Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
11 Март 2025, 04:55

Көндөң ҡапыл йылытыуы бәлә килтереүе ихтимал

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкә төшөрә:

Көндөң ҡапыл йылытыуы бәлә килтереүе ихтималКөндөң ҡапыл йылытыуы бәлә килтереүе ихтимал
Көндөң ҡапыл йылытыуы бәлә килтереүе ихтимал

БР буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында аномаль йылы һауа торошо һәм ямғырҙар тураһында иҫкәрттеләр. Башгидромет үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, йылы көндәр һәм ямғырҙар 11 марттан 15енә тиклем фаразлана. Уртаса тәүлек һауа температураһы 3-9 градус кимәлендә булыуы хәбәр ителә.

Урыны менән төндә -10, -5 градус, башҡа райондарҙа -3, +2 градус тәшкил итәсәк. Көндөҙ +2 градустан, +7 градусҡаса йылыта, шулай уҡ төрлө көслөлөктә яуым-төшөмдәр көтөлә.

“Нимә көтөргә? Юғары температура режимы һәм яуған ямғырлы яуым-төшөм ҡарҙың әүҙеме иреүенә һәм ауыш ерҙәрҙән ҡарҙың ишелеүенә булышлыҡ итәсәк. Республика тораҡ пункттарының түбәнәйгән участкаларын һыу баҫыуы, бәләкәй дала һәм тау йылғаларында һыу кимәленең күтәрелеүе ихтимал”, - тип хәбәр итә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкә төшөрә:

*йорт эргәһендәге территориянан ҡарҙан таҙартырға,

*һыу ағыҙыу һәм һыу үткәргес торбаларҙы таҙартырға,

*бөтә ҡиммәтле әйберҙәрҙе подвалдарҙан, келәттәрҙән алырға,

*документтар, аҡса, кейем комплекты, кәрәкле дарыуҙар әҙер булһын,

* мөмкин булһа итек, кәмә, махсус костюм әҙерләргә,

* ул-был хәл була ҡалһа, хакимиәттә йорт малын эвакуациялау урыны асыҡланһын.

Ә.Мансурова фотоһы.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас