Ҡалала фестиваль 2025 йылда Креатив индустриялар көнөндә үтәсәк. Ҡала хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Креатив индустриялар көнөнө 8 авгусҡа планлаштырылған, һәм Башҡортостан Республикаһы Рәсәйҙә рәсми рәүештә байрамды билдәләгән тәүге төбәк буласаҡ.
“Сауҙагәр 2.0” ҡунаҡсыллыҡ фестивале Стәрлетамаҡта өс көн дауам итәсәк – 8 августан 10ына тиклем. Театрлаштырылған тамашалар, ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар өсөн төрлө әүҙемлектәр, шулай уҡ традицияға әүерелгән сауҙагәр йәрминкәһе көтөлә. Фестиваль концепцияһы камиллаштырыла, тип асыҡлыҡ индерҙеләр хакимиәттә.
Әлеге тема буйынса башҡа мәғлүмәт һуңғараҡ өҫтәмә баҫыласаҡ.