Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
4 Март 2025, 05:28

Курск сик буйы яугирҙары маскировкалау селтәрҙәре өсөн рәхмәт белдерә

Улар ҡатын-ҡыҙҙарҙы яҡынлашып килгән 8 Март байрамы менән ҡотлап....

Курск сик буйы яугирҙары  маскировкалау селтәрҙәре өсөн рәхмәт белдерәКурск сик буйы яугирҙары  маскировкалау селтәрҙәре өсөн рәхмәт белдерә
Курск сик буйы яугирҙары маскировкалау селтәрҙәре өсөн рәхмәт белдерә

Курск сик буйында хәрби хәрәкәттәр алып барған икенсе мотоуҡсылар батальоны яугирҙары "Бергәләп Рәсәйҙең Еңеүенә!" тип аталған ирекмәндәр хәрәкәтенә позицияларҙы һәм техниканы йәшереүсе маскировка селтәрҙәре өсөн рәхмәт әйтте. Улар ҡатын-ҡыҙҙарҙы яҡынлашып килгән 8 Март байрамы менән ҡотлап, бындай ышаныслы тыл менән мотлаҡ еңеү менән ҡайтасаҡтарына ышаныс белдерҙе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, алғы һыҙыҡ һәм госпиталдәр өсөн ярҙам  түбәндәге адрестары буйынса ҡабул ителә: Шайморатов урамы, 4 (“Ватан” ойошмаһы), эш көнөндә 9.00-18.00 сәғәттә, төшкө ял 13.00-14.00 сәғ.; Комсомол урамы, 5 ( “Колхоз баҙары” туҡталышы), 3-сө ҡат. “Аструм” сауҙа комплексында һеҙҙе көн һайын 10.00 сәғәттән 21.00 сәғәткә тиклем көтөп ҡалалар. Һорауҙарығыҙ булһа +7 (917) 360-32-45 телефоны аша шылтыратып белергә мөмкин. Шулай уҡ, координатор Данис Ғатауллинға +7 (917)456-15-30 шылтыратырға була.

«Zov Сердца» фронтҡа ярҙам итеү берләшмәһенең координация үҙәге Хоҙайбирҙин урамы, 17 адресы буйынса урынлашҡан. Һорауҙарығыҙҙы Гөлнараға (8-987-584-08-55) һәм Еленаға (8-917-34-646-11) бирә алаһығыҙ.

Махсус хәрби операция яугирҙары һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам үҙәге Хоҙайбирҙин урамы (122, тел. 8-929-757-48-92) буйынса урынлашҡан.

«Стерлитамакский рабочий» гәзите мәғлүмәте буйынса.

Фото - видеонан скриншот.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас