Мәҫәлән, текстарҙы гәзит битенә килешле итеп ултыртырға, фотоларҙы яҡтыртырға, сифатын яҡшыртырға кәрәк, гәзит сыҡҡас ошо мәҡәләләр, башҡа яңылыҡтарҙы, яҙмаларҙы сайтта, социаль селтәрҙәрҙә урынлаштырыу бурысы ла тора. Был эштәр гәзитте версткалау һәм сайт буйынса инженер иңендә ята. Ошо бурысты гәзитебеҙҙә бына инде теүәл өс тиҫтә йыл дауамында алыштырғыһыҙ хеҙмәттәшебеҙ Гөлнара Турабай ҡыҙы ЗӘЙНЕТДИНОВА башҡарып килә. Бөгөн уның хаҡында бер нисә һүҙ әйтеп үтке килә. Сәбәбе лә ҙур. Беренсенән, гәзитебеҙҙең 35 йыллыҡ юбилейын кисерәбеҙ, икенсенән, бер урында утыҙ йыл эшләү үҙе бер матур сәбәп. Өсөнсөнән иһә, иң мөһиме, ошо көндәрҙә Гөлнара Турабай ҡыҙы үҙе лә күркәм ҡатын-ҡыҙ юбилейын билдәләй!
Эйе, гәзит эше күп ҡырлы, мәшәҡәтле тип тә өҫтәргә мөмкин. Атап киткән бурыстар бер һөйләм эсенә һыйһа ла, башҡарыуы ҙур яуаплылыҡ, оҙайлы ваҡыт, сабырлыҡ, һөнәри оҫталыҡ талап итә. Әйтәйек, гәзит йылдар дауамында, беләһегеҙ, бер төрлө генә сыҡмай, һәр һан һайын яңы мәҡәлә донъя күрһә, ярты йыл, бер йыл эсендә уның биҙәлеше үҙгәреп тора. Ғөмүмән, баҫма һәр саҡ яңырыу юлында һәм ошо йәһәттән Гөлнара Зәйнетдинова үҙенең һөнәри оҫталығын ғына түгел, ижади мөмкинлеген дә эшкә егә лә инде. Гәзит өҫтөндә эшләү буйынса ла, сайтта, социаль селтәрҙәрҙә яҙмалар урынлаштырыу ҙа көн һайын яңылыҡ өйрәнеүҙе талап итә. Сайттарҙың, социаль селтәрҙәрҙең талабы үҙгәреп тора, шул уҡ ваҡытта сәхифәләрҙә гиҙеүсене “Ашҡаҙар” яңылығына килеп еткәс, туҡтатып, иғтибарын йәлеп итерлек итеп яҙма урынлаштырырға кәрәк. Был йәһәттән дә Гөлнара Турабай ҡыҙы күптән “техник хеҙмәткәр” тигән төшөнсәнән күпкә өҫтөн. Әгәр редакцияға килгән уҡыусыбыҙ, гәзитегеҙ матур сыға йәки төркөмөгөҙҙә яҙмағыҙ матур тип әйтә икән, тимәк, бында, һис шикһеҙ, Гөлнара Зәйнетдинованың да ҙур хеҙмәте ята.
Улай ғына ла түгел, йылдар дауамында хеҙмәттәшебеҙ оҫтарып, үҙе баш һүҙ яҙып ҡына ҡалмай, баҫма биттәрендә үткер күҙе менән баш мөхәррир, уның урынбаҫары, корректор иғибарынан ситтә ҡалған хәреф, хатта төрлө фактик, сәйәси хаталарҙы ла күрә. Төҙәтеп тә ҡуя.
...Гәзит аҙнаһына бер сыҡһа, интернет киңлектәрендә эшебеҙ көн һайын тәүлек әйләнәһенә дауам итә. Был йәһәттән ҡала, республика, ил кимәлендә шунда уҡ гәзит уҡыусыбыҙ иғтибарына еткерергә кәрәк мәғлүмәт яуып тора. Бында ла һынатмай Гөлнара Турабай ҡыҙы, ял тип, кис тип иҫәпләшеп тормай, эшен тиҙ арала һәм сифатлы итеп атҡарып та ҡуя. Шулай алыштырғыһыҙ, тыңғыһыҙ ижадсы, ысын мәғәнәһендә журналист ул!
Һүҙ ыңғайы, хеҙмәттәшебеҙҙең тағы бер сифатын баһалап үтке килә. Үтә лә тыйнаҡ беҙҙең Гөлнарабыҙ. Юбилей уңайынан мәҡәлә тураһында һүҙ сыҡҡас та, баш тартырға ашыҡты. Шуға отпуск ялына ебәреп, “сюрприз” эшләргә тура килә үҙенә, сөнки хеҙмәттәшебеҙҙең хеҙмәте, булмышы иғтибарға лайыҡ.
Хеҙмәте тигәндән, бөгөнгө көндә ул БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто, БР Журналистар союзы, ҡала хакимиәте башлығының Маҡтау грамоталары менән баһаланған. Был ҡаҙаныштар исемлеге тағы ла артыр тип ышанабыҙ, сөнки Гөлнара Зәйнетдинова быға күптән лайыҡ!
Хеҙмәттәшебеҙ тормош иптәше Рәис менән Розалина исемле ҡыҙға һәм Рушан улдарына ғүмер биргәндәр, балалары, яҡындары менән бер-береһенә терәк-таяныс булып йәшәйҙәр. Ҡатын-ҡыҙ бәхете лә тик артып ҡына торһон уның!
Ғүмер байрамығыҙ менән, Гөлнара Турабаевна! Артабан да һаулыҡта, ғаилә бәхетендә, бәрәкәтлектә шулай гәзитебеҙҙең айырылғыһыҙ бер өлөшө булып ҡалығыҙ!
“Ашҡаҙар”ҙар.