Ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов Башҡортостан Республикаһының экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министры Нияз Мансур улы Фазылов менән осрашты. Ҡала экологияһы, Стәрлетамаҡтың “Таҙа һауа” милли проектына инеү шарттары һәм датаһы тураһындағы мәсьләләр буйынса фекер алыштылар.
“Проектҡа инеү беҙгә бик ныҡ кәрәк. Стәрлетамаҡ сәнәғәт ҡалаһы һәм һәр ваҡыт, 80 йыл дауамында, шулай булды ла, шуға күрә бының экологияға насар яҡтан тәьҫир итеүе аңлашыла, әммә ошо тәьҫирҙе кәметеү беҙҙең ҡулдан килә.
Бөгөн Нияз Мансур улы менән билдәле аҙымдар яһаныҡ. Республика был йәһәттән беҙҙе тулыһынса хуплай, аңлашыу бар. Мәсьәлә ҡатмарлы, шуға күрә уның һәр аҙымын киңәйтәсәкбеҙ. Стәрлетамаҡтың бер төн эсендә саф, таҙа һауалы ҡалаға әүерелеүе хаҡында вәғәҙә итмәйем, әммә экологик хәлде яҡшыртыу өсөн бар көсөмдө һаласаҡмын”, - тине Эмиль Владиславович осрашыу барышында.
Мәғлүмәт һәм фото ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов сәхифәһенән.