Алдынғылар һәм буласаҡ табиптар
Радий Хәбировтың дөйөм республика буйынса биргән мәғлүмәттәре беҙҙең Стәрлетамаҡ ҡала округына ҡараған һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә сғылыш тапты. 2019 алып ҡалала медицина ярайһы уҡ яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе. Ҡала мәҙәниәт һарайында яңыраҡ үткән киңәйтелгән медицина советында яңғыраған фекерҙәр – бының асыҡ миҫалы, был сарала 2024 йылда һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһалды.
Кәңәшмәлә Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы урынбаҫары Михаил Григорьев, Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы Рита Сәмиғуллина, республиканың медицина ойошмалары һәм учреждениелары етәкселәре һәм вәкилдәре ҡатнашты. Совет эшен башлар алдынан сарала ҡатнашыусылар алдында Стәрлетамаҡ медицина колледжының “Патриот” хәрби-патриотик клубы ағзалары сығыш яһаны. Улар зыян күреүселәрҙе һуғыш яланынан ҡулдан килгән саралар ярҙамында ашығыс эвакуациялауҙың төрлө ысулдарын күрһәтте. Шулай уҡ төрлө яраланыуҙар ваҡытында нисек тиҙ һәм грамоталы бәйләүҙәр башҡарырға һәм жгуттар һалырға кәрәклеген күҙ алдына баҫтырҙы…
Төп проблемалар һәм бурыстар
Медицина советы йола буйынса алдынғы һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә наградалар тапшырыуҙан башланды. Артабан 2024 йылда 1-се ҡала клиник дауахананың баш табибы, Стәрлетамаҡ медицина округы буйынса штаттан тыш баш белгес, ҡала Советы депутаты Илшат Яппаров, Стәрлетамаҡ балалар дауаханаһының баш табибы Борис Шәрипов, Стәрлетамаҡ ашығыс медицина ярҙамы станцияһы баш табибы вазифаһын башҡарыусы Ольга Александрова үҙҙәренең медицина ойошмалары эшмәкәрлеге тураһында төплө доклад менән сығыш яһанылар. Сығыш яһаусыларҙың барыһы ла 2025 йылға төп проблемаларҙы һәм бурыстарҙы атаны.
Белгестәр буласаҡ!
– 2024 йылда 1-се дәүләт клиник дауаханаһында мотлаҡ медицина страховкаһы буйынса медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса бөтә план күләмдәре үтәлгән. Матди-техник базаһы нығый: 200-гә яҡын берәмек медицина ҡорамалдары һатып алына, тағы 458 берәмек ремонтлана. Күсмә саралар үткәреү өсөн дә ҡорамалдар алына, был диспансеризация һәм медицина тикшереүе өсөн 70-тән ашыу сығыу ойошторорға мөмкинлек бирә. Дауахана базаһында пульмонология һәм колопроктология бүлексәләре асылды. 2025 йылда табиптар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре һанын арттырыу, Коммунистик урамындағы поликлиниканы ремонтлау, яңы медицина ҡорамалдары һатып алыу һәм демография өлкәһендә маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшеү буйынса эште дауам итеү планлаштырыла, – тине 1-се ҡала клиник дауаханаһының баш табибы Илшат Яппаров.
42 мең бала тикшерелгән
Балалар дауаханаһының баш табибы Борис Шәрипов белдереүенсә, 2024 йылда Балалар дауаханаһында профилактик прививкалар планы 97 процентка үтәлгән, 42 меңдән ашыу бала профилактик медицина тикшереүе үткән. Шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға даими медицина ярҙамы күрһәтелә, балалар диспансеризацияһы үткәрелә.
– Педиатрия профиле буйынса көндөҙгө стационар шарттарында 2024 йылда 2136 бала дауаланды. Был 2023 йылға ҡарағанда 5 процентҡа күберәк. Бынан тыш, етәкселеге йәш белгестәрҙе йәлеп итеү буйынса ҙур эш алып барабыҙ. Әлеге ваҡытта ойошмала 18 табип йәш белгес, шул иҫәптән 10 маҡсатлы белгес эшләй, – тип һөйләп үтте Борис Мөхтәр улы.
52 бригада
Стәрлетамаҡ ҡалаһының ашығыс медицина ярҙамы станцияһы ла 2024 йылдағы эш йомғаҡтары буйынса юғары күрһәткестәргә өлгәшкән. Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалалары, Стәрлетамаҡ районы буйынса саҡырыуҙар башлыса дауаханға пациентты ашығыс алып барыуға ҡайтып ҡала. Төп сәбәптәр булып киҫкен һәм ҡапыл башланған ауырыуҙар тора. Шулай уҡ юл-транспорт ваҡиғаһында зыян күреүселәр һаны арта. Халыҡҡа 52 табип һәм фельдшер бригадаһы ярҙам күрһәтә. 2025 йылда сифатлы һәм арзан тиҙ медицина ярҙамын тәьмин итеү өсөн йәш кадрҙарҙы йәлеп итеү һәм автопаркты яңыртыу буйынса эште дауам итеү планлаштырыла.
Йомғаҡлау урынына
Медицина советы аҙағында Стәрлетамаҡ медицина колледжы директоры Вил Ибраһимов урта медицина белеме булған белгестәр әҙерләү системаһы тураһында мәғлүмәт менән таныштырҙы. Сара һуңында беҙҙең һаулыҡ ышаныслы ҡулдарҙа тигән фекер ҡалды. Һәр хәлдә үҙем сирләп мөрәжәғәт иткәндә, мине бер ваҡытта ла медицина ярҙамынан мәхрүм ҡалдырғандары юҡ. Был фекер менән күптәр килешәлер.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Анастасия АДАДУРОВА фотолары. Фотолар шулай уҡ гәзит архивынан алынды.