Полиция «Жилсервис»тың «Нефтекама ҡалаһы торлаҡ хужалығы идаралығы» йәмғиәтенең подрядсы ойошмаһы булыуын һәм квитанциялар таратмауын, иҫәпләгестәрҙе тикшермәүен асыҡланы. «Нефтекама ҡалаһы торлаҡ хужалығы идаралығы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең рәсми вәкиле квитанцияларҙың ялған булыуын, торлаҡ хужалығы идаралығының уларға бер нисек тә ҡатнашы булмауын раҫланы.
Граждандарҙан квитанцияла күрһәтелгән телефон һәм штрихкод буйынса түләмәүҙәрен һорайҙар, юғиһә мутлашыусыларҙың «тоҙағына» эләгергә мөмкин. Хәҙер полиция хеҙмәткәрҙәре ошо квитанцияларҙы таратҡан кешеләрҙе асыҡлай.
Сығанаҡ: БАШИНФОРМ