Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Март , 10:16

Башҡортостанда 6 мең МХО яугиры һәм уларҙың ғаилә ағзалары һаулығын нығытҡан

Башҡортостан Республикаһында бөгөнгө көнгә ҡарата һайлап алынған шифаханаларҙа 5911 махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һәм уларҙың туғандары дауаланыу курсы үткән. Әлеге ярҙам төрөн Башҡортостан Республикаһының Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы тәьмин итә.

Башҡортостанда 6 мең МХО яугиры һәм уларҙың ғаилә ағзалары һаулығын нығытҡан
Башҡортостанда 6 мең МХО яугиры һәм уларҙың ғаилә ағзалары һаулығын нығытҡан

Был хаҡта «Сәләмәт киләсәк» партия проекты сиктәрендә онлайн-лекторий барышында Бр Хөкүмәте Премьер – министры урынбаҫары - БРҙың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская һөйләне.

- Башҡортостан Краснодар крайы, Мәскәү, Кемерово, Киров һәм Воронеж өлкәләре менән бер рәттән хәрбиҙәрҙе реабилитациялау һәм уларҙың ғаиләләрен һауыҡтырыу программаларын тормошҡа ашыра башлаған тәүге төбәктәрҙең береһе булды. Шул уҡ ваҡытта республика МХОла ҡатнашыусыларҙы ҡабул итеүсе шифахана-курорт ойошмалары һаны буйынса алдынғылыҡты биләй. Бөтә шифаханаларыбыҙ ҙа ярҙам күрһәтеүҙә әүҙем ҡатнаша: эсәр һыу менән тәьмин итә, гуманитар ярҙам ебәрә, ваҡытлыса урынлаштырыу пункттарын йыһазландыра, – тип билдәләй Наталья Полянская.

Республикабыҙҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаилә ағзаларын һауыҡтырырға, ялын ойошторорға ярҙам иткән 15 санаторий иҫәбендә Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы “Березка” шифаханаһы ла бар. Унда яугирҙарыбыҙ һәм уларҙың туғандары даими дауаланып тора. Шифаханала 2023 йылда - 114, уҙған 2024 йылда - 109, ағымдағы йылда әлегә 30 МХО яугиры һәм уларҙың ғаилә ағзалары ял иткән. Барлығы 253 кеше. Мәҫәлән, шифаханаға күптән түгел “Башҡортостан” 31-се мотоуҡсылар полкының Даян Мурзин исемендәге батальонының штаб начальнигы, “Саған” ҡушаматлы яугир сәләмәтлеген нығытырға барған. Быға тиклем ул ике тапҡыр яралана. Әммә икеһендә лә оҙаҡ ваҡыт дауаланмай, ваҡытынан алда яуҙаштары янына ашыға. Бына был юлы ла ул йәнә фронтҡа юлланасаҡ.

“Саған” ҡушаматлы аталы-уллы яугирҙар тураһында мәҡәлә гәзитебеҙҙә баҫылған ине инде. “Саған” ҡушаматлы улы, һауа-десант ғәскәрҙәре подполковнигы - Олег Ташматов махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булғандан һуң, герой атаһы – отставкалағы майор Закир Жорабай улы 2023 йылдың апрелендә МХО зонаһына улы өсөн үс алырға юллана һәм уның позывнойын үҙенә ала. Быны атай кеше: “Украина хәрби көстәре “Саған” тере булыуын һәм уларға ҡаршы һуғышыуын белһен, - тип аңлата.

Майор Закир Ташматов оҙаҡ йылдар тыныс тормошҡа күнеккән отставкалағы хәрби була. Ул ете ейән-ейәнсәренең яратҡан олатаһы. Әммә, улы һәләк булғандан һуң Закир Оборона министрлығы менән килешеү төҙөй. Уның ике улы ла Чехословакияла, үҙе унда Совет армияһы офицеры булған саҡта тыуа. З.Ташматов һүҙҙәре буйынса улдары атаһының эҙенән барырға теләп, хәрби булырға ҡарар итә, әммә уларҙың береһе хәрби хәрәкәттәр ваҡытында яуҙа башын һала. Һәм Закир Ташматов үҙе, офицер булараҡ, Ватан һағына баҫырға кәрәклеген аңлай.

Республикала МХО яугирҙарына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 40-тан ашыу ярҙам сараһы ғәмәлдә.

Тулыраҡ мәғлүмәт: 8 (927) 310- 39-33; 8 (3473) 20-61-51 - Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы хәрби комиссариаты (Хоҙайбирҙин урамы, 118, 19-сы бүлмә).

Д.Шафиҡова фотоһы.

 

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас: