13 мартта Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө модель китапханаһы-филиалы – “Сәнғәт оҫтаханаһы” мәғлүмәт-мәҙәниәт үҙәге нигеҙендә яҡташыбыҙ, шағир, махсус хәрби операция зонаһында һәләк булған яугир Валентин Волочаев иҫтәлегенә бағышланған “Беҙ бергә!” асыҡ ҡала шиғыр конкурсы уҙғарыла.
Осрашыуға журналист – “Ашҡаҙар” гәзите баш мөхәррире Рәмил Ғәбдрәшит улы Мансуров һәм “Стерлитамакский рабочий” гәзите хәбәрсеһе Фаяз Фуат улы Йомағужин киләсәк. Юғарыла телгә алынған шиғырҙар конкурсы “Ватан ҡушыуы буйынса” китабын презентациялауҙан башланып китә.
Сараға Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, активистар, ирекмәндәр саҡырылды. Улар араһында Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы “МХОлар” Ватаныбыҙ һаҡсылары ғаиләләре комитеты етәксеһе Волочаева Янина Рашит ҡыҙы ла бар.
Был көндө китапханала яҡташыбыҙ, шағир, махсус хәрби операция зонаһында һәләк булған яугир Валентин Волочаев иҫтәлегенә бағышланған шиғырҙар конкурсы еңеүселәрен бүләкләү була. “Беҙ бергә!” спорт-мәҙәни фестивале сиктәрендә “Ашҡаҙар” гәзите редакцияһы призына ойошторолған был конкурс Махсус хәрби операцияға бағышланған.
Сара программаһында “МХО геройҙарына хөрмәт һәм дан” китаптар күргәҙмәһе презентацияһы һәм “Ватан” хәрби-патриотик берләшмәһенән ҡоралдар күргәҙмәһе күҙаллана. Рәхим итегеҙ!