Ҡот осҡос фажиғә Дәүләкән районының Вперед ауылында төндә булған. Алдан билдәле булыуынса, ике ҡатлы күп фатирлы йорттоң икенсе ҡатындағы фатирҙа тарттырып ҡуйыла торған түшәм (натяжной потолок) янып киткән. Ҡотҡарыусылар килеп еткәндә ут һүнгән була. Янғын майҙаны 2,5 квадрат метр тәшкил иткән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фатирҙа биш бала (7 йәшлек ҡыҙ, 2019 йылғы ике игеҙәк ҡыҙ һәм 2021 йылғы ике игеҙәк малай) һәм 33 йәшлек бер ирҙең йәнһеҙ кәүҙәләре табылған. Әсә кеше эштә булған тиҙәр. Балалар һәм ир янған түшәмдең төтөнөнә тонсоҡҡан, кәүҙәләре диванда табылған.
Фажиғә булдырмаҫ өсөн янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма ҡуйығыҙ. Иҫкәртеү ҡоролмаһы – түбәгә беркетелгән ҙур булмаған түңәрәк әйбер. Үҙе бәләкәй булһа ла, файҙаһы ҙур. Әсе тауышлы сигнал хужаларға ваҡытында сара күрергә, ҙур янғынға юл ҡуймаҫҡа булышлыҡ итә, уны хатта күршеләр ҙә ишетеүе ихтимал. Һуңғы биш-алты йылда Башҡортостанда Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса ҡуйылған янғын иҫкәртеү ҡоролмалары меңдәрсә кешенең, шул иҫәптән балаларҙың ғүмерен һаҡлап алып ҡалырға булышлыҡ итте. Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар.
Фажиғә булған ғаиләнең ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, сабырлыҡ теләп ҡалабыҙ.