Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
11 Март 2025, 06:43

Тиҙ байыйым тип бурысҡа батҡан...

Стәрлетамаҡта йәшәүсе ҡатын килем артынан ҡыуып, уғрыларға дүрт миллион һум аҡса күсергән. Ҡала буйынса Эске эштәр министрлығы идаралығында хәбәр итеүҙәренсә, юғарылағы сумма иҫәбендә кредитҡа һәм бурысҡа алған аҡса, шулай уҡ зыян күреүсенең дә шәхси тупланмаһы булған.

Тиҙ байыйым тип бурысҡа батҡан...Тиҙ байыйым тип бурысҡа батҡан...
Тиҙ байыйым тип бурысҡа батҡан...

Стәрлетамаҡта йәшәүсе ҡатын килем артынан ҡыуып, уғрыларға дүрт миллион һум аҡса күсергән. Ҡала буйынса Эске эштәр министрлығы идаралығында хәбәр итеүҙәренсә, юғарылағы сумма иҫәбендә кредитҡа һәм бурысҡа алған аҡса, шулай уҡ зыян күреүсенең дә шәхси тупланмаһы булған.

40 йәшлек ҡатын Интернет селтәрендә эш эҙләгәндә ҡыҙыҡлы тәҡдимгә тап була һәм һылтанма буйынса күсә. Мессенджер аша ҡатын менән “инвестициялар компанияһы вәкиле” бәйләнешкә инә һәм платформаның ыңғай яҡтары тураһында һөйләй башлай.

Зыян күреүсе инвестиция иҫәбен 10 мең һумға тулыландыра, артабан ике аҙна дауамында 600 мең һумдан ашыу суммаға кредит ала, таныштарынан бурысҡа 2 300 000 һумдан ашыу һорап тора һәм уғрыларға күсерә. Шулай уҡ ҡатын уларға 1 млн. һумдан ашыу үҙ аҡсаһын да күсерә. Был сумманы ҡатын өй һатып алыуға тип йыйған була.

Ҙур сумма инедереүгә ҡарамаҫтан, барыбер килем алмай, һәм шул саҡта ҡатын полицияға мөрәжәғәт итә. Енәйәт эше ҡуҙғатыла.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса Эске эштәр министрлығы идаралығы хәтерегеҙгә төшөрә: рәсми финанс ойошмалар хеҙмәткәрҙәре мессенджерҙар аша шылтыратмай, банк карталары мәғлүмәтен йәки смс-хәбәр аша килгән кодты һорамай, шулай уҡ ҙур килем алыу һылтауы менән тиҙ арала аҡса индеререгә күндермәй.

Сығанаҡ.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас