Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
6 Март 2025, 07:24

Стәрлетамаҡ студенттары “БР ирекмәне” почет билдәһенә лайыҡ булды

Башҡортостан Мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжының 4 курсы студенты Алина Нәбиева һәм Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжының 2 курс студенты Денис Шәрипов лайыҡ булды.

Стәрлетамаҡ студенттары “БР ирекмәне” почет билдәһенә лайыҡ булдыСтәрлетамаҡ студенттары “БР ирекмәне” почет билдәһенә лайыҡ булды
Стәрлетамаҡ студенттары “БР ирекмәне” почет билдәһенә лайыҡ булды

5 мартта Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың урта һөнәри уҡыу йорттарының студенттар үҙидараһы лидерҙары менән осрашты. Улар Урта һөнәри белем биреү студенттар лидерҙары мәктәбе сиктәрендә власть органдары менән бәйләнештә уҡыуҙар үтәләр. Был сара донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәге вуз-ара кампус нигеҙендә  уҙғарылды.

Осрашыу сиктәрендә Башҡортостан Башлығы активистарға “Башҡортостан Республикаһы ирекмәне” почет билдәһен тапшырҙы. Быға Башҡортостан Мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжының 4 курсы студенты Алина Нәбиева һәм Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжының 2 курс студенты Денис Шәрипов лайыҡ булды.

Фото – БР Башлығының рәсми сайтынан.

Стәрлетамаҡ студенттары “БР ирекмәне” почет билдәһенә лайыҡ булды
Стәрлетамаҡ студенттары “БР ирекмәне” почет билдәһенә лайыҡ булды
Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас