Рәсәйҙә йорт хайуандары ташланыу һөҙөмтәһендә, граждандар һаулығына йәки ғүмеренә зыян килтерелгән осраҡта, дүрт аяҡлылар хужалары иңенә административ яуаплылыҡ йөкмәтеү тәҡдим ителә.
Әгәр депутаттар закон проектын хуплаһа, хайуан хужалары өсөн максималь яза — өс йылға иркенән мәхрүм итеү тәшкил итәсәк.
“РФ Енәйәт Кодексының 109-сы статьяһының 4-се өлөш түбәндәге йөкмәтке менән тулыландырырға тәҡдим ителә: “Йорт хайуандарын аҫрау талаптарын боҙоу һөҙөмтәһендә, һаҡһыҙлыҡ арҡаһында үлемгә килтереү”, — тиелә закон проектында.
Дәүләт Думаһының Экология буйынса комитет башлығының беренсе урынбаҫары Владимир Бурматов һүҙҙәре буйынса, эттәр үҙаллы йөрөгән осраҡта, Рәсәйҙә штраф күләмен 50 мең һумға тиклем арттырыуҙары мөмкин.