Рәсәй почтаһы хеҙмәткәрҙәре, һеҙгә шылтыратып, юғалған посылка йәки заказлы хатығыҙҙы табырға тәҡдим итә. Ысынында, был – мутлашыуҙың яңы схемаһы.
Енәйәтселәр ҡорбанына, әйберҙе өйгә килтереп биреү өсөн адресты асыҡларға кәрәк, тип шылтырата. Telegram чат-ботына күсеп, форма тултырырға: посылка йәки хаттың трек-номерын өҫтәргә, телефонығыҙҙы яҙып, «Госуслуги» аша авторизация үтеүегеҙҙе һорай.
❗️ Тикшерелмәгән «рәсми» хәбәрҙәргә ышанмағыҙ. Мәҫәлән, һеҙгә почтанан шылтыратып, мәғлүмәттәрегеҙҙе яңыртыуҙы һораһалар, трубканы һалығыҙ һәм 8 (800) 100-00-00 һандары буйынса Рәсәй почтаһының ҡыҙыу линияһына мөрәжәғәт итегеҙ. Йәки мәғлүмәтте яҡындағы почта бүлексәһендә асыҡлағыҙ.
✅ Рәсәй почтаһы мәғлүмәтте раҫлау өсөн мессенджерҙарға йәки чат-боттарға күсеүҙе талап итмәй. Әгәр посылка йәки хатығыҙ юғалһа:
- Рәсәй почтаһы сайтына инегеҙ;
- «Юғалған почта посылкаларын эҙләү» бүлеген асығыҙ;
- трек-номерығыҙҙы индереп, посылканың бөгөнгө статусын ҡарағыҙ.
Посылка йәки хаттың ҡайҙалығын «Рәсәй почтаһы»ның рәсми ҡушымтаһында ла белергә мөмкин.