Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Март , 22:17

УРАҘА ТОТОУҘЫҢ МӘҒӘНӘҺЕ

УРАҘА БЕҘҘЕ ИЗГЕЛЕК ЭШЛӘРГӘ ӨЙРӘТӘ

УРАҘА ТОТОУҘЫҢ МӘҒӘНӘҺЕ
УРАҘА ТОТОУҘЫҢ МӘҒӘНӘҺЕ

Уйланығыҙ әле, ураҙа тотҡан ваҡытта беҙ көн һайын ныҡ итеп асығабыҙ һәм һыуһайбыҙ. Күптәребеҙ, моғайын, ҡалған 11 айҙа бындай тойғоларҙы бер тапҡыр ҙа бүтән кисермәйҙер. Шулай итеп Рамаҙан айында беҙ ирекһеҙҙән үҙебеҙҙең ярлы һәм ярҙамға мохтаж мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙе иҫкә төшөрәбеҙ. Уларҙың асығыу-һыуһауҙары иһә, беҙҙән айырмалы рәүештә, Рамаҙан айында ғына түгел, ә бер нисә ай, хатта йылдар буйына дауам итеүе мөмкин бит! Ошолар тураһында уйланыу, ғәҙәттә, Аллаһҡа Уның биргән ниғмәттәре өсөн күберәк шөкөр ҡылыуыбыҙға һәм мохтажлыҡ кисергән мосолмандарға ярҙам итеүебеҙгә булышлыҡ итә. Пәйғәмбәребеҙ (ﷺ) әйткән: «Кем ураҙа тотоусыға ифтар ашатҡан, ул шул ураҙа тотоусы кеүек үк сауап аласаҡ, саҡ ҡына ла кәм түгел» (Тирмиҙи хәҙистәр йыйынтығынан, сахих хәҙис).

Автор:Айгуль Хайбуллина
Читайте нас: