Ошо көндәрҙә БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы һәм Республиканың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты коллегияһы ултырышында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Илдар Ғәрифуллинға Стәрлетамаҡ тарафынан “Ағыллы ҡала” проектын бойомға уңышлы ашырған өсөн диплом тапшырҙы.
Йылылыҡ, һыу һәм газ менән тәьмин итеү, ҡала инфраструктураһына һөҙөмтәле идарал итеү, йәшәү өсөн уңайлылыҡ һәм хәүефһеҙлек шарттарының интеллектуаль системалар эше баһаланды.
Матбуғат хемәт.
Фото – БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы.