Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
7 Март 2025, 03:00

БӘХЕТЛЕ БУЛАМ ТИҺӘҢ...

Һаулыҡ та, ғаилә лә, үҙеңде ярата белеү ҙә мөһим!

БӘХЕТЛЕ БУЛАМ ТИҺӘҢ...БӘХЕТЛЕ БУЛАМ ТИҺӘҢ...
БӘХЕТЛЕ БУЛАМ ТИҺӘҢ...

Тормош ҡына түгел, Кеше үҙе лә уҡылмаған китап һымаҡ. Әҙәм балаһын күпме белһәң дә, өйрәнһәң дә, ысынлап та, һис асып бөтөрөрлөк түгел. Бара-бара ул китаптың эстәлеге, мәғәнәһе лә тәрәнәйә, үҙгәрә бара. Бит-тәжрибәләр өҫтәлә, тормошҡа ҡараштар ҡалыная. Рухташым, ҡәләмдәшем, ҡасандыр “Ашҡаҙар” гәзите редакцияһында, бер бүлмәлә бергә ултырып эшләгән, бергә мәҡәләләр яҙған, бөгөнгө көндә инде тиҫтә йылдан ашыу Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең Илшат Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры әҙәбиәт бүлеген етәкләгән Гөлдәр Собханғолова менән ҡатын-ҡыҙ бәхете тураһында әңгәмә-бәхәс ҡорғандан һуң да ошо “уҡылмаған китап” төшөнсәһе иҫкә төшөп ҡуйҙы. Әйтерһең дә, мин уны яңынан астым. Гөлдәр Салауат ҡыҙының бәхет, тормош хаҡындағы үҙенсәлекле, ҡолаҡ һалырлыҡ уйланыу-фекерҙәрен гәзит уҡыусыларға ла еткереү урынлы. Шуныһын да һыҙыҡ өҫтөнә алғы килә: был әңгәмә уның матур ғүмер байрамы – юбилейы айҡанлы ҡоролдо.

Сыуаҡай буйҙарында...

– Гөлдәр Салауатовна, Бәхетте нисек күҙ алдына килтерәһең? Байрам айҡанлы, ҡатын-ҡыҙ булараҡ та шул турала әйт әле.  

– Бәхетле булыу, бәхет тураһында бер һүҙ менән, бер кешегә, бер урынға йә иһә бер предметҡа ғына бәйләп әйтеү мөмкинме икән? Бәхет күп ҡырлы, коплекслы төшөнсә, минеңсә. Шул уҡ ваҡытта...

Мәҫәлән, мин бәләкәй саҡта Сыуаҡай тауына ҡарап тороу бәхет тип уйлай инем. Бер мәл генә булғандыр ул, ә мин уны мәңгелек төшөнсә тип аңланым. Белмәйем, бәлки тағы берәй ҡасан бәхетте ошо күренештә тип аңлармын, әммә әлегә башта башҡаса фекерҙәр.

– Бүлдерәм, ә бәләкәй ҡыҙ Гөлдәргә бәхет килтергән Сыуаҡай тауы ҡайҙа ул? Гәзит уҡыусыларға ла һөйләп үтһәң.

– Сығышым менән Бөрйән районы Аҫҡар ауылынанмын. Аҫҡар тирәләй урмандар һәм тауҙар уратып алған, шул тауҙарҙың береһе Сыуаҡай. Нөгөш буйы, Бажай, Ҡарағайтау... Хәйер, барыһы ла яҡын. Сыуаҡайҙы миҫал итеп әйттем. Ғөмүмән, әле ҙур донъяны танып белмәгән бала өсөн ошо тыуған ауыл, тыуған тупһа, урам, тәбиғәт бәхет килтереүсе сығанаҡ ине. Әммә был бәхет тулы булмаҫ ине, әгәр янымда яҡындарымдың йылыһын тоймаһам. Әсәйем мәрхүмә (Ғәйшә) уҡытыусы ине, ғүмере буйы тип әйтһәм дә хата түгелдер, мәктәп эшенә күмелеп йәшәне, мәктәп директоры, парторг... һәр вазифаһында яуаплылыҡты тойоп, бирелеп эшләне. Атайым да шулай ине, колхозда инженер-механик вазифаһын башҡарҙы.  Ғаиләлә ике бала үҫтек, минән бәләкәй Миҙхәт ҡустым бар. Беҙ уларҙың (ата-әсәйҙең) хеҙмәт йоғонтоһонда тәрбиәләндек. Ғаиләлә булғанға ҡарағанда бәлки эштә оҙағыраҡ та булғандарҙыр әле, әммә был үпкә түгел. Беҙҙең быуын балалары барыһы ла шулайҙыр инде. Совет кешеләре тәрбиәләне беҙҙе хеҙмәт аша! Шуға ниндәй эш булһа ла ҡурҡмай инем: тик “яҡшы” билдәләренә уҡыныҡ та, мәктәптән ҡайтып тиреҫен дә аҡтарҙыҡ, кисен волейбол, концерт, башҡа түңәрәктәр – береһен дә ҡалдырмай инем, ә унынсыла башланғыс кластарҙы үҙем уҡыта инем инде. Нисек өлгөрөлгән тиген? Ошо үҙе бер бәхет, ғүмер арауығы булған икән дә. Ә унан алда, атай-әсәй эштә саҡта Кинйәбикә өләсәй мәрхүмәнең ҡуйынында уянып китеүҙәре ни тора ине! Тәмле итеп, яңы айыртылған ҡаймаҡ менән баллап сәй эсә-эсә уның төрлө риүәйәттәрен, әкиәттәрен тыңлап кинәбеҙ. Был да бәхет түгелме ни? Әлбиттә, бәхет. Тик бер мәл генә... Артабан БДПУ, ғаилә ҡороу, тәүге эш, тәүге эш хаҡы... Йәнә бәхет, йәнә мәл генә.

 

Уҡытыусы, тәрбиәсе, журналист

– Аттарҙы ашыҡтырмайыҡ. Һөнәр. Тимәк бәхетте артабан уҡытыусы булыуҙа тип уйланың?

– Ысынлап та, уҡытыусы һөнәре иң матур һөнәр тип ғашиҡ инем. Бөгөн дә был фекеремдә торам: киләсәкте тәрбиәләүсе, белем биреүсе Кеше һис шикһеҙ иң абруйлыһы, иң матуры булырға тейеш! Шулай ҙа ҡулыма диплом алғас, әйткәндәй, уҡытыусы булып эшләргә насип булманы. Ишембай ҡалаһында, Зәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт республика гимназияһында музей мөдире булып башланып хеҙмәтемде, артабан тәрбиәсе итеп күсерҙеләр, уҡытыусылар урынына башҡорт теленән уҡыттым. Был да ғүмеремдең ҡабатланмаҫ бер бәхетле осоро. Һин биргән кәңәштәрҙе тотоп, һин биргән һабаҡтарҙы-тәрбиәне һеңдереп, тормошта кеше булып, нисә йылдар үткәс урамда осрап, интернетта яҙып, “Рәхмәт һеҙгә, Гөлдәр Салауат ҡыҙы!” тиҙәр икән элекке уҡыусыларам, тимәк был ысын бәхет булған!

– Әммә тормошта үҙгәрештәр көтә ине һәм һин бәхетеңде журналистикала һынап ҡарарға булдың...

– Мәктәптән яҙышҡас, эшкә килгәс тә Ишембай районының “Торатау” гәзитендә мәҡәләләр баҫтыра башланым, ә бер көн баҫманың ул саҡтағы баш мөхәррире Хаят Йосопова: “Әйҙә беҙгә журналист булып эш кил”, – тип тәҡдим яһаны һәм, ысынлап та, мин үҙемде башҡа өлкәләлә һынап ҡарарға булдым. Гәзиттәрҙең көслө сағы, милли рух күтәренке ваҡыт, гөрләтеп эшләнек!

–  Тормош бүлексәләреңде барлап, шундай һығымта яһарға ҡала: бәхет һәр быуын кисергәндә үҙенсә таныта үҙен. Шулаймы?

– Килешергә лә була, килешеп тә етмәҫкә, әммә уныһы хаҡында һуңғараҡ. Әлегә бәхет төшөнсәһенең урынға бәйлелеген тағы бер ҡабат иҫкә төшөргө килә: бала саҡтан тау булһа, тормошҡа сығып, Уралыма әсәй булып, эшләп йөрөгәндә бәхетте йәшәгән урынға бәйләп һынап ҡараным. Әлбиттә, мөмкинлектәр, уңайлыҡтар, перспиктива һәм башҡалар уйландырғандыр, әммә беҙ Илнур менән икебеҙ ҙә Стәрлетамаҡҡа ғашиҡ инек: урам буйлап троллейбус килә, бөхтәлек, кешеләр, заводтар – нисектер ошо күренештәр ғашиҡ итте. Һәм яңы мең йыллыҡты яңы ҡалала ҡаршыларға булдыҡ. Мине “Ашҡаҙар” гәзитенә эшкә саҡырҙылар, тормош иптәшем Себер тарафтарында эшләй ине. Был редакцияла эшләүем дә үҙе бер матур ваҡиға, ғүмер арауығы.

Стәрлетамаҡҡа килгәндә, ошо ҡалала мин Асҡарыма әсәй булдым, күпме дуҫтар таптым, үҙ нигеҙле булдыҡ.

 

“Кешеләрҙе дауалағым килә”

– Күптәр бер урында ғүмер буйы “йәбешеп” эшләүҙән бәхет кисерә, ә һин ҡурҡмай вазифа һәм эш урынын алыштыра алғанһың. Бөгөн инде театр белгесеһең, ә бына иртәгә берәй эш тәҡдим итһәләр?..

– Дөрөҫөн әйткәндә, ысынлап та, төрлө уйҙар кисергән булды. Мәҫәлән, пандемия ваҡытында минең шәфҡәт туташы булып эшләгем килә ине. Кешеләргә ярҙам итергә.

– Нисек? Һин филолог кеше бит! Волонтер булыпмы ни?

– Ирекмән түгел, ә ысын мәғәнәлә дауаханала профессиональ кимәлдә. Беләһеңме, хатта уҡырға инергә имтиханға әҙерләнә башлағайным, тик был бер мәл генә булған. Уйым яйлап таралды. Артабан тормошта юғалып ҡалған ҡатындар өсөн клуб булдырыу тигән хыял менән яна башланым. Эскесе йәки наркоман тигән мәғәнәлә генә түгел, ғөмүмән, хатта ғаиләһе, ире, балалары, эше лә була тороп тормошта юғалып ҡалғандар өсөн...

Бөгөн мин Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрының бер өлөшө булыу менән бәхетлемен. Артистар, ижади кешеләр менән эшләүе үҙе бер ҙур бәхет бит ул. Текстар уҡыйбыҙ, тәржемә итәбеҙ, режиссер менән эш. Улай ғына ла түгел, документтар тултырыу, наградаға әҙерләү, читка, спектаклде тапшырыу, афиша... Һанай китһәң, бик күп бурыс. Шул уҡ ваҡытта, күҙгә күренмәгән хеҙмәт – кешеләр менән аралашыу эше лә бар бит әле. Артистар, тамашасылар, режиссерҙар... Кәңәштәр, фекерҙәр. Кешене бүлдермәй тыңлай белеү ҙә уның рухын күтәреп, еңеләйтеп ебәреүе мөмкин. Ғөмүмән, ошо яуаплылыҡты, кәрәклегемде тойоп эшләүе бәхет ул минең өсөн! Үткәндәремә әйләнеп ҡарайым да, бәхетте тойоу юлымда һәр этабы тормош мәктәбе икәнен дә аңлайым хәҙер. Шуға тормоштоң һәр мәленең ҡәҙерен белеп, бәхетле булып йәшәргә кәрәк.

– Бәхет эшкә, урынға бәйле тип һөйләй башланыҡ та. Ғаилә менән нығытып ҡуйһаҡ ине.

– Илнур беҙҙең ауылға минең класташыма ҡунаҡҡа килгәйне. Барыбыҙ ҙа студенттар инек. Киске уйында таныштыҡ. Йәш саҡтар, дәртле саҡтар. Татьяна Буланованың “Ясный мой свет”ын һүндереп тороп, нисек итеп гармун көйҙәренә тыпырҙата инек – үҙе бер бәхетле осор. Шул ритайымда бейергә саҡырҙы ла инде буласаҡ тормош иптәшем. Оҙатып ҡуйҙы, хаттар яҙыштыҡ, аралашып торҙоҡ. “Яратам” тип әйтеү бер, ҡатын-ҡыҙ өсөн ир-егетен көтөү ләззәте кисереүе ни тора! Оҙатып, ике йылдан һуң әрменән көтөп алдым. Локаль конфликтта ҡатнашты һәм хаттары килмәһә, йәрөк әрнеп-әрнепңэ остоҡ ҡына булһа ла хәбәр яҙһа ине, тип өмөтләнә инем. Бәхеткә ҡаршы, имен-аман ҡайтып төштө, күп тә үтмәне өйләнештек. Әлеге мәлдә тормош иптәштәре ситтә хеҙмәт иткән, эшләгән ҡатын-ҡыҙ мине аңлайҙыр, ике ай, ике йыл – көткәндәр өсөн һәр минут оҙаҡ үтә... Миңә ҡалһа, ҡатын ҡыҙҙың бәхете ана шул көтөүгә, көтә белеүгә лә барып тоташа. Тормош иптәшемә рәхмәтлемен, бәхетлемен. Ауылдан килгән күп ғаиләләр үтә торған һынауҙар ҙа үттек:  арзан эш хаҡы, бурыстар, ҡуртымға фатир, аҡса юҡлыҡ... Бөгөн, шөкөр барыһы ла бар һәм был йылдар дауамында хәләл көсөбөҙ менән табылған мал – был һүҙҙәрҙе лә бәхет кисереү тип ҡабул итергә булыр ине.

 

Ҡоллоҡ, азатлыҡ һәм гармония

– Ә үкенестәр булдымы тормошоңда? Бәхетеңде ҡыйырлыҡ үкенестәр.

– ...Бөрйән юлын беләһең, тураға ҡайтыу бигерәк тә. Әммә ике араны бер тигеҙ итеп, беҙ Бөрйәнгә лә, Илнурҙың тыуған яңы Федеровка районы Сытырманға араларҙы һыуытманыҡ. Юлда машина ла боҙолдо, Ҡолғона юлдарында (Ишембай районында) батып та ултырҙыҡ, әммә барыбер ҙә әсәй-атай янына ашҡынып ҡайта инек, һәр байрамдарҙа, ялдарҙа. Әммә әле нишләп тағы ла йышыраҡ ҡайтмағанмын икән тип үкенәм, әсәйем янына, ул тере саҡта...

– Бәхеттең нигеҙендә һаулыҡ ята – был хаҡиҡәт, шунан ғаилә тинек, эш, йәшәгән урын... Ошолар барыһы ла бәхетле итәме кешене?

– Минеңсә, әйтелгәндәргә өҫтәп ҡатын-ҡыҙ бәхетле булыр өсөн үҙен яратырға ла тейеш йәки үҙен дә яратырға тейеш!

- Эгоизм?

– Юҡ. Был эгоизм түгел. Миҫал өсөн: әйтәйек үҙ өҫтөңдә эшләү. Һин үҙеңде яратаһың икән, тимәк, мәҫәлән, һин матур булырға ынтылаһың – был тышҡы матурлыҡҡа ла, эске паклыҡҡа ла ҡағыла. Бая клуб тип юҡҡа әйтмәнем. Бөгөн ғаиләһенә, эшенә, бурыстарына ныҡ бәйле ҡатындар күп. Ғаилә бағыу бер, эште яратыу бер, әммә ҡоллоҡ кимәлендә ҡорбан булып яратыу ярамай. Бәлки күптәр тәңҡитләп тә үтер, әммә был минең фекер. Әгәр һин балаңды яратаһың икән, уның өсөн алдан йөрөргә тейеш түгелһең, эргәһенән кәрәк саҡта таяныс булып барырға ғына кәрәк. Шул уҡ ваҡытта үҙен ҡатын-ҡыҙ икәнен онотоп, “эш аты” булып йәшәүселәр аҙмы? Тәү ҡарашҡа, уларҙың тормошо етеш, ғаиләһе бар, килемле эше, ти. Ә бит тормош шулай мал, табыш тип үтә. Ҡатын-ҡыҙ булараҡ эске азатлыҡ табып, яҡтылып таратып йәшәргә тейешбеҙ. Паклыҡ тигәндән, ошо үҙ-үҙеңде яратыуға мин тормошта ниндәй аңлашылмаусанлыҡтар килеп сыҡһа ла, барыһынан өҫтөн булыуҙы ла күҙ уңында тотор инем. Ниңә ярһырға, янырға һуң? Әгәр ниндәйҙер сетереклек, ваҡлыҡ килеп сыҡты икән, тимәк бынан да позитив мәл, һабаҡ табырға тейешбеҙ – был да үҙеңде ярата белеү. Тағы бер мөһим сифат был һөйөүҙә: бар нимәлә сама билдәләргә! Шул саҡта ғына бәхет кисереп, үҙебеҙҙе, бер-беребеҙҙе яратып йәшәй аласаҡбыҙ.

– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Артабан да шулай ҡатын-ҡыҙ бәхете кисереп йәшәргә яҙһын үҙеңә, ҡәләмдәш!

Әңгәмәне Рәмил МАНСУРОВ ҡорҙо.

Әлиә АРЫҪЛАНОВА фотоһы.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас