Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
19 Март 2025, 11:50

ХӘТЕР, СӘМ ҺӘМ БЕРҘӘМЛЕК

Стәрлетамаҡта “Беҙ бергә” спорт-мәҙәни фестивале үтте. Үткән һандарҙың береһендә гәзит эше күп ҡырлы тип яҙып сыҡҡайныҡ инде. Был юлы әлеге һүҙҙәрҙе гәзит сығарыу йәки Интернет селтәрендә мәҡәләләр урынлаштырыу тураһында ғына йөрөтмәй, киңерәк мәғәнәлә ҡулланғы килә. Сөнки, төп бурыстан тыш, редакциябыҙ ил күргәнде күреп тигәндәй, әлеге һынау осоронда ла, ковид ваҡытында ла гуманитар ярҙам, ылау йыйыу буйынса үҙ өлөшөн индереп килде, килә. Бынан тыш “Ашҡаҙар” гүзәле”, “Ашҡаҙар” гәзите аллеяһы һәм башҡа проекттарыбыҙ баҫманы алдырыусыларға яҡшы таныш. Ә инде бынан теүәл биш йыл элек беҙ Көрәш буйынса “Ашҡаҙар” гәзите кубогына асыҡ ҡала турниры үткәрә башланыҡ. Уның икенсе йылына Шахмат буйынса асыҡ ҡала турниры старт алды. Артабан шиғырҙар конкурсы...

ХӘТЕР, СӘМ ҺӘМ БЕРҘӘМЛЕКХӘТЕР, СӘМ ҺӘМ БЕРҘӘМЛЕК
ХӘТЕР, СӘМ ҺӘМ БЕРҘӘМЛЕК

Айырыуса мәғәнәгә эйә

Уҙған йылдан алып беҙ был сараларҙы ҙур – “Беҙ бергә” исемле фестивалгә берләштереп уҙғара башланыҡ. Ни өсөн төрлө йүнәлештә һуң? Кеше аҡыл, физик яҡтан һәм ижади һәләтле булып үҫешергә, камиллашырға тейеш – төп мәғәнә ошоға ҡайтып ҡала. Шахмат, шиғыр яҙыу һәм көрәш – барыһы ла был хаҡта һөйләп тора. Фестивалде үткәргәндә, тәү сиратта, беҙ балалар, йәш быуын ҡатнашлығына иғтибар итәбеҙ. Маҡсатыбыҙ ҙа бит – киләсәктә аҡыллы, физик яҡтан көслө, спортты үҙ иткән һәм ижади һәләтле быуын тәрбиәләү!

Фестиваль эстәлегенә сумыр алдынан шуныһын да билдәләге килә: сара 2022 йылдан алып айырыуса мәғәнәгә эйә. Юғарыла әйтеп киткән сифаттарҙан тыш, балаларыбыҙ ватансылыҡ тойғолары аша ла тәрбиәләнергә, ә инде илебеҙ өсөн махсус хәрби операция мәлендә башын һалған яугирҙарыбыҙ хаҡында хәтер мәңге йәшәргә тейеш. Ошо маҡсатта 300-гә яҡын кеше ҡатнашлығындағы Фестиваль махсус хәрби операция геройҙарына арнала. Быйыл, иһә, ул йәнә бер ҙур ваҡиғаға бәйле – “Ашҡаҙар” гәзите 35 йәшлек юбилейын билдәләй.

Был ике тема беҙҙең өсөн мөһим һәм уларҙы бәйләп тағы бер күренеште иҫкә төшөрөп китеү ҙә урынлы булыр: бөгөнгө көндә беҙҙең редакция хеҙмәткәре, “Бөркөт” позывнойлы коллегабыҙ МХО биләмәһендә ҡулына ҡорал алып, дошман менән алыша. Уның һәм башҡа егеттәребеҙҙең тиҙерәк имен-аман, Еңеү менән әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!

Фестиваль сиктәрендә үткән сараларға әйләнеп ҡайтҡанда, көрәш буйынса турнир 7-се мәктәптең өр яңы спорт залында гөрләп үтте һәм турнир шул мәктәпте тамамлаусы, МХО биләмәһендә һәләк булған Алексей Киселев иҫтәлегенә арналды. Шахмат буйынса турнир икенсе йыл рәттән МХО геройы, шахматсы Тимур Фадеев хаҡында хәтерҙе мәңгеләштерә. Ә махсус хәрби операция геройҙары тураһында һәүәҫкәр шағирҙарҙың эштәрен пропагандалаған конкурс үҙе лә һәүәҫкәр шағир, МХО батыры Валентин Волочаевтың яҡты иҫтәлегенә бағышланып икенсе йыл рәттән уҙғарыла. Фестиваль быйыл нәҡ ошо конкурс һөҙөмтәләрен барлауҙан башланып китте лә инде. Йомғаҡлау “Ватан саҡырыуы буйынса” китабы презентацияһы сиктәрендә үтте.

Ватан саҡырыуы буйынса

Ҡалабыҙҙың өсөнсө модель китапханаһы – “Сәнғәт оҫтаханаһы” мәғлүмәт-мәҙәни үҙәгендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар тураһында “Ватан саҡырыуы буйынса” китабы авторҙары менән “Хәҡиҡәт хеҙмәтендә” тигән ижади осрашыу үтте.

– Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәр сығышында махсус хәрби операция геройҙарына, уларҙың яҡындарына ҡарата хәстәрлек күрһәтеүҙе һыҙыҡ өҫтөнә ала. Был хәстәрлек, әлбиттә, гуманитар ылауҙарға ғына ҡайтып ҡалмай. Һәр төрлө ярҙам, иғтибар батырҙарыбыҙҙың рухын нығыта, – тип сараны асты Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының бүлек мөдире Гөлнара Шәрәфетдинова.

Сарала ҡатнашыусыларҙы “Ва-тан” хәрби патриотик ойошмаһы ойошторған күргәҙмә һәм “Махсус операцияла ҡатнашыусыларға дан” китап күргәҙмәһе ҡаршы алды. Презентацияға килгән ҡунаҡтар, конкурс еңеүселәре һәм уларҙы тәбрикләргә килеүселәр сығышы шиғыр конкурсында ҡатнашыусыларҙың сығыштары менән үрелеп барҙы.

Китаптың эстәлегенә туҡталғанда, ул “Ашҡаҙар” һәм “Стерлитамакский рабочий” гәзиттәре журналистары Рәмил Мансуров, Фаяз Йомағужин, Алексей Матвеев, Марина Воронова, Екатерина Якволеваларҙың махсус хәрби операция геройҙары, уларға гуманитар ылау туплау һәм тапшырыу, батырҙарҙың ғаиләләре, яҡындары тураһында яҙған мәҡәләләрҙән тәшкил итә. Китаптың үҙенсәлеге булып, баш мөхәрриребеҙҙең МХО биләмәһенән хәрби хәбәрсе сифатында яҙған репортаждары тора. Рәмил Ғәбдрашит улы Рәсәй геройҙары Шайморатов, Доставалов исемендәге батальондарҙа, “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкында яҡташ геройҙар менән осрашып, улар хаҡында тотош хәрби репортаждар серияһы әҙерләгәйне (һуңғараҡ был эш Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһы менән баһаланды).

Китапта “Иса”, “Поэт”, “Полик”, “Эмир”, “Янтарь” һәм башҡа позывнойлы стәрлетамаҡтар тураһында мәҡәләләр урын алған.

Осрашыуҙа ҡатнашҡан китап авторҙары Алексей Матвеев, Фаяз Йомағужин һәм Рәмил Мансуров китап өҫтөндә нисек эшләгәндәре, был китаптың нисек барлыҡҡа килеүе тураһында һөйләнеләр.
– Был тема бөгөн дә, киләсәктә лә беҙҙең өсөн иң мөһим темаларҙың береһе, шуға эште артабан да дауам итәсәкбеҙ, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, МХО геройҙары тураһында яңынан-яңы материалдар, китаптар әҙерләйәсәкбеҙ, – тип билдәләп китте, мәҫәлән, Алексей Анатольевич.

Сараны әҙерләп алып барыусы Гөлнара Шәрәфетдинова авторҙарҙың ошо китапты әҙерләгәндә, мәҡәләләр яҙғанда кисергән хис-тойғолары менән дә ҡыҙыҡһынып һорауҙар бирҙе.

– Һәр кем үҙ бурысын атҡарырға тейеш. Яугирҙарыбыҙ фронтта батырлыҡ күрһәтә, тылда халыҡ ылауҙар туплай, ә инде беҙ ошо геройҙарҙы, ошо эштәрҙе яҡтыртырға бурыслы. Бәлки хәрбиҙәр һөйләгәндәрҙең барыһы ла яҙылмағандыр ҙа, әммә улар иң мөһимен әйтте: илебеҙҙе бөгөн берҙәм булып яҡларға тейешбеҙ, шунһыҙ Рәсәйҙең киләсәге икеле... – тип бүлеште Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Фаяз Юмағужин. Фаяз Фуат улы белдереүенсә, “Риком” компаниялар төркөмө һәм “Набат” Чечен Республикаһында ҡораллы конфликттарҙа ҡатнашыусылар союзы” йәмәғәт ойошмаһы ярҙамында нәшер ителгән китап бушлай таратыла. Уның партиялары гуманитар конвойҙар менән махсус операция зонаһына ебәрелә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың туғандарына тапшырыла. 300 дана тираждың тиҙ арала таралыуы ғәжәп түгел.

Сарала ҡатнашыусы йәш быуынға был көндө Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе Римма Ғәлимова һәм сыуаш милли ойошмаһының урындағы етәксеһе Оксана Федорова ла үҙ теләктәрен еткереп ҡалды.

Авторҙарҙың береһе Рәмил Мансуровҡа сарала ҡатнашыусы-ларҙан хәрби командировка мәлендә тупланған фекерҙәре, хистәре тураһында һорау бирелде.

– Командировка мәлендә һалдаттарыбыҙ менән генә түгел, шунда йәшәгән халыҡ менән дә осраштыҡ. Уларҙың: “Иртәгә иртән уяна алабыҙмы, әллә сираттағы шартлатҡыс өйөбөҙгә төшәме, тип йоҡларға яттыҡ һеҙ килгәнсе”, – тигән һүҙҙәре күңелдә тәрән эҙ ҡалдырҙы һәм “беҙ бында ни өсөн?” тигән һорауға яуап бирҙе, – тип һөйләп үтте Рәмил Ғәбдрәшит улы. – Күберәге Стәрлетамаҡтан булған яугирҙар менән осрашырға тырыштым, сөнки тәү маҡсат күберәк яҡташтар тураһында һөйләп ҡалырға ине. Шуныһын ғорурлыҡ менән өҫтәй алам: ниндәй хәрби подразделениела ғына булһам да, һәр ерҙә егеттәребеҙ хаҡында тик маҡтау һүҙҙәре генә ишеттем. Беҙҙекеләр ҡыйыу, оҫта һуғышсы һәм ышансы һалдат! – тип тә өҫтәп китте автор.

Осрашыу-презентация шуныһы менән дә ҡиммәт ине: йәштәр китаптың авторҙарын ғына түгел, геройҙарын да үҙ күҙҙәре менән күрә алды. Хәрби операцияла ҡатнашыусылар “Саған” һәм “Баш-ҡорт” китап авторҙарына һәм сараны ойоштороусыларға махсус операцияла ҡатнашыусыларға иғти-бар иткәндәре өсөн ихлас рәхмәт белдерҙе.

– Махсус хәрби операцияла улымды юғалтҡас, мин фронтҡа фәҡәт улым өсөн үс алыу теләге менән юлландым. Һәм дошман улымды юҡ иттек тип уйламаһын өсөн “Клён” позывнойын алдым. Тимәк ул да тере! Дошман беҙҙе һындыра алмаясаҡ.

Еңеү киләсәк! – тип һөйләне майор. – Бына әле ошо залдағы йәштәргә ҡарайым, тегендә, “һыҙыҡ артында” командир булараҡ та йыш һынарға тура килә һәм шуныһын ышаныслы әйтә алам: бындай ҡыҙҙар-егеттәр булғанда, киләсәгебеҙ өмөтлө. Кәрәк икән, Ватаны алдында башын һалырға әҙер улар! Һәм был яңғырауыҡлы һүҙҙәр түгел, минең улым быға үҙе бер асыҡ миҫал ине...

“Башҡорт” позывнойлы яҡташыбыҙ ҙа үҙ сиратында ни өсөн һуғышҡа юлланыуы тураһында һөйләп үтте.

– Мин эләккән ерҙә төрлө милләт егеттәре ине. Беҙҙең халыҡты ла белһендәр өсөн “Башҡорт” позывнойын алдым. Бер нисә тапҡыр яраландым. Һәр ваҡыт снаряд башыма эләкмәһә ярар ине тип теләп йөрөнөм.

Шулай булыуға ҡарамаҫтан, һуңғы яраланыуым тап башыма тура килде. Ләкин, снайпер пуляһы башымдың эсенән үтеп китһә лә, Хоҙай мине үлемдән йолоп ҡалды. Бына һеҙҙең алда ултырам икән, тимәк бында

Уның ҡөҙрәте! – тине ул мәғәнәле итеп. – Бында шәхси эшҡыуарлығым, ғаиләм, йортом бар, мин, китапта әйтелгәнсә, Ватан саҡырыуы буйынса юлландым. Егеттәребеҙ һәләк булып ҡайта башлағас та уҡ, һуғыштың тәүге миҙгелендә үк ҡулыма ҡорал алдым!..

Билдәләүебеҙсә, кисәнең икенсе өлөшөндә “Ашҡаҙар” гәзите приздарына махсус операция геройы һәм шағир Валентин Волочаев иҫтәлегенә арналған шиғырҙар конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте.

Валентин Викторович беренселәрҙән булып үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юллана. 2022 йылдың 7 октябрендә батырҙарса һәләк була. Үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены һәм Шайморатов ордены менән бүләкләнә. Саҡырылған ҡунаҡтар араһында шағирҙың һәм геройҙың тол ҡатыны – Ватан яугирҙары ғаиләлә-ре комитетының Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы етәксеһе Янина Волочаева ла бар ине.

– Дөрөҫөн әйткәндә, уҡытыусым булды ул минең! Тормош уҡытыусым, ул, хәрби хеҙмәткә бармаған кеше, бер көн тотто ла МХО-ға юлланасағы тураһында белдерҙе. Мин офицер ейәнсәре, офицер ҡыҙы, офицер ҡатыны был ҡарарҙы һыҡтап түгел, ғорурланып ҡабул иттем. Унда барған хәлдәр өсөн, бер ғәйепһеҙгә үлтерелгән балалар тураһында уҡып-ҡарап, белеп йөрәге әрней ине уның. Үҙе лә өс бала атаһы ине бит... – тигән хәтирәләре менән уртаҡлашты Янина Рәшит ҡыҙы. – Тормошто яратты, балҡып йәшәргә тырышты, балҡып һәләк булды ла. Уның өсөн Хоҙайға рәхмәтлемен!

Конкурста алты йәштән алып өлкән булған шиғыр яҙыусылар ҡатнаша алды. Быйыл шуныһы үҙенсәлекле: эштәр төрлө телдәрҙә килде. Конкурс жюрийына башҡорт, рус, татар, сыуаш телдәрендәге эштәрҙе баһаларға тура килде. Еңеүселәр, шиғыр һөйлөүселәр ҙә төрлө милләт вәкилдәре ине. Әммә төрлө телдә булһа ла, барыбыҙҙы ла шуныһы берләштерә: беҙ бергә һәм Еңеү өсөн дә берҙәм көрәшәсәкбеҙ!

Быйыл Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығын байрам итәсәкбеҙ. Шуға күрә конкурста ҡатнашыусыларҙың был теманы үҙҙәренең ижадында сағылдырыуы – осраҡлы түгел. Ҡасандыр олатайҙарыбыҙ батырлыҡ күрһәткән яу яландарында бөгөн за-мандаштарыбыҙ дошманды утта тота. Ошо быуындар бәйләнеше хаҡында булды икенсе конкурсантыбыҙ Радмила Вилданованың “Ғорурлыҡ” шиғыры.

Олатайым таҡҡан миҙалдар
Сың-сың килә түшендә.
Күпме һағыш, юғалтыуҙар –
Яңғырай миҙал телендә.
Һин үрнәк хәрбиҙәргә –
Улар һаҡлай ил сиген.
Һалдаттарыбыҙ менән
Ғорурланабыҙ бөгөн!

Ошондай ялҡынлы шиғыр юлдарын сарала ҡатнашыусыларға ла еткерҙе Радмила.
Һуғыш тураһындағы әҫәрҙәрҙә ат образы һәр саҡ яугирҙарыбыҙҙың тоғро юлдашы. Илвина Ис-кәндәрованың “Ат” шиғыры иһә – бының асыҡ миҫалы. Ғөмүмән, Илвинаның ижадында һуғыш темаһы өҫтөнлөк ала:

Ҡолаҡтары ҡайсы, ялтыр ҡойроҡ,
Фронт йәнәшәһенән атлай.
Уның елкәһендә – өмөт,
Бергә бара – дуҫ, ҡалмай...

Был образда дуҫлыҡ та, ҡаһарманлыҡ та сағыла буғай...
Уларҙың конкурста еңеүҙәре – беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ. Тимәк, шиғриәттә, патриотик ижадта өмөт бар!..

“Ул еңеүҙәрҙе һәр саҡ ғәҙел яуланы...”

Фестивалдең икенсе ҙур сараһына күҙ һалғанда, Стәрлетамаҡтың 2-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Тимур Фадеев иҫтәлегенә “Ашҡаҙар” гәзите приздарына тиҙ шахмат буйынса ярыштар үтте.

Сараны асыу тантанаһында ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Павел Шорохов, Тимур Фадеев тамамлаған Владимир Куликов исемендәге 1-се лицей директоры, батырҙың уҡытыусыһы, ҡала Советы депутаты Лидия Агаева, ҡаланың физкультура буйынса комитет рәйесе Павел Иванов, махсус хәрби операция геройы, шахматсы Тимур Фадеевтың ата-әсәһе Лариса Сергеевна һәм Эдуард Жоржевич Фадеевтар, баш мөхәрриребеҙ Рәмил Мансуров, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар Филүс Аҫылғужин, Николай Субботин, Ватан яугирҙары ғаиләләре комитетының Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы етәксеһе Янина Волочаева һәм

“Беҙ бергә” фестиваленең ойоштороусы партнеры Илгиз Ҡашҡаров, судьялар составы, спорт һөйөүселәр, көйәрмәндәр ҡатнашты.
Шахмат буйынса көс һынашырға махсус операцияла һәләк булған тағы ла бер герой яҡташыбыҙ Ринат Рим улы Рәхмәтуллиндың улы Ислам да килгәйне. Турнирға, шулай уҡ, Исламдың әсәһе Гөлназ Иманғол ҡыҙы ла саҡырылды. Уға редакция һәм проект партнерҙары исеменән “Ҡайынҡай” шифаханаһына юл-лама тапшырылды. Был тантана алдынан Павел Шорохов турнирҙа ҡатнашыусыларҙы сәләмләп:

– Тимур Фадеев – беҙҙең яҡташыбыҙ, замандашыбыҙ. Ул, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, ҡаһарманлыҡ өлгөһө булып өлгөрҙө. Ошондай батыр ул тәрбиәләгәнегеҙ өсөн Лариса Сергеевна, Эдуард Жоржевич, һеҙгә ҙур рәхмәт! Уйынсыларға һәммәһенә уңыш теләйем! – тип мөрәжәғәт итте.

Шахмат ярышы башланыр алдынан Тимур Фадеевтың ата-әсәһенә һүҙ бирелде. Лариса Сергеевна менән Эдуард Жоржевич Фадеевтар һөйләгәндә тыныс ҡына тыңлау мөмкин түгел, уларҙың күҙ йәштәре менән әйтелгән һүҙҙәре аша күҙҙәргә йәштәр эркелә. Әле үҙҙәре лә йәп-йәш кенәләр, ә ниндәй батыр ул үҫтерергә өлгөргәндәр! Махсус хәрби операция башланыу менән Тимур контракт төҙөп яу яланына юллана, ҡыҫҡа ғына ғүмерендә күпме батырлыҡтар күрһәтергә өлгөрә.

– Тимур тыуғанда уҡ герой булып тыуҙы. Бәләкәйҙән көсһөҙҙәргә ярҙам итергә әҙер булып үҫте. Ябай мәктәптә уҡығанда ла, кадет мәктәбендә лә һәр ваҡыт маҡталды. Уҡыуҙа ла, эштә лә һәр саҡ алдынғы булды.

Уның әле лә маҡтағандарын ишетәм дә илайым.. – тине әсәһе. Ә атаһы, үҙе лә локаль һуғыш ветераны:

– Батыр ике тапҡыр үлә, береһе яуҙа, икенсеһе уны онотҡанда. Улыбыҙҙы онотмағанығыҙ өсөн рәхмәт!

Мин уны һәр саҡ ысын ир-егет итеп тәрбиәләргә тырыштым һәм, бына, килеп сыҡты. Ул беренсе дәүләт наградаһын әле үҙе иҫән саҡта алып өлгөрҙө. Һәр саҡ иң ауыр, иң яуаплы эштәрҙе атҡарырға тырышты, батырҙарса һәләк булыуы шуға ла барып тоташа!.. – тип һөйләне тулҡынлана-тулҡынлана.

Махсус хәрби операция геройы Филүс Аҫылғужин, үҙ сиратында, яҡташтарына мөрәжәғәт итеп, егеттәрҙе онотмаған һәм әле фронтҡа ярҙам итеп торған өсөн рәхмәттәр белдерҙе.

– Һеҙ көтөгөҙ, беҙ Еңеү менән ҡайтырбыҙ! – тине ул.

Шахмат буйынса турнир дүртенсе йыл уҙғарыла, быйыл да ул шахмат мәктәбе бинаһында ойошторолдо. Ә бына киләһе уйында инде яңы өй туйлауы көтөлә – был хаҡта үҙ сығышында Лидия Агаева белдерҙе:

– Тимур һәр яҡтан тырыш булды, шул иҫәптән тырышып уҡыны, беренсе булырға ынтылды. Уның был рухы мәктәбебеҙҙә йәшәһен ине. Ошо йәһәттән турнирҙы алдағы йылда беҙҙең капиталь ремонттан һуң асылған лицей бинаһында уҙғарырға тәҡдим итәм, – тине ул. Был тәҡдим менән барыһы ла килеште.

Ярыштарҙа йәмғеһе туҡһанға яҡын шахматсы ҡатнашты – уйынсылар Стәрлетамаҡтан, Стәрлетамаҡ районынан, Өфөнән һәм Талбазынан килгәйнеләр. А турнирында: дөйөм турнир, ветерандар, ҡатын-ҡыҙҙар, егеттәр, Б турнирында 2012 йылғы һәм унан йәшерәк уҡыусылар ҡатнашты.

Шахмат – аҡыл уйыны, ашығыу хаталарға килтереүе бар. Уйындар мәлендә тыныслыҡ урынлашһа, тәнәфестә бала-саға тауышынан зал гөрләп торҙо.

Шуныһы һөйөнөслө, шахмат ярыштарында, өлкәндәр менән бер рәттән, балалар ҙа ҙур теләк менән ҡатнашты. Мәҫәлән, Булат менән Әмир Әхмәтшиндар шахмат турнирына аталары менән килгәйне.

– Сара бик оҡшай. Был ярышта ике малайым уйнаны, – тине ғаилә башлығы Илдар Юлай улы. – Ике улым да бәләкәй саҡтан уйнайҙар. Һәр ваҡыт еңеү яулайҙар. Республика буйынса 2-се урын алдылар. Үҙем сығышым менән Ишембай районынан, әле Стәрлетамаҡта йәшәйбеҙ. Уҙған йыл республика буйынса ғаиләләр араһында үткән ярышта 2-се урын алдыҡ. Үткән аҙнала мәктәптәр араһында уҙғарылған ярышта оло малайым 2-се урын яуланы. Шахматҡа һөйөү ғаиләнән килә. Олатайым уйнаны, әсәйем уйнай. Мин үҙем дә мәктәп йылдарынан бирле шахмат ярыштарында ҡатнашам, 1995 йылда Ишембай районы буйынса чемпион булғайным. Бына шундай тәрбиә дауам итә. Бик шатмын бындай сара уҙғарыуына, бында бер-беребеҙ менән аралашабыҙ, дуҫтарымды осраттым. Рәхмәт! – тине ул.

Ысынлап та, оҫталыҡ та, ватансылыҡ тойғолары ла, хәтер ҙә быуындан быуынға күсә килгәндә генә йәшәй, үҫешә ала һәм әлеге турнир быны тағы бер тапҡыр иҫбат итте.

Шуныһы ла күңелгә йылы бирҙе: бында беҙ быйыл беренсегә килгән уйнаусыларҙы ла осраттыҡ, шул уҡ ваҡытта быға тиклем дә “Ашҡаҙар” турниры чемпионы исемен яулап килеүселәр осрап торҙо. Һәр кем үҙ оҫталығын күрһәтә алды.

– Шахмат уйынынан һәр кем үҙенсә мәғәнә таба. Берәүҙәр өсөн ул ваҡыт уҙғарыу, күңел асыу өсөн булһа, икенселәр өсөн – ул спорт, сәмле ярыштарҙан көс-дәрт алып, оҫталыҡтарын күрһәтеү мөмкинселеге лә.

Өсөнсөләр, иһә, мәсьәләгә фәлсәфәүи һәм ижади ҡараш менән ҡарай, шахмат таҡтаһында матур һәм үҙенсәлекле этюдтар ижад итергә мөмкин, – тигән фекере менән бүлеште был йәһәттән инде тулы хоҡуҡта турнирыбыҙҙың директоры, уның башланғысында тороусы, Стәрлетамаҡтың 2-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе уҡытыусы-тренеры Рафиҡ Ибраҡов та.

Турнирҙың баш судьяһы Андрей Бережнев билдәләүенсә, профессиональ уйын тураһында һүҙ йөрөткәндә, шахматта еңеүсе булыр өсөн күнекмә кәрәк. Яҡшы шахматсыларҙың ҡаршылыҡтарын ҡарарға, партияларҙы өйрәнергә, уларҙы анализларға кәрәк. Ә инде ваҡытты файҙалы үткәрергә теләгән осраҡта, фигураларҙы урынлаштырыу һәм уларҙы күсереүҙең төп ҡағиҙәләрен белеү ҙә етә. Әммә бында бөгөн профессионалдар йыйылғайны һәм уларҙың, һис шикһеҙ, һәр ҡайһыһы еңеүгә лайыҡ булды һымаҡ. Ә еңеүселәрҙе бүләкләү туғыҙ номинацияла уҙғарылды. Ҡыҙҙар араһында Масютина Варвара еңеүсе тип табылды, Щигалева

Екатерина, Агадюкова Валерия, Шаронина Александра, Әхмәтова Милана, Саттарова Сабина призёрҙар булды.

– Гәзит биттәрендә яугирҙарыбыҙ тураһында мәҡәләләр донъя күрә. Әлеге турнир ҙа яугирҙарыбыҙҙың яҡты рухын иҫкә алыу маҡсатынан сығып уҙғарылды. Рафиҡ Ғәйнулла улы Ибраҡов менән бергәләп шахмат турниры үткәреү идеяһы килде, хәҙер ул йыл да ҙур ойошҡанлыҡ менән үтә. Ошо спорт ярыштары аша беҙ үҙебеҙҙең берҙәмлегебеҙҙе иҫбатлайбыҙ, йәш быуында патриотлыҡ рухы тәрбиәләйбеҙ. Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ! – тип йомғаҡланы сараны баш мөхәрриребеҙ.

Ярыштар бик сәмле барҙы. Шахмат уйынына мөкиббән киткән уйынсылар араһында өлкәндәрҙә ҙә, йәштәр ҙә, балалар ҙа булыуы ҡыуаныслы хәл.

Батыр яугир һымаҡ көрәшселәр ҙә ныҡ булды

Фестивалдең тағы бер ҙур өлөшө – көрәш буйынса асыҡ ҡала турниры ине. Быйыл ул, билдәләп үтебеүебеҙсә, 7-се мәктәптә үтте һәм ошо мәктәптә белем алған махсус хәрби операция геройы Алексей Киселевтың яҡты иҫтәлегенә арналды. Турнир быйыл бишенсе тапҡыр үткәрелде. Алексей Александрович Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған, махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн мобилизациялана. Махсус хәрби операцияла күрһәткән батырлыҡтары өсөн үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены һәм генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнә.

Турнирҙың башланғысында торған, төп ойоштороусыларҙың береһе, 7-се мәктәп директоры Илшат Ҡотлошин билдәләүенсә, ярышта 9 йәштән 17 йәшкә тиклемге 100-ҙән ашыу йәш көрәшселәр ҡатнашты. Өфө, Ишембай, Күмертау, Мәләүез, Баймаҡ, Сибай ҡалалары; Миәкә, Стәрлебаш, Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы, Күгәрсен райондары көрәшселәре бил һынашты.

Был көндө йәш көрәшселәр ярышып ҡына ҡалманы, ә ҡунаҡтар, махсус хәрби операцияла һәләк булған Алексей Киселевтың ҡатыны һөйләгәндәрен дә диҡҡәт менән тыңланы. Сарала уның ҡатыны, һеңлеһе, хеҙмәттәштәре, класташтары, шулай уҡ БР Стәрлетамаҡ ҡалаһының 7-се урта дөйөм белем биреү мәктәбен тамамлаусылар ҡатнашты.

Спортсыларға, ҡунаҡтарға теләктәре, рәхмәттәре һәм башҡа әйтер һүҙҙәре менән Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов, Башҡортостан Республикаһының “Көрәш” спорт федерацияһы президенты Илдар Моратов, “Ашҡаҙар” гәзитенең баш мөхәррире Рәмил Мансуров, Алексей Киселевтың ҡатыны Эльвира Киселева мөрәжәғәт итте. Эмиль Шәймәрҙәнов Алексей Киселевтың ата-әсәһенә лайыҡлы ул тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе:

– Алексейҙың ата-әсәһенә шундай ысын-ир тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәт белдерәм, уларҙың улдары – бөтә ҡала ғорурланған герой. Был турнирҙа ҡатнашыусылар, мәктәп уҡыусылары өсөн был патриотизмдың сағыу миҫалы. Турнир “Беҙ бергә” спорт-мәҙәни фестивале сиктәрендә уҙғарыла, уны икенсе йыл рәттән “Ашҡаҙар” гәзите ойоштора. Коллегаларыма, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға иғтибарҙары өсөн рәхмәт белдерәм. Беҙ үҙебеҙҙең махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәребеҙҙе һәр ваҡыт хәтерләйәсәкбеҙ һәм данлаясаҡбыҙ.

Ә турнирҙа ҡатнашыусыларға ғәҙел көрәш һәм юғары һөҙөмтәләр теләйем! – тине Эмиль Владиславович.

– Стәрлетамаҡ ҡалаһында бөгөнгө көндә милли спорт төрө – көрәшкә ҙур иғтибар бирелә. Был ҡала етәкселеге, “Юрматы” көрәш клубының ҙур хеҙмәте. Йәш спортсыларға, буласаҡ чемпиондарға ҙур рәхмәт! – тип үҙенең теләктәрен еткерҙе Илдар Моратов. Илдар Илдус улы Эмиль Шәймәрҙәновҡа был хеҙмәт өсөн Рәхмәт хаты тапшырып үтте.
Рәмил Мансуров, үҙ сиратында, Фестивалдең әһәмиәте хаҡында әйтте:

– Бындай саралар ҡалала күберәк булһын ине, батырҙарыбыҙҙы ошондай көрәш майҙандарында, шахмат өҫтәлдәрендә һәм шиғри юлдарҙа ла данларға тейешбеҙ! – тип билдәләне ул. Рәмил Ғәбдрәшит улы редакция һәм проекттың партнерҙары исеменән һәләк булған яугирҙың ҡатыны Эльвира Киселеваға “Ҡайынҡай” шифаханаһына юллама бүләк итте.

Эльвира Анатольевна ире тураһында һөйләгәндә уның ғәҙеллеген, яуаплылығын һәм ышаныслылығын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ул махсус тәғәйен подразделениела хеҙмәт иткән Алексейҙың өлөшләтә мобилизация сиктәрендә саҡырылыуы һәм Ватанды яҡларға ғорурланып китеүе тураһында һөйләне. Эльвира Анатольевна спортсыларҙы ҡыйыу һәм көслө булырға саҡырҙы, бер ҡасан да ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаҫҡа кәңәш итте һәм ойоштороусыларға үҙ геройҙарының хәтерен мәңгеләштереүсе саралар ойошторғаны өсөн рәхмәт белдерҙе. Турнирҙы асыу тантанаһын музыкаль номерҙар биҙәне. Мәҫәлән, Илдар Моратов ҡурайҙа попурри башҡарҙы, ә Алексей Киселевтың класташтары – “Восточный компас” төркөмө – “Сиктән – сиккә” (От края до края) йырын йөрәктән-йөрәккә еткерҙе.

Көрәш майҙаны иртәнән кискә тиклем ҡыҙыу торҙо. Төшкә тиклем барған ярыштарҙа Ишембай егеттәре еңә килде, артабан беренселеккә беҙҙекеләр – стәрлетамаҡтар артылды. Тренерҙарҙың “Давай, әйләндереп һал, үҙеңә тарт, үҙеңә!” тигән орандары көнө буйы яңғырап торҙо. Иң мөһиме, спортсылар араһында имгәнеүселәр булманы, ни тиһәң дә, көрәш физик көс талап итә бит.

Был юлы ла, элекке йылдарҙағы һымаҡ уҡ, балаларының сығыштарын ҡарарға ата-әсәләр ҙә, дуҫтарының көрәшкәнен ҡарарға тиҫтерҙәре һәм өлкән быуын көйәрмәндәре лә килгәйне. Улар араһында легендар көрәшсе, СССР-ҙа Башҡортостандан спорттың был төрөндә тәүге чемпион Нурулла Хисмәтуллин, Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжы директоры Миҙхәт Мусаҡаев булыуы турнирға мәртәбә өҫтәне. Нурулла Кәлимулла улы Башҡортостанда ирекле көрәш буйынса ветеран, ул республикала көрәш үҫешендә мөһим ролдәрҙең береһен уйнаған легендар спортсы, тәжрибәле тренер. Стәрлетамаҡтағы көрәш ярыштарының шишмә башында фәҡәт ул тора тиһәк тә, һис арттырыу булмаҫ. Нурулла Кәлимулла улы спорт мәктәптәре, секциялар асырға ярҙам итә. Әлеге ваҡытта уның тәрбиәләнеүселәре башлаған эшен дауам итә.

– Тренер көрәшселәрҙе генә түгел, Ватанды һаҡлаусыларҙы ла тәрбиәләй – был остаздарҙың төп бурысы тиерлек, – тине Нурулла Кәлимулла улы.

Был көндө 7-се мәктәптең үҙенең легендар шәхесе Алик Яҡупов та килгәйне. Грек-рим көрәше, бил көрәше һәм көрәш буйынса спорт мастеры, өс тапҡыр Рәсәй чемпионы һәм башҡа абруйлы исемдәргә эйә шәхес:

– Был мәктәптә уҡыған балалар буш ваҡыттарын ҡайҙа ҡуйырға белмәй, үҙҙәренә шөгөл тапмай йөрөмәйәсәк. Был йәһәттән бөгөнгөләй көрәш ярыштарының даирәһе йылдан-йыл киңәйә бара. Ә сараның Алексей Киселев һымаҡ батыр егеттәребеҙгә бағышланыуы – йәш быуынға илһөйәрлек тәрбиәһе лә булып тора, – тине.

Шулай итеп, 2007-2008 йылғылар араһында 60 кг. ауырлыҡ категорияһы көрәшселәренән Миәкә районынан Булат Дилмөхәмәтов беренсе урынға, Ишембайҙан Рәмзил Кинйәбулатов икенсе урынға, Стәрлетамаҡтан Алмаз Мәжитов өсөнсө урынға сыҡты. Ә 70 килограмм ауырлыҡ категорияһы араһында Ишембайҙан Ренал Ямғырсин беренсе урын, Стәрлетамаҡтан Илдар Тимерғәлиев икенсе урын, Сибайҙан Азамат Араков өсөнсө урын яуланы. Бынан тыш, 70 килограмдан артығыраҡ ҡәүҙәлеләр араһында Стәрлетамаҡтан Арыҫлан Исхаҡов беренсе урынға, Стәрлебаш районынан Искәндәр Арыҫланов икенсе урынға, Ишембайҙан Дамир Ишбаев өсөнсө урынға лайыҡ булды.

Барлыҡ ауырлыҡ категорияларын телгә алып тормай, дөйөм һөҙөмтәләргә күҙ ташлағанда, командалар буйынса беренсе урында – Стәрлетамаҡ, икенсе урында – Стәрлебаш, өсөнсө урында – Ишембай командалары! Призлы урындар алыусылар бағыусыларҙың, йәғни, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 7-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе, “Ашҡаҙар” гәзите редакцияһы һәм бағыусылар тарафынан бирелгән миҙалдар, грамоталар һәм ҡиммәтле приздар менән бүләкләнде.

Бөгөн беҙ ҡалабыҙҙа бынан биш йыл элек башланған эш һөҙөмтәле емеш бирә тип ышаныслы әйтә алабыҙ!

     

 

    


Фоторепортажды Роза ҠОБАҒОШОВА, Римма ҒӘЛИМОВА, Сергей КРАМСКОВ (фото) әҙерләне.

ХӘТЕР, СӘМ ҺӘМ БЕРҘӘМЛЕК
ХӘТЕР, СӘМ ҺӘМ БЕРҘӘМЛЕК
ХӘТЕР, СӘМ ҺӘМ БЕРҘӘМЛЕК
ХӘТЕР, СӘМ ҺӘМ БЕРҘӘМЛЕК
ХӘТЕР, СӘМ ҺӘМ БЕРҘӘМЛЕК
ХӘТЕР, СӘМ ҺӘМ БЕРҘӘМЛЕК
ХӘТЕР, СӘМ ҺӘМ БЕРҘӘМЛЕК
ХӘТЕР, СӘМ ҺӘМ БЕРҘӘМЛЕК
ХӘТЕР, СӘМ ҺӘМ БЕРҘӘМЛЕК
ХӘТЕР, СӘМ ҺӘМ БЕРҘӘМЛЕК
ХӘТЕР, СӘМ ҺӘМ БЕРҘӘМЛЕК
ХӘТЕР, СӘМ ҺӘМ БЕРҘӘМЛЕК
ХӘТЕР, СӘМ ҺӘМ БЕРҘӘМЛЕК
ХӘТЕР, СӘМ ҺӘМ БЕРҘӘМЛЕК
ХӘТЕР, СӘМ ҺӘМ БЕРҘӘМЛЕК
Автор:
Читайте нас