Ҡалала 26 мартта төҙөкләндереү һәм йыйыштырыу айлығы башлана, ул 10 майҙа тамамлана, тип хәбәр иттеләр ҡаланың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығында.
Шәмбе өмәләрен үткәреү буйынса берҙәм көндәр билдәләнде – 12, 19 һәм 26 апрель. Билдәләнгән көндәрҙә юлдарҙы, тротуарҙарҙы, урамдарҙы, йылға ярҙарын йыйыштырыуға Стәрлетамаҡ ҡалаһы предприятиелары, учреждениелары сығасаҡ. Шулай уҡ улар ағас ултыртыу менән шөғөлләнәсәк.
“Йәшел Башҡортостан” республика акцияһы 19 апрелдән 10 майға тиклем планлаштырылған. Акцияның берҙәм көнө – 26 апрель (шәмбе) буласаҡ.