Хәҙерге тормош күпкә етеҙерәк, кешеләр төрлө яҡлап һәләтен үҫтерергә ынтыла. Хеҙмәт баҙарында килеп тыуған хәл дә үҙгәрештәргә этәрә: бөгөн бөтә тармаҡтарҙа ла күҙәтелгән кадрҙар дефициты эш биреүселәрҙең кадрҙар артынан «һунар итеүенә» килтерә. Эш эҙләүселәр өсөн был – лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләнгән эш табыу мөмкинлеге.
Башҡортостан вахтаһы
Оҙаҡ йылдар Башҡортостан кешеләре, ҡаты климат һәм ҡатмарлы йәшәү шарттарына ҡарамаҫтан, әүҙем рәүештә Себергә эшкә китте. Ул ваҡытта был, ысынлап та, отошло ине. Ләкин хәҙер республиканан сыҡмайынса ла яҡшы эш табырға мөмкин. Тәҡдимдәр етерлек. Вахта менән эшләүселәрҙе республика эсендәге хеҙмәт баҙарына йүнәлтеү өсөн, ә улар беҙҙә 67 меңдән ашыу кеше, республикала «Башҡортостан вахтаһы» тигән махсус проект әҙерләнде.
– Проектта ҡатнашыусы предприятиеларҙы һайлап алғанда төп шарттар түбәндәгесә: улар тулы социаль пакет һәм хеҙмәткәр вахта ысулы менән эшләгән урында алған тиклем йәки шунан юғарыраҡ хеҙмәт хаҡы тәҡдим итергә тейеш, – тип билдәләне БР-ҙың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры- ның беренсе урынбаҫары Юрий Мельников.
«Башҡортостан вахтаһы»нда тәүгеләрҙән булып Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе ҡатнашырға теләк белдерҙе. Был оборона предприятиеһы бөгөн 3,5 меңдән ашыу хеҙмәткәргә мохтаж. Яңы проектҡа ярашлы, республиканың 44 ҡала һәм районында үткәрелгән кадрҙарҙы һайлап алыу һөҙөмтәһендә Өфө моторҙар эшләү берекмәһенә баш ҡаланан ситтә йәшәгән 515 кеше эшкә урынлашҡан. Предприятие программалы идара ителешле станоктар операторы, механик йыйыу эштәре слесары, токарь, киң профилле станоксы, шымартыу- сы, фрезеровщик, быраулаусы, станоктар һәм слесарь эштәре контролеры кеүек һөнәрҙәр буйынса хеҙмәткәрҙәр таба алған.
Вакансияларҙы ҡайҙан эҙләргә?
2015 йылдан илебеҙҙә Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәт тарафынан әҙерләнгән «Рәсәйҙә эш» вакансиялар порталы (trudvsem.ru) эшләй. Уны эш эҙләгән кеше, һәр төрлө мутлашыусыларҙан ҡурҡмайынса, барлыҡ тәҡдимдәрҙе ҡарай алһын өсөн булдырҙылар. Халыҡ мәшғүллеге үҙәктәренән килгән барлыҡ мәғлүмәт бушлай бирелә. Шул төбәккә ҡағылышлы һорау ебәрергә, хеҙмәт хаҡы, эш биреүсенең торлаҡ биреү-бирмәүе, компанияла белем алыу мөмкинлеге булыу-булмауын белергә мөмкин. Эш биреүсе өсөн дә бындай майҙансыҡ ныҡ файҙалы, порталға бөтә төбәктәрҙән кандидаттар мөрәжәғәт итә, шуға күрә һайлап алыу мөмкинлеге ҙур.
Порталдың хеҙмәттәре менән ҡулланыу өсөн Дәүләт хеҙмәттәрендә теркәлергә һәм шәхси кабинетҡа инергә кәрәк. Ғариза тултырып, уға резюме беркетһәгеҙ, һеҙгә автоматик рәүештә вакансиялар тураһында белдереүҙәр килә башлаясаҡ. Тәҡдимдәрҙе үҙаллы ҡарарға, тәғәйен районды һайларға, ундағы торлаҡ, йәшәү хаҡтарын өйрәнергә мөмкин. Инвалидтар, пенсия алды йәшендәгеләр өсөн махсус бүлектәр бар.
Шулай уҡ порталда һөнәр һайлау буйынса тәҡдимдәр алыу, эшһеҙлек буйынса пособие юллау, хеҙмәт килешеүен төҙөгәндә мөһим мәсьәләләрҙе тикшереү һәм башҡа мөмкинлектәр бар.
Маҡсатлы уҡытыу
Дәүләт порталы тәҡдим иткән тағы бер мөмкинлек – эш биреүсенән уҡыуға маҡсатлы йүнәлтмә алыу. Йәғни студент вузға йәки колледжға уҡырға ингәнгә тиклем үк эш биреүсе менән һөйләшеп килешә, предприятие иҫәбенә уҡый (килешеү шарттарына ярашлы, компания ҡуртым хаҡын түләп торлаҡ тәҡдим итеүе, уҡыуҙағы уңыштар өсөн стипендия түләүе лә ихтимал). Һуңынан эш гарантиялана. Бында шуны алдан белеү мөһим: маҡсатлы йүнәлтмә алыусы уҡыуҙы тамамлағандан һуң килешеүҙә билдәләнгән ваҡыт дауамында әлеге предприятиела эшләргә тейеш. Яңы урынға күсергә, уҡыуҙы ташларға ярамай, әгәр ошо талаптар үтәлмәһә, уҡыуға тотонолған аҡсаны кире ҡайтарырға тура киләсәк.
Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова әйтеүенсә, йәш белгестәр бөгөн хеҙмәт баҙары өсөн әһәмиәтле инвестицияға әүерелә. Күҙаллауҙар буйынса, алдағы йылдарҙа республикала машина эшләү, информатика, иҫәпләү техникаһы өлкәһендәге белгестәргә ихтыяж ярайһы уҡ артасаҡ. Материалдарҙы иҫәпкә алыу һәм транспорт хеҙмәттәре күрһәтеү менән мәшғүл хеҙмәткәрҙәр, механиктар һәм ремонтсылар кәрәк буласаҡ.
Маҡсатлы уҡыуҙан файҙаланыу өсөн абитуриентҡа Дәүләт хеҙ- мәттәренә инергә, юғары уҡыу йортона ҡабул итеүгә ғариза бирергә (маҡсатлы квота буйынса документтарҙы бер вузға һәм бер һөнәргә генә бирергә мөмкин), «Маҡсатлы уҡытыуҙы һайлайһығыҙмы?» тигән һорауға ыңғай яуап бирергә, заказсыларҙың тәҡдимдәрен өйрәнергә һәм үҙеңә ярашлыны һайларға кәрәк. Килешеү уҡырға ингәндән һуң төҙөлә.
Ә БЫЛ ВАҠЫТТА...
Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларҙы етәксе булырға уҡыталар
Республикала «Башҡортостан геройҙары» проекты старт алды. Был – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм ветерандар өсөн кадрҙар программаһы. Ул хәрбиҙәргә әҙерлек үтергә һәм министрлыҡтар- ҙа, Хөкүмәттә, Башҡортостан Баш- лығы хакимиәтендә, шулай уҡ ҙур дәүләт компанияларында һөҙөмтәле эшләгән етәксе булырға ярҙам итәсәк. Ғаризаны махсус операцияла ҡатнашҡан, урта һөнәри йәки юғары белемле бөтәһе лә тапшыра ала. Бының өсөн геройбашкортостана.рф сайтында теркәлергә, анкета тултырырға, эссе яҙырға, онлайн-тест һәм әңгәмәләшеү үтергә кәрәк.
Программала ҡатнашыу өсөн тулыраҡ мәғлүмәт артынан 8 (927) 310 39-33; 8 (3473) 20-61-51
һандары буйынса мөрәжәғәт итә алаһығыҙ, Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы буйынса хәрби комиссариат (Хоҙайбирҙин урамы, 118, 19-сы бүлмә).