Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
1 Март 2025, 04:00

БЫНДА МӨХӘББӘТ ТӘ, ШӨҒӨЛ ДӘ БЕРГӘ ТОТАШҠАН!

Хоҙай ярҙамы менән кеше ҡулдары тылсымының ҡөҙрәте сикһеҙ. Оҫта ҡуллы кешеләр һәр ваҡыт һоҡланыу тойғолары уята, үҙ ҡулдары менән иҫ киткес матурлыҡ тыуҙырыусы бит улар! “Ҡулдарынан гөлдәр тама”, – тиҙәр ундайҙар хаҡында. Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе Сәйфуллиндар ғаиләһенең эштәре лә иҫ киткес зауыҡ менән айырылып тора. Һәр ғаилә үҙенсә бәхетле, мәҡәләмдең геройҙары ла тырыш, һоҡланғыс кешеләр – шуның менән бәхетле улар. Кеше ҡулдары ябай ғына әйберҙән дә матурлыҡ, бөйөклөк тыуҙыра, Сәйфуллиндар ҙа шундайҙарҙың береһе – милләтебеҙ хазинаһы түбәтәй, түшелдерек, ҡашмау, камзул, башҡорт милли кейемдәр һәм биҙәүестәр оҫталары.

БЫНДА МӨХӘББӘТ ТӘ, ШӨҒӨЛ ДӘ БЕРГӘ ТОТАШҠАН!БЫНДА МӨХӘББӘТ ТӘ, ШӨҒӨЛ ДӘ БЕРГӘ ТОТАШҠАН!
БЫНДА МӨХӘББӘТ ТӘ, ШӨҒӨЛ ДӘ БЕРГӘ ТОТАШҠАН!

Көс-дәрт ташып, ҡулдар “ҡысып” торған бер мәлдә...

Ғаилә башлығы Руслан Рәис улы Ҡырмыҫҡалы районы егете, Айгөл Илдар ҡыҙы Әбйәлил районынан. Айгөл Магнитогорский ҡалаһында һөнәре буйынса мәктәпкәсә белем биреү педагогына, Руслан Өфө энергетик колледжында уҡып йөрөгән саҡтарында танышып, дуҫлашалар. Йәшлек – дәртле саҡ, Айгөл әхирәтенә Өфөгә ҡунаҡҡа барғанда осрашып таныша ике йәш йөрәк. Уҡыуҙы тамамлағас Айгөл тыуып үҫкән Әбйәлил районына һөнәре буйынса балалар баҡсаһына музыкаль етәксе булып эшкә ҡайта, бер аҙ эшләгәс Магнитогорск ҡалаһында төпләнә, ә Руслан йүнәлтмә буйынса Стәрлетамаҡ ҡалаһына эшкә килә. Аралар йыраҡ тип тормай, Руслан Айгөл янына йыш ҡына сәскәләр, бүләктәр менән барып йөрөй, шулай бер йыл ваҡыт үтә һәм ныҡыш егет кейәүгә сығырға тәҡдим яһай!
Шулай итеп, йәштәр никах уҡытып, гөрләтеп туй яһап, Стәрлетамаҡта йәшәй башлайҙар. Айгөл ул ваҡытта ситтән тороп юғары белем ала, һөнәре буйынса булмаһа ла эшләп йөрөй. Тормош һәүетемсә дауам иткән һымаҡ, әммә барыһын да декрет ялы үҙгәртә!..

– Декретта ултырғанда, көс-дәрт ташып, ҡулдар “ҡысып” тора бит, ҡул эштәре менән шөғөлләнә башланым, – тип хәтерләй ул мәлде Айгөл. Һөнәре буйынса тегенсе булмаһа ла, ул халҡыбыҙ ижадына һөйөүе, ҡыҙыҡһыныуы, мауығыуы аша ҡулдарына энә алып, милли кейемдәр тегә башлай.

Изге маҡсат

Теләк кенә булһын, өйрәнәм тигән кешегә мөмкинлектәр сығып ҡына тора: төрлө семинарҙарҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә тәжрибә туплай, камиллаша. Шул саҡта йәш ҡатын үҙенең һөнәрсәнлеген, булмышын, хатта яҙмышын тиһәк тә мөмкин, аңлай. Ең һыҙғанып эш башлай талапсан Айгөл. Башта бер нисә йыл өй шарттарында тегергә, сигергә төндәр буйы йоҡламай эшләргә тура килә. Әлбиттә, барыһы ла еңел булмай, әммә ләкин тырышлыҡ юғары һөҙөмтәләр килтерә.

Әлеге көндә Айгөл Сәйфуллина ҡалабыҙҙа ғына түгел, республикабыҙҙа танылып өлгөргән бынамын тигән ҡул оҫтаһы, уның теккән күлдәк, камзулдары, япмалары, милли кейемдәр, һаҡал-түшелдеректәр һәм түбәтәйҙәре күптән инде абруй яулаған. Ҡала, республика кимәлендә үткәрелгән барлыҡ күргәҙ-мәләрҙә әүҙем ҡатнаша, төрлө конкурс-тарҙа юғары баһаға лайыҡ булып тора!

Заман арбаһы алға тәгәрәгән һайын кешелек үҙенең боронғоһона йышыраҡ ҡайырылып ҡарарға тырыша икән. Шуны тойған Айгөл үҙ шөғөлөн, һөнәрселеген кешеләргә өйрәтә, уртаҡлаша, оҫталыҡ дәрестәре үткәрә, сөнки уның изге маҡсаты – халҡыбыҙҙың тарихи ҡомарт-ҡыларын (айырыуса йәш быуынға) еткереү.

Хатта әйберҙәрен дә ғорурланып кейә

Ҡатын уңғаны иргә яраған, ир уңғаны илгә яраған, тиҙәр халыҡта. Был инде Сәйфуллиндар хаҡында, бөтә башланғыстарҙа ла, тәүге көндән алып ғаилә башлығы, тормош иптәше, балаларҙың атаһы бар яҡлап та ярҙам итеп, бергәләшеп эшләүсе Руслан Сәйфуллин. Үҙ эштәрен башлағас та, иң мөһиме Руслан Айгөлдө бар яҡлап та ярҙам итеп һәр ваҡыт ҡеүәтләп тора. Эште еңеләйтер өсөн һөйөклө ҡатынына башта ҡулдан булһа ла тегеү машинаһы алып бирә. Өй шарттарында артабан эшләп булмаясағын аңлап, Руслан ҡатынына ҡуртымға оҫтахана ала һәм унда йыһаздар, кәрәкле эш ҡоралдары ҡуйып, шарттар тыуҙыра. Әлеге көндә

һөнәрселәрҙең “Алтынай” исемле оҫтаханаларын күптәр белә.

Уңған, тырыш Руслан компьютерҙа сигеү машинаһы өсөн дизайн төшөрөргә ярҙам итә.

– Халыҡ кейеме өсөн сулпылар, ҡумбаҙалар, ҡаптырма кәрәк була башлағас, тимер һуғыу техникаһына ла өйрәнеп алдым. Замана талаптарына килгәндә хәҙер бар эштәреңде компьютер селтәрҙәренә ҡуйып, бүлешеп, күрһәтеп һатып алыусылар, ҡыҙыҡһыныусылар менән уртаҡлашырға кәрәк, – тип һүҙгә ҡушыла ғаилә башлығы.

Ул Айгөлөн бар күргәҙмәләргә үҙе йөрөтә, бер ҡасан да ауыр әйберҙәрҙе күтәрергә ирек ҡуймай. Улай ғына ла түгел, Айгөл теккән бар кейемдәрҙе тормош иптәше ғорурланып кейә, һәр ваҡыт һинең барыһы ла килеп сыға тип ҡеүәтләп, илһам биреп тора. Мәҫәлән, Мәскәүгә конкурсҡа барған саҡта ҡатыны эшләгән түбәтәйҙе бер секундҡа ла һалмай кейеп йөрөй. Йылылыҡ селтәрҙәрендә әйҙәүсе инженер булып эшләүенә ҡарамаҫтан, Руслан һәр саҡ ҡатынының эшмәкәрлегенә ярҙам итергә ваҡыт таба.

“Милләтебеҙ хазинаһы түбәтәй”

Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан тиҙәр, тап шулай: хәҙерге көндә Сәйфуллиндар теккән әйберҙәре менән Башҡортостаныбыҙҙа, бүтән төбәктәр араһында күптән танылып өлгөргән һөнәрмәндәр, үҙ эштәренең оҫталары.

Әлбиттә, бындай илаһи продукция етештереү, аңлауығыҙса, бер кешенең хеҙмәте генә түгел. Бында тотош ғаилә шөғөлө, ғаилә усағы, ғаилә тормошо һәм мөхәббәте сағыла!

Һуңғы ваҡытта Сәйфуллиндар үҙ шөғөлөнә башҡаларҙы ла күпләп өйрәтә тинек һәм оҫталыҡ дәрестәрен үткәргән һайын уларға башҡорт халҡының баш кейеме түбәтәй хаҡында китап сығарырға һорайҙар. Баҡтиһәң тотош Башҡортостанда(!) ундай китап юҡ... Әммә китап сығарыу ябай эш түгел, был йәһәттән дә үҙенсәлекле аҙым уйлап таба ғаилә: партнерҙарының коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы ярҙамында грант ота һәм хәҙер түбәтәй эшләү серҙәрен өйрәтеүсе “Милләтебеҙ хазинаһы түбәтәй” донъя күрҙе!

Ғаилә шөғөлө тигәндән, китапты сығарғанда Русландың иңенә күп эш төшә: фото, бар техник яҡтан эшләү, макеттар, ҡағыҙға төшөрөү, текстарҙы төҙәтеү, дөрөҫ яҙыу һәм башҡалар... Йәнә ғаиләнең уртаҡ ҡыҙыҡһыныуы, бер-береһен аңлауы сағыла бында.

“Беҙ ҡайҙа – улар ҙа шунда”

Эшҡыуарлыҡта ярайһы уңыштарға өлгәшкән ғаилә һәр ваҡыт алға ынтылып йәшәү рәте менән бергә балаларында телде белеү, изге ҡомартҡыларҙы һаҡлау һәм хөрмәт итеү һымаҡ төшөнсәләргә ныҡ иғтибар бирә. Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр ти, халыҡ мәҡәле. Нәҫелде дауам итеүсе улдары Вадим, Роберт ата-әсәһенә күргәҙмә, оҫталыҡ дәрестәрендә ярҙамға киләләр, күргәҙмәләргә әҙерләшәләр, әсәләре менән аталары етештергән милли кейемдә кинәнеп йөрөйҙәр. Улай ғына ла түгел, ата-әсәһенә ярҙам итеп, бысышып, тегешеп, киҫешеп, үҙҙәре лә оҫтара бара.

Оло улдары Вадим 3-сө Башҡорт лицей интернатында уҡыһа, кесеһе Роберт Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияла белем ала, икеһе лә спорт менән дуҫ, шахматта уйнарға ла өйрәнәләр, спортта, фәндә, конкурстарҙа ата-әсәһенә оҡшап еңеүселәр рәтендә.

– Башта балаларҙы ҡалдырып торорға Стәрлетамаҡта туғандар юҡ ине, хәҙер үҫһәләр ҙә үҙҙәре теләп йөрөй. Бәләкәй генә саҡтарынан алып улдарыбыҙ беҙ ҡайҙа барһаҡ – шунда! Беҙ һәр саҡ бергә! – тип йылмая Сәйфуллиндар.

Яҡты хыялдар, изге маҡсаттар менән йәшәгән ғаилә һәр ваҡыт бергә кәңәшләшеп, бар тыуған фекерҙәрҙе уртаға һалып эш итәләр. Егәрлелек менән бергә ябайлылыҡ һәм иң мөһиме, кешелеклек сифаттарына күмелеп йәшәй улар!

Хәлиҙә АБДРАХМАНОВА.

Лилиә Зәйнетдинова фотоһы.

Фото Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы
сығанағынан алынды.



БЫНДА МӨХӘББӘТ ТӘ, ШӨҒӨЛ ДӘ БЕРГӘ ТОТАШҠАН!
БЫНДА МӨХӘББӘТ ТӘ, ШӨҒӨЛ ДӘ БЕРГӘ ТОТАШҠАН!
Автор:
Читайте нас