Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
19 Март 2025, 07:33

Стәрлетамаҡта йәш балаға тейешле ярҙам күрһәтелмәгән

Бихисап ялыуҙарҙан һуң ғына ҡорһаҡ ҡыуышлығына УЗИ үткәрелә һәм шунда етди өҙлөгөү барлығы асыҡлана...

Стәрлетамаҡта йәш балаға тейешле ярҙам күрһәтелмәгәнСтәрлетамаҡта йәш балаға тейешле ярҙам күрһәтелмәгән
Стәрлетамаҡта йәш балаға тейешле ярҙам күрһәтелмәгән

Ҡалала йәшәүсе ҡатын уның өс йәшлек ҡыҙына сифатһыҙ медицина ярҙамы күрһәтеү мәсьәләһе буйынса Рәсәй тәфтиш комитетына мөрәжәғәт итә. Тәфтиш комитеты етәксеһе Александр Быстрыкин ҡатындың мөрәжәғәте буйынса тикшереү һөҙөмтәләре тураһында доклад тапшырырға бойорҙо.

Рәсәй Тәфтиш комитеты мәғлүмәт үҙәгендә хәбәр итеүҙәренсә, Стәрлетамаҡта йәшәүсе ҡатын һүҙҙәре буйынса, 2025 йылдың февралендә баланың температураһы күтәрелә, ҡорошҡаҡ тота, эсе ауырта башлай. Ҡыҙҙы дауаханаға килтерәләр, әммә уны тейешле рәүештә дауаламайҙар. Дауаханаға һалыуҙан баш тарталар. Икенсе көнөнә баланың хәле насарая, ҡыҙҙы стационарға урынлаштыралар, аҙна дауамында бала тейешле дауаланыу алмай, аныҡ ҡына диагноз да ҡуйылмай.

“Бихисап ялыуҙарҙан һуң ғына ҡорһаҡ ҡыуышлығына УЗИ үткәрелә һәм шунда етди өҙлөгөү барлығы асыҡлана. Ҡыҙҙы абсцесс һәм эренле перитонит менән ашығыс рәүештә санавиация ярҙамында Өфө ҡалаһы медицина учреждениеһының реанимация бүлегенә алып баралар. Йәш балаға ике операция талап ителә, әлеге ваҡытта ул ауыр хәлдә”, - тиелә Тәфтиш комитеты мәғлүмәт үҙәгендә.

Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығында процессуаль тикшереү ойошторола. Рәсәй Тәфтиш комитеты рәйесе Александр Бастрыкин тикшереү буйынса доклад көтә һәм уны ведомствоның үҙәк аппаратына контролгә ҡуя.

CityOpen.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас