ҡала халҡы мунсаларыбыҙға кинәнеп йөрөй. Иң мөһиме шул!

Ә. МАНСУРОВА, ЮРИЙ БЕРНАДИН ФОТОЛАРЫ.

 

Мунса – йыуыныу урыны ғына түгел, күп сирҙәрҙән дауа ла
Мунса – йыуыныу урыны ғына түгел, күп сирҙәрҙән дауа ла
Мунса – йыуыныу урыны ғына түгел, күп сирҙәрҙән дауа ла
Мунса – йыуыныу урыны ғына түгел, күп сирҙәрҙән дауа ла
Мунса – йыуыныу урыны ғына түгел, күп сирҙәрҙән дауа ла
Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас