Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
6 Март 2025, 11:44

Ҡышҡы триумф

Стәрлетамаҡ психо-неврология интернаты тәрбиәләнеүселәре һәм хеҙмәткәрҙәре спорт үрҙәрен яулай.

Ҡышҡы триумфҠышҡы триумф
Ҡышҡы триумф

Бына йоҡоға талған тылсымлы ҡыш та үтеп китте. Ул ап-аҡ ҡарҙары, етеҙ бурандары менән генә шатландырып ҡалмай, ә бихисап спорт төрҙәре өсөн идеаль шарттар тыуҙырған йыл миҙгеле лә. Тап ошо миҙгелдә спорт тормошо айырыуса бай була, әүҙем тормош һөйөүселәрҙе лә, профессионалдарҙы ла берләштерә. Стәрлетамаҡ психо-неврология интернаты (ПНИ) тәрбиәләнеүселәре һәм хеҙмәткәрҙәре был мөмкинлектән файҙаланып, республика һәм бөтә Рәсәй киңлегендәге төрлө ярыштарҙа әүҙем ҡатнашыппризлы урындар яулап өлгөрҙө.

Ҡыштың тәүге ҙур старттарының береһе булып, Рәсәй Махсус Олимпиадаһы сиктәрендә үткән тәрән ҡарҙа йөрөү өсөн аяҡҡа махсус аяҡ кейеме кейеп, ҡарҙа йүгереү буйынса спартакиада тора. Был спорт хәрәкәте психик тайпылышлы кешеләргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән, уларға физик һәләттәрен үҫтерергә һәм спорт аша йәмғиәткә яраҡлашырға ярҙам итә. Ошо ваҡиға барса республика спортсыларын берләштерә, уларға үҙҙәренең рух ныҡлығын һәм физик әҙерлеген күрһәтеү өсөн үҙенсәлекле мөмкинлек бирә. интернат тәрбиәләнеүселәре, дөйөм команда буйынса өсөнсө урын яулап, һәйбәт әҙерлек күрһәтте. Был ҡаҙаныш – команданың һәр ағзаһының ныҡышмалылығы һәм тырышлығы һөҙөмтәһе!

Ҡарҙа йүгереү – физик сыҙамлыҡ ҡына түгел, ә хәрәкәттәрҙең тигеҙлеген һәм координацияһын һаҡлап ҡалыу һәләтен талап иткән ҡатмарлы спорт төрө. Әммә беҙҙең спортсылар уларҙың күнекмәләре бушҡа үтмәүен дәлилләп, был һынауҙарҙы бик яҡшы үтәй.

Стәрлетамаҡ ҡалаһының 2-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе базаһында үткән XLIII “Рәсәй саңғы юлы – 2025” асыҡ Бөтә Рәсәй саңғы ярыштары ла әһәмиәтле сараларҙың береһе булды. Был сара һәр йылдағыса күп кенә ҡатнашыусыларҙы, шул иҫәптән профессиональ спортсыларҙы һәм саңғы спортын һөйөүселәрҙе лә йыйҙы. Беҙҙең учреждение хеҙмәткәрҙәре лә үҙ көсөн һынарға һәм ҡышҡы әүҙем ялдан ләззәт алыу өсөн был ярышта ҡатнашырға ҡарар итте.

Күптәр өсөн “Рәсәй саңғыһы”нда ҡатнашыу үҙен һынап ҡарау ғына түгел, ә киләһе йылға тиклем көс-дәрт, ыңғай тәьҫораттар һәм күтәренке кәйеф алыу мөмкинлеге лә ине. Саңғы спорты ярыш ҡына түгел бит ул, ә һаулыҡты нығытыу, кәйефте яҡшыртыу һәм яңы дуҫтар табыу ҙа.

Спорт марафонының киләһе этабы – баш ҡаланың “Мир” инвалидтарының ойошмаһы әҙерләгән физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһында саңғы ярыштары буйынса республика ярыштары ине.

Спортсыларыбыҙ һәйбәт техника һәм еңеүгә ынтылыш күрһәтеп, юғары урындар өсөн көрәшергә әҙер булыуын йәнә бер тапҡыр раҫланы. Трассаның ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, ҡыҙҙарыбыҙ дистанцияны ышаныслы үтте һәм тамашасылар менән судьяларҙың лайыҡлы таныуын яуланы.

Әммә спорт мажаралары бының менән генә тамамланмай. Алда беҙҙе Башҡортостан Республикаһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Стационар социаль учреждениелары араһында Баҡалы районында үтәсәк республика ярыштарында ҡатнашыу көтә.

Был ярыштар ҙа ҡатмарлы булырға вәғәҙәләй, сөнки бында бөтә стационар учреждениеларҙың иң көслө һәм иң тиҙ вәкилдәре йыйыласаҡ, әммә беҙҙең спортсыларыбыҙ йәнә төрлө һынауҙар үтергә әҙер. Ярышта ҡатнашыусылар яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтергә һәм тырышлыҡтарының бушҡа булмауын иҫбатлар өсөн, әүҙем шөғөлләнә башлаған да инде. Көндәлек күнегеүҙәр уларҙы мотлаҡ яулап аласаҡ яңынан-яңы еңеүҙәргә яҡынайта.

Шулай итеп, тәрбиәләнеүселәребеҙ һәм хеҙмәткәрҙәребеҙ өсөн ҡыш әүҙем спорт саралары билдәһе аҫтында үтә. Төрлө ярыштарҙа ҡатнашыу физик һаулыҡты нығытыуҙан тыш, республикала адаптив спортты үҫтереүгә лә булышлыҡ итә. Спортсыларҙы алда тағы ла бихисап еңеүҙәр һәм ҡаҙаныштар көтә, улар башҡаларға өлгө булыр һәм яңы үрҙәр яуларға илһам бирер, тип ышанабыҙ.

Юлия СЕМЕНОВА, интернаттың йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса белгесе.

Автор фотолары.

Ҡышҡы триумф
Ҡышҡы триумф
Ҡышҡы триумф
Ҡышҡы триумф
Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас