Ирекмәндәргә яугир: “Һеҙҙең ошо эшкә төрлө яҡлап ярҙам итеүегеҙ беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле һәм мөһим, ҡәйефте күтәрә, рухыбыҙҙы нығыта! Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!” тип мөрәғәжәт итте.
Шулай уҡ, Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар менән даими осрашып тора. Мэр улар менән яуҙа ниндәй ярҙам кәрәклеге, проблемалары тураһында әңгәмәләшә.
Шундай осрашыуҙарҙың береһендә Башҡортостандан Алексей Сухоруков исемендәге артиллерия батареяһынан “Боксер” позывнойлы яугир яу яланында йөрөй торған махсус техника һәм үҙ подразделениеһы өсөн махсус саралар һорай.
“Святая Русь” ойошмаһы ирекмәндәре, ҡалабыҙҙың битараф булмаған граждандары техниканы һатып алып, һаҡсыларыбыҙға тапшырған да инде. Ҡала халҡы менән бергә артабан да егеттәребеҙгә ярҙам итәсәкбеҙ!” тип был турала яҙа сәхифәһендә ҡала мэры Эмиль Шәймәрҙәнов.
Рәсәй Федерацияһы оборона Министрлығы менән хәрби контракт төҙөгәндә бер тапҡыр бирелә торған түләү суммаһы 2 миллион һумға тиклем артты.
Бер йыл хеҙмәт итеү осоронда хәрби хеҙмәткәр 4 520 000 һум самаһы аласаҡ. Шулай уҡ, контракт төҙөгәндәрҙең барыһына ла 25 мең һумлыҡ махсус кейем бирелә. Өҫтәүенә, республикала МХО яугирҙарына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 40-тан ашыу ярҙам сараһы ғәмәлдә.
Тулыраҡ мәғлүмәт: 8 (927) 310- 39-33; 8 (3473) 20-61-51 - Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы хәрби комиссариаты (Хоҙайбирҙин урамы, 118, 19-сы бүлмә).
Ә. МАНСУРОВА.