2024 йылдың 24 февраленән Башҡортостан Республикаһында “Геройҙар дәүере” федераль проекттың төбәк тәҡдиме булараҡ, “Башҡортостан геройҙары” кадрҙар проекты бойомға ашырыла.
Проекттың маҡсаты булып, МХО-ла ҡатнашыусылар араһынан дәүләт һәм муниципаль власть органдарында, предприятиеларҙа һәм ойошмаларҙа, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы ойошмаларында эшләү өсөн юғары квалификациялы идарасылар резервын булдырыу тора.
Проект башланғандан алып тәүге ике аҙнала 900ҙән ашыу заявка тапшырылған, был МХО яугирҙарының программа менән ҡыҙыҡһыныуын һәм төбәк үҫешенә үҙ өлөшөн индерергә ынтылыуын дәлилләй.
Әлеге ваҡытта теркәлеү этабы дауам итә, ул 2025 йылдың 31 мартына тиклем дауам итәсәк.
Был хаҡта тулыраҡ мәғлүмәт алыу һәм заявка тапшырыу өсөн һылтанма - http://героибашкортостана.рф.