Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Март , 15:36

Бер аҙнала стәрлетамаҡтар муттарға 4 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән

Ике студент (67 000 һум), “Мой доктор” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (3 954 800 һум) һәм...

Бер аҙнала стәрлетамаҡтар муттарға 4 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән
Бер аҙнала стәрлетамаҡтар муттарға 4 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығының полиция начальнигы урынбаҫары Алексей Толченников хәбәр итеүенсә, уҙған аҙнала дистанцион мутлашыу буйынса – 5 факт теркәлгән. Зыяндың дөйөм суммаһы 4 131 380 һум тәшкил итә.

Ике студент (67 000 һум), “Мой доктор” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (3 954 800 һум) һәм Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәре (101 580 һум) һәм бер эшһеҙ (8 мең һум) уғрылар тоҙағына эләккән.

Барлығы ете көндә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығына граждандарҙан 1311 мөрәжәғәт булған, шуларҙың 11е буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Шулай уҡ, 21 тән йәрәхәттәре килтереү, ғаиләлә ғауға ҡуптарыуҙың 56 осрағы теркәлгән.

Законға ҡаршы наркотиктарҙы һаҡлаған һәм һатҡан өсөн һигеҙ кеше ҡулға алынған, йәмәғәт урындарында алкоголь эскән өсөн 11, иҫерек килеш йөрөгән өсөн 42, ваҡ хулиганлыҡ ҡылған өсөн 31 административ материал теркәлгән. Бөтә факттар буйынса ла енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Фото - видеонан скриншот.

 

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас: