Ҡала хакимиәте башлығы гранттары конкурсына тағы ла бер – “Экология” номинацияһын индерергә ҡарар ителде.
Барыбыҙ ҙа ҡала өсөн экология мәсьәләһенең ни тиклем мөһим булыуын беләбеҙ. Тиҫтә йылдар буйына ғорурлыҡ менән эре сәнәғәт үҙәге статусын йөрөткән ҡала булараҡ, тирә-яҡ мөхиткә насар йоғонто яһауы барыбыҙға ла билдәле. Әммә, бының менән килешергә һәм бер ни ҙә эшләмәҫкә кәрәк тигәнде аңлатмай. Хатта бәләкәй генә аҙымдар ҙа һөҙөмтәгә килтереүсе үҙе бер ғәмәл булып тора.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ғәҙәттәгесә, хакимиәт башлығы гранттары конкурсына ғаризалар көҙ көнө ҡабул ителә башлай (үткәреү ваҡытын өҫтәмә хәбәр итербеҙ). Унда социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ҡатнаша ала.
"Коллегаларыма конкурс документацияһына үҙгәрештәр индерергә, яңы номинацияны өҫтәп, ҡатнашыу шарттарын билдәләргә ҡуштым. Әлегә проекттар өҫтөндә эшләргә, уйларға ваҡыт бар!”, - тип яҙа ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә.