Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
19 Март 2025, 10:16

Башҡортостанда алкоголь менән күп һанлы ағыуланған ҡала һәм райондар аталды

Белгестәр билдәләүенсә, ағыуланыуҙың төп сәбәбе булып, билдәләнмәгән спирт (48,8%) һәм этанол (45,4%) ҡулланыу тора.

Башҡортостанда алкоголь менән күп һанлы ағыуланған ҡала һәм райондар аталдыБашҡортостанда алкоголь менән күп һанлы ағыуланған ҡала һәм райондар аталды
Башҡортостанда алкоголь менән күп һанлы ағыуланған ҡала һәм райондар аталды

Республиканың ниндәй муниципалитеттарында кешеләр йышыраҡ алкоголь менән ағыуланыуы билдәле булды. Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы төбәктә 2025 йылдың ғинуар-февралендә токсикологик мониторинг һөҙөмтәләрен иғлан итте. Республикала спирлы эсемлектәр менән ағыуланыу һаны түбәнәйеүе күҙәтелә.

Ағымдағы йылдың ике айында хәмер менән ағыуланыу коэффициенты 100 мең кешегә 4,3 осраҡ тәшкил иткән. Был уҙған 2024 йылдың ғинуар-феврале менән сағыштырғанда кәмерәк, күрһәткес 100 мең куешегә 4,5 осраҡ булған.

Иң күбе алкоголь менән ағыуланыу һөҙөмтәһендә зыян күреүселәр Өфөлә теркәлгән: 69 осраҡ. Артабан Стәрлетамаҡ (17), Белорет (16) һәм Октябрьский (11). Райондар араһында ағыуланыусыларҙың иң күбе Белорет (9) һәм Өфө (6) райондарында күҙәтелә.

Белгестәр билдәләүенсә, ағыуланыуҙың төп сәбәбе булып, билдәләнмәгән спирт (48,8%) һәм этанол (45,4%) ҡулланыу тора.

2025 йылда иң күбе йәшел йылан ҡорбаны булыусылар Өфөлә һәм Бүздәк районында теркәлгән – өсөшәр кеше. Илгин һәм Өфө райондарында икешәр, Стәрлетамаҡ, Учалы, шулай уҡ Бөрйән, Ғафури, Мәләүез, Стәрлебаш, Тәтешле, Туймазы, Учалы райондарында берешәр үлем осрағы.

Мәғлүмәт. 

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас