Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
6 Март 2025, 05:36

Стәрлетамаҡта МХО яугирҙарына ярҙам системаһы юғары кимәлдә баһаланды

Сәфәр һөҙөмтәләре буйынса ҡунаҡтар Стәрлетамаҡ ҡалаһында МХО яугирҙарына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү системаһын ойоштороу кимәлен юғары баһаланы һәм артабан эш итеү буйынса киләсәккә пландар билдәләне.

Стәрлетамаҡта МХО яугирҙарына ярҙам системаһы юғары кимәлдә баһаландыСтәрлетамаҡта МХО яугирҙарына ярҙам системаһы юғары кимәлдә баһаланды
Стәрлетамаҡта МХО яугирҙарына ярҙам системаһы юғары кимәлдә баһаланды

5 мартта Стәрлетамаҡ ҡалаһына эш сәфәре менән Гөлнур Ҡолһарина еткселегендә Башҡортостан Республикаһының “Ватан һаҡсылары” фонды делегацияһы килеп китте. Делегация составына Мәскәү ҡалаһынан Партнерҙар ойошмаһы фонды вәкилдәре лә инде, улар МХО яугирҙарына, ветерандарына һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүҙә төбәктәр тәжрибәләрен тикшерә.

Эш сәфәре барышында ҡунаҡтар Стәрлетамаҡ ҡалаһы учреждениеларының хәрбиҙәргә һәм уларҙың яҡындарына ярҙам итеү эше менән танышты. Делегация “Әсә һәм бала” комплекслы үҙәкте, МХО яугирҙарына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү үҙәген, Республика йәштәр психология үҙәге филиалын, “Үҙебеҙҙекеләр”ҙең йортон, шулай уҡ “Мөхәммәтсәлим” мәсетен һәм Иоанн Предтечи храмын барып күрҙе.

Учреждениелар етәкселәре үҙ эштәрен тәҡдим итте һәм эштәрендә булған проблемалары тураһында һөйләне.

Сәфәр һөҙөмтәләре буйынса ҡунаҡтар Стәрлетамаҡ ҡалаһында МХО яугирҙарына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү системаһын ойоштороу кимәлен юғары баһаланы һәм артабан эш итеү буйынса киләсәккә пландар билдәләне.

Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте сайтынан.

Стәрлетамаҡта МХО яугирҙарына ярҙам системаһы юғары кимәлдә баһаланды
Стәрлетамаҡта МХО яугирҙарына ярҙам системаһы юғары кимәлдә баһаланды
Стәрлетамаҡта МХО яугирҙарына ярҙам системаһы юғары кимәлдә баһаланды
Стәрлетамаҡта МХО яугирҙарына ярҙам системаһы юғары кимәлдә баһаланды
Стәрлетамаҡта МХО яугирҙарына ярҙам системаһы юғары кимәлдә баһаланды
Стәрлетамаҡта МХО яугирҙарына ярҙам системаһы юғары кимәлдә баһаланды
Стәрлетамаҡта МХО яугирҙарына ярҙам системаһы юғары кимәлдә баһаланды
Стәрлетамаҡта МХО яугирҙарына ярҙам системаһы юғары кимәлдә баһаланды
Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас