Махсус хәрби операция яугирҙары Алексей Киселев, Тимур Фадеев һәм Валентин Волочаевтың иҫтәлегенә арналған көрәш, шахмат турниры һәм шиғырҙар конкурсы ойошторолдо. Бынан тыш, Стәрлетамаҡ ҡалаһы китапханаһында «Ватан саҡырыуы буйынса» тип исемләнгән китаптың исем туйы үтте. Баҫмала «Ашҡаҙар» һәм «Стерлитамакский рабочий» гәзиттәре журналистарының махсус хәрби операция яугирҙары, гуманитар ылау туплау һәм уны алғы һыҙыҡҡа алып барыу тураһында яҙылған мәҡәләләре тупланған. «Беҙ бергә» фестивале төрлө район-ҡалаларҙан йыйылған өс йөҙҙән ашыу кешене берләштерҙе. Ашҡаҙар видео