Бер тапҡыр бирелә торған ике миллион һум күләмендәге түләүҙе алыусылар һанын һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙең бәлиғ булған балалары (әгәр улар берҙән-бер ғаилә ағзалары булһа) иҫәбенә киңәйтергә тигән тәҡдим бар. Был хаҡта Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, бәлиғ булмаған балалар матди ярҙам алыуға өҫтөнлөклө хоҡуҡҡа эйә. Закон проекты март аҙағында пленар ултырышта ҡарала.