Хөрмәтле ҡала халҡы!
Рәсәй Почтаһы ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө үткәрә. Ул бөгөн, 2 апрелдә башланды һәм ағымдағы йылдың 12 апреленә тиклем дауам итәсәк. Был осорҙа яратҡан баҫмаларығыҙға ташламалы хаҡҡа яҙыла алаһығыҙ, шул иҫәптән ҡалабыҙҙың башҡорт телендә баҫылған “Ашҡаҙар” гәзитенә лә.
Форсаттан файҙаланып, Рәсәй, донъя, республика, ҡала яңылыҡтары тураһында һәр саҡ хәбәрҙар булыр өсөн, “Ашҡаҙар” гәзитен яҙҙыртыу ҙа етә. 2025 йылдың июленән декабренә тиклем гәзит өйөгөҙгә килһен тиһәгеҙ, бөгөндән почта бүлексәһенә барып яҙылығыҙ.
Алты айға яҙылыу хаҡы – 915,54 һум. 12 апрель – яҙылыу ун көнлөгөнөң аҙаҡҡы көнө. Ашығығыҙ!
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!