Башҡортостан Башлығы БР дәүләт һәм муниципаль белем биреү ойошмаларының педагогик хеҙмәткәрҙәре өсөн республика территорияһында тейешле ойошмаларҙа (шифаханалар һәм курорттарҙа) шифахана-курорт дауаланыуы менән тәьмин итеү тураһында указға ҡул ҡуйҙы.
Республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған документҡа ярашлы, педагогтар БР шифаханаларында ике аҙналыҡ ял итеү хоҡуғы аласаҡ.
Башҡортостан Хөкүмәтенә шифахана-курорт дауалауын тәьмин итеү тәртибен раҫларға, финанслау сығанаҡтарын билдәләргә йөкмәтелде. Республиканың район һәм ҡала хакимиәттәренә ғаризалар ҡабул итеү, иҫәпкә ҡуйыу һәм исемлектәр төҙөү буйынса эште ойошторорға тәҡдим ителде.